Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Сентябрь 2023, 10:38

Альфред Зәүҡәт улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Асҡын районының танылған шағиры, дүрт китап авторы Альфред Зәүҡәт улы Хәжимуллин Ғаян Лоҡманов исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булды.

Альфред Зәүҡәт улын ихлас күңелдән  ҡотлайбыҙ!
Альфред Зәүҡәт улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡариҙел районы Мәҙәниәт йортонда танылған башҡорт яҙыусыһы Ғаян Лоҡмановтың хәтер кисәһе үтте.
Белеүегеҙсә, Ғаян Лоҡманов 1923 йылдың 30 июнендә Ҡариҙел районының Яугилде ауылында тыуған. Уның «Хат» тип аталған тәүге хикәйәһе 1944 йылда баҫылып сыға, ә «Аҡҡош күле» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1962 йылда нәшер ителә.
Яҙыусының әҫәрҙәрендә ауыл халҡының тормошо, көнкүреше тураһында бәйән ителә, социаль һәм әхлаҡи-этик мәсьәләләр сағылыш таба. Ғаян Лоҡманов тиҫтәгә яҡын хикәйәләр йыйынтығы авторы. Уның повесть һәм хикәйәләре рус, татар, саха һәм ҡайһы бер башҡа телдәргә тәржемә ителгән.
1969 йылда танылған әҙип СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы була. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы булараҡ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.
Яҙыусы 1988 йылдың көҙөндә вафат була. Яугилде ауылы урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.
2007 йылда Ҡариҙел районы хакимиәте Ғаян Лоҡманов исемендәге премия булдырҙы. Уның бағыусыһы булып яҙыусының улы Мансур Лоғоманов сығыш яһай. Премия ижади хеҙмәткәрҙәргә тапшырыла.
Кисәге сарала нәҡ ошо премия тантаналы шарттарҙа тапшырыла. Ошо уңайҙан Ҡариҙелгә күренекле башҡорт яҙыусылары, шағирҙары һәм сәнғәт әһелдәре килә. Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Ғаян Лоҡмановтың улы Мансур Лоғоманов хәтер кисәһенең мәртәбәле ҡунаҡтары була. Уларҙың һәр береһе танылған башҡорт яҙыусыһын яҡты хәтирәләр менән иҫкә алып, уның шиғырҙарын уҡый, йырҙар башҡара.
Ғаян Лоҡмановтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ижади өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшкән әүҙем өс кешегә премия тапшырыла. Ғаян Лоҡмановтың ижадын рус теленә тәржемә итеүсе Алик Шакиров, әүҙем йәмәғәтсе, үҙе лә шиғырҙар яҙыусы Вәкилә Ғәлиәскәрова һәм яҡташыбыҙ Альфред Хәжимуллин был премияға лайыҡ була.
“Ғаян Лоҡманов исемендәге премияға лайыҡ булыуыма, әлбиттә, бик шатмын һәм бик ҡыуандым. Был премияға дәғүә итеүселәр араһында конкурсҡа минең портфолиомды әҙерләп ебәрергә ярҙам итеүсе изге күңелле ижадташ дуҫтарыма бик рәхмәтлемен. Муллаҡай ауылынан Нәзилә Әхкәметдинова бик ҙур тырышлыҡ һалды. Үтенес ҡағыҙын (ходатайство) яҙыусы Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовҡа, билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Ғафуръяноваға һәм минең ижадым менән һәр саҡ танышып барып, һәр саҡ бәйләнештә булған, үҙҙәре үткәргән мәҙәни сараларға һәр саҡ саҡырып торған Ҡортлокүл мәктәбе коллективына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Форсаттан файҙаланып, миңә һәр саҡ ярҙам итеүсе дуҫтарыма, бигерәк тә Ғаяз  Минһажевҡа, Вәрисә Садыҡоваға  һәм Фәнирә  Нәбиуллинаға ла рәхмәттәремде еткерәм.
Ҡариҙелгә ошо сараға минең менән район Советы секретары Римма Шамил ҡыҙы Нәбиуллина ла барғайны. Туғандарым, һеңлем Әлфиә, еҙнәм Линат иһә унда мине ҡаршы алып, етәкләп йөрөтөп, оҙатып ҡалды. Уларға ла бик рәхмәтлемен.
Кисәге сара шундай йылы мөхиттә үтте. Ҡариҙелдәрҙең яҡташ шағирҙарын шулай ҙурлап, уның иҫтәлегенә шундай матур сара ойоштороп үткәреүе тик маҡтауға лайыҡ. Шундай янып торған, көс-дәрте ташып, ижад ҡомарында янған ҡәләм тибрәтеүселәр, шиғыр һөйөүселәр булғанда әҙәбиәтебеҙҙең киләсәге өмөтлө булыр”, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ғаян Лоҡманов исемендәге премияға лайыҡ булыусы күренекле яҡташыбыҙ, дүрт китап авторы Альфред Зәүҡәт улы.
Ауыр сиргә дусар булып, сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, әленән-әле рухлы, уйланырға, ҡай сағында иларға һәм йылмайырға мәжбүр иткән шиғырҙары менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе шатландырып торған Альфред Зәүҡәт улы Хәжимуллинды шундай мәртәбәле премияға лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға артабан да көс-ҡеүәт, сәләмәтлек, яңынан–яңы шиғырҙар яҙыр өсөн илһам, ижади уңыштар теләйбеҙ!


Наилә Имаева.

Альфред Зәүҡәт улын ихлас күңелдән  ҡотлайбыҙ!
Альфред Зәүҡәт улын ихлас күңелдән  ҡотлайбыҙ!
Альфред Зәүҡәт улын ихлас күңелдән  ҡотлайбыҙ!
Альфред Зәүҡәт улын ихлас күңелдән  ҡотлайбыҙ!
Альфред Зәүҡәт улын ихлас күңелдән  ҡотлайбыҙ!
Альфред Зәүҡәт улын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: