Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
13 Апрель 2023, 10:30

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында матур йола дауам итә

Факультетта ижади осрашыуҙар үткәреү матур йолаға әүерелде.

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында матур йола дауам итә
Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында матур йола дауам итә

11 апрель көндө Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында күренекле яҙыусы, оҫта прозаик, маһир драматург, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы – Наил Ғәйетбай (Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев) менән бик фәһемле, йөкмәткеле, иҫтәлекле осрашыу йылы, дуҫтарса мөхиттә үтте.
Әйтергә кәрәк, барлыҡ студенттарҙың уртаҡ фекеренсә, беҙҙең факультетта ижади осрашыуҙар үткәреү матур йолаға әүерелгән, унда студенттар талантлы яҙыусылар һәм шағирҙар менән таныша ала, йылы әңгәмә ҡора, ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирә.
Наил Әсхәт улы үҙенең ижади юлын 1970-се йылдарҙа башлай. Уның «Алтын ямғырҙар миҙгеле» исемле тәүге китабы 1979 йылда сыға. Бөгөнгө көндә ул - егерменән ашыу китап, дүрт роман, егермегәгә яҡын повесть, һикһәндән ашыу хикәйә, илленән ашыу сәхнә әҫәрҙәре авторы. Уның драма әҫәрҙәре Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй һәм сит илдәр театрҙары сәхнәләрендә уңышлы бара.
Наил Ғәйетбаевтың «Бабич» романы 2021 йылда «Ағиҙел» журналының бер нисә һанында баҫылып сыҡты. Шул уңай менән был юлы студенттар яҙыусы менән осрашыу ойошторҙо. Китап вариантында әҫәр әлегә донъя күрмәгән.
Наил Әсхәт улы был романды яҙыуға нисек килеүе, «Бабич» романының ниндәй документаль материалдарға таянып тыуҙырылыуы тураһында һөйләне.
- Мин үҙ геройымды шағир, музыкант булараҡ ҡына түгел, ә Зәки Вәлидиҙәр менән бер рәттә тороусы етди дәүләт эшмәкәре, аҡыллы сәйәсмән, оҫта ойоштороусы булараҡ та асырға ынтылдым, уның үҙенсәлекле характер һыҙаттарын күрһәтергә тырыштым, – тине.
Студенттарҙы барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы: әҙип ҡайҙа тыуған һәм уҡыған, яратҡан яҙыусылары кемдәр, яратҡан китаптары ниндәй, тәүге китап сыҡҡанда ниндәй тәьҫораттар кисергән, ниндәй хоббиҙары бар, геройҙарының прототиптары бармы, сюжет нисек тыуа һәм китап яҙыуға күпме ваҡыт китә, ҡараламаны ҡулдан яҙамы, әллә компьютерҙа баҫтырамы һ.б.
Студенттар был осрашыуға ентекле әҙерләнде. Улар Бабичтың төрлө темаларға арналған шиғырҙарын һөйләне, «Әйтеш» күренешен сәхнәләштерҙе, романдан өҙөк күрһәтте. Наил Әсхәт улы һәр сығышты шатланып һәм ғәжәпләнеп, һоҡланып ҡараны.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар яҙыусыға уҡығандарынан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.Ккүптәр Шәйехзада Бабичты өр-яңынан асҡандарын билдәләне. Йыйылыусылар яҙыусыға ҡабатланмаҫ сағыу сюжетлы, бай йөкмәткеле әҫәрҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, артабан ижади уңыштар теләне.
Наил Ғәйетбаев – мауыҡтырғыс хикәйәсе һәм бик яҡшы әңгәмәсе, шуға күрә сара ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үтте. Яҙыусы менән осрашыуҙар киләсәктә лә дауам итер, тип ышанабыҙ.

https://vk.com/public187735536?w=wall-187735536_2262

 

https://tamasha-rb.ru/news/novosti/2023-04-11/fakultetta-izhadi-osrashyu-ar-tk-re-matur-yola-a-erelde-3216124?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=119242692

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында матур йола дауам итә
Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында матур йола дауам итә
Автор:
Читайте нас: