Бөгөн Дыуан районы Мәсәғүт ауылында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсына һайлап алыу туры үтте.
Асҡын районынан Солтанбәк мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Динислам Суфиянов (етәксеһе Розалия Факкарова) һәм Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенән 5 уҡыусынан торған фольклор коллективы (етәксеһе Альмира Әхмәтова) ҡатнашты.
“Эпосты яттан һөйләү” номинацияһында Динислам 500 юлды тасуири итеп һөйләп, 1-се урын яуланы.
“Урал батыр”ҙан өҙөк сәхнәләштереү” номинацияһында ҡатнашыусы Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусылары 3-сө урын алды. Уҡыусыларыбыҙ мәртәбәле бәйгенең июндә уҙасаҡ төбәк-ара турында районыбыҙ данын яҡлаясаҡ.
Телһөйәр уҡыусыларҙы һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар Розалия Марат ҡыҙын һәм Альмира Таһирйән ҡыҙын лайыҡлы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.