Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Июнь , 08:00

Бөгөнгө эшең - иртәгәгә ҡеүәт

 Борай районы башҡорттары ҡоролтайы йыйылышы үтте.

Бөгөнгө эшең - иртәгәгә ҡеүәт
Бөгөнгө эшең - иртәгәгә ҡеүәт

Сарала Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Харисов, район хакимиәте башлығының инвестициялар, эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад буйынса урынбаҫары Марат Ахунов, Башҡортостанда үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Урал Искәндәров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының биләмәләр менән эшләү бүлеге начальнигы Гөлназ Һөйәрғолова, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, ауыл биләмәләре әүҙемселәре, мәғариф, мәҙәниәт учрежденияларынан вәкилдәр ҡатнашты.

Ултырышта Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Харисов ойошманың эшмәкәрлегенә отчет яһаны. Ә район мәғариф бүлегенең туған телдәрҙе уҡытыу буйынса методисы Рәмилә Солтанова үҙҙәре башҡарған ғәмәлдәр менән таныштырҙы. Йәштәр сәйәсәте буйынса сектор мөдире Лилиә Әғзәмова йәштәрҙең эшмәкәрлегенә байҡау яһаны.

Борай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты составына яңы ағзалар һәм быйыл үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына делегаттар һайланды. Ҡоролтайҙың 11 пункттан торған резолюцияһы ҡабул ителде. Борай районы башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан кешеләргә грамоталар тапшырылды, тиелә милли ойошма төркөмөндәге яҙмала.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БорайРайоны #БураевскийРайон #VIВКБ

https://vk.com/kurultaibashkir?from=search&w=wall-109622739_82195

Бөгөнгө эшең - иртәгәгә ҡеүәт
Бөгөнгө эшең - иртәгәгә ҡеүәт
Бөгөнгө эшең - иртәгәгә ҡеүәт
Бөгөнгө эшең - иртәгәгә ҡеүәт
Бөгөнгө эшең - иртәгәгә ҡеүәт
Читайте нас: