Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
23 Июнь 2017, 12:31

Өлгөлө йорт — ауыл биҙәге

Быйыл районда “Иң матур ауыл” һәм “Өлгөлө йорт” конкурстары ойошторолдо. Был күркәм сараға барыһы ла әҙерләнде. Күптәр ауылдарын, йорттарын төҙөкләндереү, тағы ла йәмләндереү эштәрендә дәррәү ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, “Иң матур ауыл” исеменә Тоҙлобин, Мишкә һәм Боғҙан ауылдары лайыҡ булды. Ә “Өлгөлө йорт” исеменә 24 ғаилә дәғүә итте.

Комиссия ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгәндә, йорт алдындағы таҙалыҡҡа, үҙенсәлекле төҙөлмәләргә, балалар майҙансыҡтарына, ял итеү урындарына, йәшелсә, емеш-еләк баҡсаларының торошона, хәүефһеҙлегенә һәм башҡа күренештәргә иғтибар итте.
Сәфетдиновтарҙың гөл-сәскәгә күмелгән йорто, ихаталары, семәрле йөҙлөклө тәҙрәләр, беседка һәм башҡа ҡоролмалар иғтибарҙы әллә ҡайҙан йәлеп итә. Барыһын да хужалар үҙ ҡулдары менән төҙөгән. Йортто биҙәгән һүрәттәрҙе, аҡҡоштарҙы, сәскәләрҙе, пластик шешәләрҙән яһалған пальмаларҙы эшләүҙә балалар ҙа ярҙам иткән. Ябай ҙа, матур ҙа булған семәрҙәрҙән берҙәмлек хистәре, яҡтылыҡ һәм йылылыҡ бөркөлә. Ә мунса башына ҡунаҡлаған “ҡауҙы ҡошо ояһы” был хистәрҙе тағы ла иҫбатлай төҫлө.
Сәфетдиновтар 1996 йылда ғаилә ҡора. Бер йыл эсендә ҙур йорт һалып сығалар. Ғаиләгә йәм өҫтәүсе балалары ата-әсәләре һымаҡ уңған, тырыш, егәрле. Ринат быйыл Екатеринбургта техникум тамамлай. Регина — VIII, Азамат III класта белем алған. Барыһы ла уҡыу алдынғылары, төрлө ижади конкурстар еңеүселәре, бейергә оҫталар.
Ғаилә башлығы Бигилде клубын етәкләй, ә тормош иптәше “Йәйғор” йәмғиәтендә һатыусы булып эшләй.
Бөгөн ауылдар таралып, етемләнеп барған осорҙа ошондай тырыш, тәүәккәл, булдыҡлы, сәләмәт һәм һәләтле балалар тәрбиәләгән ғаиләләр булыуы ҙур һөйөнөс.

Читайте нас: