Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Декабрь 2023, 11:00

Шиғырҙарҙа – уйҙар

Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында «Шиғырҙарҙа – уйҙар» исемле музыкаль-шиғри кисә үтте. Сараға шиғриәт һәм йыр һөйөүселәр йыйылғайны.

Шиғырҙарҙа –  уйҙар
Шиғырҙарҙа – уйҙар

Шиғриәт берләшмәһенә нигеҙ һалыу һәм урындағы шағир Артур Ғәйфулла улы Ғәлимуллиндың шиғри йыйынтығын презентациялау төп ваҡиға булды.
Кисә Артур Ғәлимуллиндың шиғырҙарын тасуири уҡыу менән асылды. Артабан бер-бер артлы уның тәрән йөкмәткеле йырҙары яңғыраны. 7-се класта уҡыусы ҡыҙы Әҙилә менән «Тыуған Башҡортостан» йырын башҡарҙылар. Илһөйәрлек тәрбиәһе беренсе урында булған ғаиләнең был йыры Бөрө ҡалаһы балалар баҡсалары араһында үткән «Таланттар каруселе» конкурсында Гран-при яулаған. Шағир-композиторыбыҙҙың «Улыма», «Атай» тигән йырҙары беҙҙе яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белергә, туғанлыҡ ҡиммәттәре тураһында уйланырға мәжбүр итте. “Минән йыш ҡына йырҙарымдың ни өсөн шундай моңһоу булыуы тураһында һорайҙар. Күңелдә ниндәйҙер ауыртыу, борсолоу булғанда күңелле йыр яҙыу бик ауыр», – тине Артур Ғәйфулла улы үҙенең сығышында. Шулай ҙа сараны бәхетле нота менән тамамлап, мөхәббәт тураһында «Һинең ҡарашың» йырын башҡарҙы.
Артабан кисәне йәш шағирҙың ижадташ дуҫтары дауам итте. Бөрө ҡалаһының иң өлкән һәм тәжрибәле шағирҙарының береһе Татьяна Воробьеваның сығышын тамашасылар бер тында тыңланы. Ҡалабыҙҙың күренекле шәхесе, экскурсиялар ойоштороусыһы, рәссам, шағир, республика художество-эксперт советы ағзаһы, «Лапа» ағастан һырлап эшләү музей-оҫтаханаһына нигеҙ һалыусы Галина Павлова ла үҙенең шиғырҙары менән ҡыуандырҙы. Әҙәби-музыкаль кисәне Тамара Ваганова, Руслан Яфаев, Александр Михайлов һәм башҡаларҙың сағыу сығыштары биҙәне. Сара бөтә ҡатнашыусылар башҡарыуында «Ты да я, да мы с тобой» йыры менән тамамланды. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Артур Ғәлимуллинға ижади уңыштар, илһам теләйбеҙ һәм яңы сығыштарын көтәбеҙ.
Юлай Хәйруллин.

Шиғырҙарҙа –  уйҙар
Шиғырҙарҙа – уйҙар
Автор:
Читайте нас: