Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
28 Июнь 2017, 11:37

60 йыл бергә

Юлдаш ауылында йәшәүсе Мәсхүдә һәм Ғәбделхаҡ Абзаловтар ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған һәм улар өсөн өлгө булып тора. Йәштәр 1956 йылда ғаилә ҡора. Мәсхүдә Ғайнулла ҡыҙы “Салауат” колхозына эшкә урынлаша. Ғәбделхаҡ Абзал улы тәүҙә Асҡында училищела белем ала, артабан Шафрандағы ауыл хужалығы техникумын тамамлай һәм туған колхозында ветеринар булып эшләй. Абзаловтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Рәзиф атаһы юлынан китеп, ветеринар булған. Кесе улдары Рәмзил — табип-стоматолог. Илүзә ҡыҙҙары район мәҙәниәт бүлегендә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Назиф улдары бик иртә донъя ҡуя. Мәсхүдә Ғайнулла ҡыҙы менән Ғәбделхаҡ Абзал улы бөгөн туғыҙ ейән-ейәнсәрен, алты бүлә-бүләсәрен һөйөп ҡыуана. Балалары һәр ял һайын ҡайтып, уларҙың хәлдәрен белә, хужалыҡта ярҙамлашып китә. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Абзаловтар әле лә эштән йәм табып йәшәй: мал аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә. 60 йыл бергә ғүмер итеүсе был бәхетле парға сәләмәтлек, бәхетле ғүмер, йәштәргә шулай яҡшы өлгө күрһәтеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

60 йыл бергә

Юлдаш ауылында йәшәүсе Мәсхүдә һәм Ғәбделхаҡ Абзаловтар ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙанған һәм улар өсөн өлгө булып тора.
Йәштәр 1956 йылда ғаилә ҡора. Мәсхүдә Ғайнулла ҡыҙы “Салауат” колхозына эшкә урынлаша. Ғәбделхаҡ Абзал улы тәүҙә Асҡында училищела белем ала, артабан Шафрандағы ауыл хужалығы техникумын тамамлай һәм туған колхозында ветеринар булып эшләй.
Абзаловтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Өлкән улдары Рәзиф атаһы юлынан китеп, ветеринар булған. Кесе улдары Рәмзил — табип-стоматолог. Илүзә ҡыҙҙары район мәҙәниәт бүлегендә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Назиф улдары бик иртә донъя ҡуя.
Мәсхүдә Ғайнулла ҡыҙы менән Ғәбделхаҡ Абзал улы бөгөн туғыҙ ейән-ейәнсәрен, алты бүлә-бүләсәрен һөйөп ҡыуана. Балалары һәр ял һайын ҡайтып, уларҙың хәлдәрен белә, хужалыҡта ярҙамлашып китә.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Абзаловтар әле лә эштән йәм табып йәшәй: мал аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә. 60 йыл бергә ғүмер итеүсе был бәхетле парға сәләмәтлек, бәхетле ғүмер, йәштәргә шулай яҡшы өлгө күрһәтеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: