Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
2 Июль 2023, 00:05

Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы

Тулыраҡ:

Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, данлыҡлы шәхестәре, уңған халҡы менән танылған Солтанбәк ауылы ситтә йәшәүсе яҡташтарын “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына йыйҙы. Йәнтөйәген һағынып ҡайтыусылар был көндө туғандар, яҡындар менән осрашып, аралашып, төрлө спорт ярыштарында, халыҡ уйындарында ҡатнашып,  бүләктәр алып ҡыуанды, матур концерт программаһын ҡарап, ихлас ял итте.

Алып барыусы Зөлфинә Сәйфуллина күңелдәрҙе иретерлек матур шиғыр юлдары менән байрамды асҡас, ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов барыһын да ҡотлап, был сараның төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштарҙы, туған-тыумасаларҙы бергә туплау төп маҡсаты булһа, икенсе яҡтан фәҡәт ауыл өсөн дә файҙалы яҡтары күп булыуын билдәләне.

Артабан һүҙ ауылдың имам-хатибы Айрат хажи Насртдиновҡа бирелде. Ул әруахтар рухына аят уҡып, ил-көн именлеге, һәр береһенең баш-күҙ сәләмәтлеге, именлеге өсөн изге ниәттәрен еткерҙе.

Мәртәбәле ҡунаҡ – район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Эльвиза Мәғсәт ҡыҙы Ғәйзуллина байрам менән ҡотлап: “Киләсәктә лә ауыл төҙөклөгө, эшсән халҡы менән дан тотһон. Ауылды күтәреп, йәмләп йәшәүегеҙҙе теләйем”, - тип, солтанбәктәрҙең берҙәмлеге, татыулығы менән айырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Өмәләрҙә, дөйөм йыйылыштарҙа, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла улар әүҙем. Ауылдаштар менән осрашыуға әҙерлеккә лә ихлас ҡушылып, һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән.

 

Ҡотлауҙар концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Үҙҙәренең йыр-моңдары менән ауыл халҡының күңелдәрен һәүәҫкәр артистар Гөлмәрйәм Садыҡова, Роза Рәхимйәнова, Фәридә Шәрәфетдинова, Рәүилә Әмәтғәлиева, “Умырзая” вокаль ансамбле, Сураш ауылы мәҙәниәт йорто методисы Зөлфинә Ғәлиуллина һәм байрамға төрлө яҡтарҙан ҡайтыусы һәләтле яҡташтар күтәрҙе. Динислам һәм Гүзәл Суфияновтар башҡарған дәртле бейеү  ҙә ихлас алҡыштарға күмелде.

Спорт ярыштары, халыҡ уйындары ойошторолған майҙанда ла халыҡ гөр килде! Ҡапсыҡ һуғышы, ҡул көрәштереү, йыраҡлыҡҡа һикереү, 100 метрға йүгереү (ойоштороусыһы Назим Суфиянов), йомортҡа һалынған ҡалаҡты ҡабып йүгереү (Рәшидә Хафизйәнова), һыу ташыу (Фәнзилә Суфиянова), күҙ бәйләп бүләк киҫеү (Дилбәр Маҙһарова), сүлмәк ватыу (Филира Шәрәфетдинова), тоҡ кейеп ярышыу (Елена Шәрәфетдинова), саңғы кейеп ярышыу, таяҡ һәм арҡан тартыш уйын-ярыштарында ла (Илгиз Суфиянов) сират тороп ҡатнаштылар.

Майҙан тирәләй урынлашҡан һатыу нөктәләрендә теләгән һәр кем  күңеленә ятҡан ризыҡты алып һыйлана алды. 

Ауылдаштарға, класташтарға осрашырға, күрешергә форсат биргән күркәм байрам йылы, матур тойғолар ҡалдырҙы. Бөтәһе лә туғандарҙы, дуҫтарҙы берләштереп, күңелдәргә йәшәү дәрте өҫтәгән, яңы маҡсаттар тыуҙырған, матур тәьҫораттар ҡалдырған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамынан ҡәнәғәт булып таралышты.

Наилә Имаева.

 

 

 

 

 

 

Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Солтанбәктәр ауылдаштарын йыйҙы
Читайте нас: