Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
30 Июнь 2017, 16:55

50 йыл бергә ғүмер итәләр

Борай районы Боҫтанай ауылының иң күркәм парҙарының береһе — быйыл алтын туйҙарын билдәләгән Кәүсәриә һәм Рәүис Ғабдуллиндар. Улар ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, уҡытып башлы-күҙле иткән. Улдарын Афған һуғышынан иҫән-имен көтөп алыу бәхетенә лә ирешкән, бөгөн ауылдың ихтирамлы кешеләре булған был парҙы Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ғаилә байрамдары менән ҡотлағайны. Ғүмерҙәре буйына тыуған ауылдарында тырышып эшләп, намыҫлы хеҙмәттән, тыныс һәм өлгөлө донъя ҡороуҙан башҡаны белмәгән был ағай менән апай бары тик һоҡланыуға һәм оло ихтирамға лайыҡ.

Борай районы Боҫтанай ауылының иң күркәм парҙарының береһе — быйыл алтын туйҙарын билдәләгән Кәүсәриә һәм Рәүис Ғабдуллиндар. Улар ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтереп, уҡытып башлы-күҙле иткән. Улдарын Афған һуғышынан иҫән-имен көтөп алыу бәхетенә лә ирешкән, бөгөн ауылдың ихтирамлы кешеләре булған был парҙы Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ғаилә байрамдары менән ҡотлағайны.
Ғүмерҙәре буйына тыуған ауылдарында тырышып эшләп, намыҫлы хеҙмәттән, тыныс һәм өлгөлө донъя ҡороуҙан башҡаны белмәгән был ағай менән апай бары тик һоҡланыуға һәм оло ихтирамға лайыҡ.
Читайте нас: