Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
26 Октябрь 2023, 18:15

Нәфис һүҙле, ижади күңелле уҡытыусы-остаздар

Бөгөн Иҫке Ҡаҙансы куп функциялы ауыл клубында “Йәшлек” республика йәштәре гәзитенең “Изге һөнәрле ижадсы” проекты сиктәрендә әҙәби осрашыу үтте.

Нәфис һүҙле, ижади күңелле   уҡытыусы-остаздар һоҡландырҙы

 «Йәшлек» гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан ойошторолған сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза  Әхмәтгәрәева, билдәле шағирә, “Йәшлек” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире, проекттың авторы  Гөлнур Ҡыуатова, Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе Инсаф Хужабиргәнов, “Ағинәйҙәр ҡоро” район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ялалтдинова,  “Биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре”  муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы директоры  Зимфира Зарифуллина, Ҡаҙансы төбәгенең  ҡәләм тибрәтеүсе остаз-уҡытыусылары ҡатнашып, сығыш яһаны. Нәфис һүҙ тантана иткән, Уҡытыусы һөнәренә мәдхиә йырланған сараға мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре, әҙәбиәт һөйөүсе райондаштарыбыҙ, ағинәйҙәр ҙә килгәйне.

Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы етәкселегендәге "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһы ағзалары һәр ваҡыттағыса дәртле йырҙар, һый-хөрмәт менән  матур итеп ҡаршы алды.

Шиғри күңелле райондашыбыҙ, һәүәҫкәр шағирыбыҙ, дүрт китап авторы Альфред Хәжимуллин иһә тура  бәйләнешкә сығып, үҙенең ижад емештәре менән таныштырҙы.

Проекттың авторы Гөлнур Нурвил ҡыҙы Ҡыуатова “Изге һөнәрле ижадсы” проектының маҡсаттары, әҙәбиәткә битараф булмаған, күңелендә ижад осҡоно йөрөткән уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең ижадын популярлаштырыу, киң ҡатлам уҡыусыларына еткереү, осрашыуҙар ойоштороу тураһында һөйләне.

 Сара барышында ғүмерҙәрен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлап, бөгөн хаҡлы ялда булған Ҡаҙансы төбәгенең шиғри күңелле уҡытыусы-остаздары, Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханаһы эргәһендә  әүҙем эшләп килгән “Моң шишмә” шиғриәт һөйөүселәр клубы ағзалары үҙҙәренең ижадтары менән таныштырҙы, шиғырҙарын уҡыны. Уларҙың сығыштары уҡытыусы һөнәренә бағышланған йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.

Әҙәби кисәне матур итеп ойоштороп, йәнле итеп Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханаһы китапханасыһы Гөлфинә Исламова  алып барҙы.

Сара ваҡытында   «Культура.РФ» порталына тура трансляция ойошторолдо. Кемдәр килә алмаған әҙәби осрашыуға, улар ошо һәм “Биләмә-ара үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре”  муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы сайттарына  инеп ҡарай ала.

 Был ижади проект ҡәләм менән дуҫ булған, күңелендә ижадҡа һөйөү йөрөткән яҙыусы уҡытыусыларҙың күп яҡлы талант эйәһе икәнен дәлилләй, әҙәбиәткә һалған хеҙмәттәрен күрһәтә, изге һөнәр кешеләренең абруйын арттыра.

Бер-беребеҙҙе байытҡан, күңел ҡылдарын сирткән ошондай осрашыуҙар йышыраҡ булһын, тигән өмөт менән таралышты һәүәҫкәр ҡәләм тибрәтеүселәр һәм әҙәби һүҙгә сарсаған райондаштарыбыҙ.

 Наилә Имаева.

(Был сара тураһында тулыраҡ район гәзиттәренең киләһе һанында уҡырһығыҙ).

Читайте нас: