“Атайҙар мәктәбе”н етәкләүсе Солтанбәк урта мәктәбе директоры Данис Суфиянов буласаҡ һалдаттар менән шундай йәнле итеп спорт ярышы үткәрҙе. 8 йәштән 14 йәшкә тиклемге малайҙар ике – “Батырҙар” һәм “Берҙәмдәр” командаларына бүленеп, кем уҙарҙан, шундай дәрт-дарман менән теүәллеккә, зирәклеккә, етеҙлеккә, сослоҡҡа йүнәлтелгән төрлө биремдәрҙе үтәне. Абруйлы жюри акғзалары уларҙың сығышын ҡарап, баһалап ултырҙы һәм һөҙөмтәлә “Батырҙар” командаһы бер нисә мәрәйгә алғы сығып, еңеү яуланы. Ике команда ла Рәхмәт хаттары һәм Данис Вәлинур улынан иҫтәлеккә бүләк – түбәтәйҙәр менән бүләкләнде. Иманлы кешенең бүләге лә иманға әйҙәп тора!
Үҫмерҙәрҙең ныҡлы әҙерлекле , ныҡышмал булыуы, әлбиттә, һөйөндөрҙө. Армия сафына алынғансы әле көс-ҡеүәттәрен, физик әҙерлектәрен нығытырға ваҡыт бар.Балаларҙа үҙ өлгөһөндә спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятҡан, илһөйәрлек орлоҡтары сәскән Данис Валинур улына артабанғы эшендә тик уңыштар теләйбеҙ.
Сарала ҡатнашыусылар буласаҡ һалдаттарҙың нисек тәрбиәләнеүҙәрен үҙ күҙҙәре менн күрҙе.
Шуныһы ҡыуаныслы, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух булыуын йәш быуын аңлап үҫә.
Наилә Имаева.