Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
7 Апрель , 13:00

Борай районының талантлы уҡытыусыһы Әлфидә Ғәлләмова ижадынан бер шәлкем

Ул биш шиғри йыйынтыҡ авторы.

Борай районының талантлы уҡытыусыһы Әлфидә Ғәлләмова ижадынан бер шәлкем
Борай районының талантлы уҡытыусыһы Әлфидә Ғәлләмова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Әлфидә ҒӘЛЛӘМОВА 1942 йылда Түңәрәк ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлай. 36 йыл Ҡолай мәктәбендә биология фәненән уҡытып, хаҡлы ялға сыға. Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Биш шиғри йыйынтыҡ авторы.

Көйәнтәм
Зәңгәргә буялған көйәнтәм,
Сөйҙә ҡартаймай һис тә.
Һиңә ҡарап йәшлегемде
Төшөрҙөм әле иҫкә.
Иртәнге ысыҡты ярып,
Һыуға барған саҡтарҙы.
Елдәрҙән дә етеҙ кеүек,
Уҙыр инек аттарҙы.
Көмөштәй һыу тултырғанда,
Улағынан шишмәнең,
Ҡамыштарға сер һөйләнем –
Серҙәремде сисмәнең.
Пар силәкте көйәнтәм бит –
Һин елдереп йөрөттөң.
Тәмле һыуҙар ташып ҡына,
Кәрәк булып көн иттең.
Кәрәгем ҡалманы, тиеп,
Ҡайғырма әле һис тә.
Әле лә һыуҙарға барам,
Тик өндә түгел, төштә.
Ташый-ташый шишмә һыуын
Яуырынбаштарым талды.
Шишмә юлы, йәшлек йылы –
Барыһы алыҫта ҡалды...



Бәхет ҡары
Көмөш ҡарҙың бөртөктәре
Йондоҙ булып һибелгән.
Ағастың һәр береһенә
Аҡтан күлдәк тегелгән.
Ынйы бөртөктәр бейешә
Елдәр уйнаған көйгә.
Яңы йыл бәхет килтерһен,
Һәр кем йәшәгән өйгә.
Ҡалған кеүек булабыҙ беҙ,
Иҫке йылдан арынып.
Көтәбеҙ һине, Яңы йыл,
Мөғжизәгә табынып.
Барыһы булыр яңынан,
Яҡшыға булһын бары.
Яуһын әйҙә, ябалаҡлап
Йондоҙло, бәхет ҡары.



Уҡытыусыға
Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ,
Хәрефтәрҙе шунда яҙаһың.
Ижектәрҙән һүҙҙәр төҙөп
Аҡ нур булып алға бараһың.
Күңелеңде, йөрәгеңде асып
Һалаһың һин бала алдына.
Ижад емештәрең һоҡланырлыҡ,
Тик изгелек эшләү аңыңда.
Төрлө юлдар менән һин эҙләйһең
Бала йөрәгенә асҡысты.
Үҙең үреп күккә күтәрәһең
Белем үрҙәренә баҫҡысты.
Тормош мәктәбендә уҡытыусы
Үҙ өлгөҙө менән нур сәсә.
Өгөт-нәсихәте балаларға:
“Ер биҙәге булып һин йәшә!”
Мәктәп бүлмәһендә ҡара таҡта,
Ҡулдарыңда иһә аҡбурың.
Йәйге йылы ҡояш нуры булып
Һип әле һин ергә аҡ нурың!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-04-04/boray-rayonyny-talantly-u-ytyusy-y-lfid-ll-mova-izhadynan-ber-sh-lkem-3711747
Читайте нас: