Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм — ҡәлғәм
22 Июнь 2017, 16:09

Бәхет тырыштарға йылмая

Сәмиғуллиндар ғаиләһе өлгөһөндә был асыҡ сағыла Асҡын ауылында йәшәүсе йыр-моңға ғашиҡ, сәләмәт тормош алып барған Гөлназ һәм Вилдан Сәмиғуллиндарҙы белмәгән кеше һирәктер. Районыбыҙҙа был йүнсел ғаилә береһенән-береһе йөкмәткелерәк, күңеллерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеп ғаилә байрамдарын үткәреүсе тамада булып танылыу алды.

Бәләкәйҙән йырларға яратҡан Вилдан Ҡашҡа урта мәктәбендә уҡығанда уҡ төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, үҙенең моңло тауышы менән күптәрҙе һоҡландыра. Белем усағын уңышлы тамамлап, ул уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итә. Танылған педагог Әлфиә Кәрим ҡыҙы Мөсәллимова класында вокал серҙәренә төшөнә.Ҡулына диплом алған йәш белгес 2003 йылда район Мәҙәниәт йортонда хеҙмәт юлын башлай. Үҙенсәлекле моңло тауышы менән ул тиҙ арала үҙ тамашасыһын таба. Байрамдарҙа, төрлө мәҙәни сараларҙа Вилдан Сәмиғуллиндың сығышын асҡындар көтөп ала. Мәҙәниәт йортоноң ижади коллективы менән ауылдарға һәм күрше райондарға ла концерттар менән сығалар. Йәш йырсы төрлө конкурстарҙа ла үҙенең көсөн һәм һәләтен һынап ҡарай, әкренләп тәжрибә һәм оҫталыҡ туплай.
Ғаилә бәхете лә Вилданды оҙаҡ көттөрмәй. 2005 йылда ул буласаҡ тормош иптәше Гөлназ Мәүләүи ҡыҙын осрата. Бер аҙ ваҡыт дуҫлашып, осрашып йөрөгәндән һуң, 2006 йылда ғаилә ҡоралар. Йәштәр Асҡын ауылында төпләнә. Үҙ-ара аңлашып, килешеп, һәммәһен уртаға һалып, кәңәшләшеп тормош юлынан баралар. Егәрле, маҡсатсан ғаилә башлығы үҙен тамада булараҡ та һынап ҡарай. Тыуған көн байрамдарын, туй мәжлестәрен моңло йырҙары менән биҙәп, үҙенсәлекле итеп алып бара башлай. Күңеленә ятҡан килемле генә кәсеп менән шөғөлләнеү өсөн Вилдан район Мәҙәниәт йортонан эштән китә. Тормош иптәше менән икәүләп тамада булараҡ танылыу яулайҙар.
Үҙ ғаиләһен изге ояһылай күреп, һөйгәнен, балаларын бәхетле итеү өсөн бар тырышлығын һала Вилдан. Баҙар иҡтисады шарттарында кем нисек булдыра ала — шулай тереклек иткәнен яҡшы аңлаған йүнсел ир-уҙаман заман менән бергә атларға тырыша. Күрше-тирә райондарҙа күреп, ул да йәйге байрамдарҙа һәм башҡа төрлө сараларҙа шарҙарға гелий тултырып һатып ҡарай. Бигерәк тә һабантуйҙарҙа был яҡшы үтә. Әкренләп байрам үтәсәк залдарҙы ла ошо шарҙар менән зауыҡлы итеп биҙәй башлай.
Тәүәккәлләгән — таш ярған, ти халыҡ мәҡәле. Вилдан да, тәүәккәлләп, яңынан-яңы уй-хыялын тормошҡа ашыра тора. Бер нисә йыл элек балалар өсөн мауыҡтырғыс ял ойоштороу маҡсатында, улар батут, карусель, квадроцикл, электромобиль һатып ала. Йәйгеһен төрлө байрамдарҙа балалар өсөн уйын майҙансығы әҙерләй. Быйыл да районыбыҙҙа ла, күрше райондарға һәм ауылдарға барып та һабантуйҙарҙа бәләкәстәрҙе ҡыуандырҙылар.
Сәмиғуллиндарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп ҡыҙҙары Аделина менән улдары Илназ үҫеп килә. Аделина быйыл III класты тик “бишле” билдәләренә генә тамамлаған. Атаһына оҡшап ул да йырларға ярата. Һәр яҡлап һәләтле ҡыҙ бейеү түңәрәгендә лә шөғөлләнә. Илназға өс йәш. Ул да зирәклеге, етеҙлеге менән барыһын да һоҡландыра.
— Ир кеше булараҡ, ғаиләмде матди тәьмин итеүҙе, мохтажлыҡһыҙ йәшәтеүҙе төп бурысым итеп һанайым. Асҡын ауылы уртаһында ер участкаһы һатып алғайныҡ. Быйыл яңы йорт һала башланыҡ – тап күңелебеҙҙә йөрөткәнсә, ҙур, иркен итеп.
Ҡатынымдың ата-әсәһе Ерекле Шишмә ауылында йәшәй. Улар беҙгә һәр яҡлап ярҙам итә. Балаларҙы тәрбиәләүҙә лә олатай-өләсәйҙең роле ҙур. Бик уңған, тырыш кешеләр. Йәйгеһен баҡсаларында йәшелсә-емеш үҫтереп, мал аҫрап, умарта тотоп, мәж киләләр. Өйләнешкәс беҙгә лә бер нисә баш умарта бүләк иткәйнеләр. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған был кәсепкә лә дәртләнеп тотондом. 20-гә яҡын умартабыҙ бар. Шуға күрә, йәй миҙгеле беҙҙең өсөн иң ҡыҙыу мәл. Байрамдар ҙа үткәрергә, бал ҡорттарын да ҡарап, тәрбиәләп торорға кәрәк, — ти күптән түгел 35 йәшлек күркәм ғүмер байрамын билдәләүсе Вилдан Әхнәф улы.
Гөлназ һәм Вилдан Сәмиғуллиндар ғаиләһе өлгөһөндә маҡсатҡа ирешеү, хыялыңды тормошҡа ашырыу өсөн байтаҡ тырышлыҡ һалырға кәрәклеген күрәһең. Үҙ эшеңде булдырыу юлында ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, бирешмәҫкә, тырышырға, тормоштан кинәнес табып йәшәргә кәрәклеген аңлайһың.
Бына шулай, бер һүҙҙән, бер төптән булып, дәртләнеп донъя көтә егәрле Сәмиғуллиндар. Сәләмәт рух менән сәмләнеп йәшәгән ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙың яулайһы үрҙәре, еңәһе бәйгеләре алда булһын.

Читайте нас: