Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
6 Апрель , 09:00

Борай районының талантлы уҡытыусыһы Гөлфирә Мусина ижадынан бер шәлкем

Әлеге ваҡытта ул Борай 1-се мәктәбендә эшләй.

Борай районының талантлы уҡытыусыһы Гөлфирә Мусина ижадынан бер шәлкем
Борай районының талантлы уҡытыусыһы Гөлфирә Мусина ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Гөлфирә МУСИНА 1971 йылда Иҫке Туҡран ауылында тыуа. Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Әлеге ваҡытта Борай 1-се мәктәбендә эшләй. Ике ул әсәһе.

 

Иртә
Ҡышҡы иртә. Тирә-яҡта томан,
Уянмаған әле ҡояшҡай.
Үҙ сиратын көтөп, иләҫ-миләҫ
Күктә йөҙөп йөрөй тулған ай.
Бай тәбиғәт үҙенекен иткән:
Бөтөн ағас бәҫкә төрөнгән.
Ҡара ерҙәр, ҡалҡыулыҡтар хатта
Ап-аҡ булып ҡарға күмелгән.
Ҡар яуһа ла ҡышын ҡараңғы бит,
Йыш ҡарата айым үҙенә:
Ҡурҡыу ҡатыш юлда әреме лә
Бейек ағас булып күренә.
Шул “ағастар” аша үткән саҡта
Күнел никтер ҡуя бошоноп.
Бер ни булмағандай мин үҙем дә
Һирәк-мирәк ҡуям ҡысҡырып.
Бына күпер, ә янында – быуа.
Эй, боҙҙары ята ялтырап!
Матурлыҡты күрмәй, ә шулай ҙа
Күҙҙәремде асам аптырап.
Ҡаранғылыҡ бөткән. Ә айымдың
Үҙе тугел, ур(ы)ны ҡалмаған.
Ҡурҡыуҙары менән шомланыуҙар гүйә
Бөтөнләй ҙә генә булмаған!



Әсәйемә
Сабый йоҡлай. Ниндәй татлы йоҡо!
Ҡарап торам күҙем алмайым.
Әсә булыуыма бик шатланам,
Хәҙер ҡәҙерҙәрен аңлайым.
Әсәй, бәғрем, һин дә мине шулай
Һөйөп, наҙлап, ҡарап үҫтерҙең.
Айырманың, һис тә бүлмәнең,
Һәр беребеҙҙе тиҙеҙ итеп күрҙең.
Яҡты йөҙөң, дөрөҫ кәңәштәрең
Йәшәр өсөн миңә бик кәрәк.
Булһаң икән гел янымда ғына,
Һин бит миңә ныҡлы, ҙур терәк.
Киләсәгең, әсәй, матур булһын,
Гел шатлыҡта килә күрәһем.
Ҡояш нурҙарынан рәхмәт үреп,
Килә һиңә бүләк итәһем.



Һиңә барам
Уйҙарымда һиңә барам әле,
Саҡырғанды көтөп тормайса.
Хәлдәреңде ситтән генә ҡарап,
Бер ауыр һүҙ һиңә ҡушмайса.
Төштәремдә һиңә барам әле,
Хыял диңгеҙендә йөҙөргә.
Төшөм-өнөм бергә булһын, тиеп
Иртәләрҙе йәмләп биҙәргә.
Өндәремдә һиңә барам әле,
Ысынбарлыҡ итеп күрергә.
“Ҡулды – ҡулға, иңде иңгә ҡуйып
Йәшәйексе, – тиеп, – ғүмергә!”

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2024-04-05/boray-rayonyny-talantly-u-ytyusy-y-g-lfir-musina-izhadynan-ber-sh-lkem-3711748
Читайте нас: