Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
4 Ғинуар 2023, 13:25

Яңы йыл конкурсының иң юғары наградаһына кем лайыҡ булды?

Конкурсҡа “Иң сағыу экипаж” Ҡариҙел районынан килгән.

Яңы йыл конкурсының иң юғары наградаһына кем лайыҡ булды?
Яңы йыл конкурсының иң юғары наградаһына кем лайыҡ булды?

Өфөлә “Яңы йыл каникулы. ТЕРРА ЗИМА 2023” фестивале тамамланды. Бөгөн фестивалдең һуңғы көнөндә Ағиҙел йылғаһы ярында ат саналары парады үтте. Өфөлә Яңы йыл фестивале сиктәрендә сара өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.

Парадта Башҡортостандың 23 муниципаль берәмеге командалары ҡатнашты. Сарала ат саналарында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, ат спорт клубтары экипаждары ярышты.

Парад сиктәрендә иң сағыу биҙәлгән, матур егелгән һәм үҙенсәлекле ижади “йөҙөк ҡашы” конкурсы үтте.  Жюри ҡатнашыусыларҙы дүрт номинацияла баһаланы.

Ярыштың төп призын Дүртөйлө районынан ат санаһы экипажы алды. Коллектив быйыл өсөнсө тапҡыр Яңы йыл конкурсының иң юғары наградаһына лайыҡ булды!

Конкурсҡа “Иң сағыу экипаж” Ҡариҙел районынан килгән. Баҡалы халҡы “Иң матур егелгән ат” номинацияһында лауреат булды.

Экипаж менән таныштырғанда Шишмә районы командаһына тиң булманы. Улар “Иң үҙенсәлекле презентация” номинацияһында лауреат дипломы менән бүләкләнде.

Кушнаренко районының егелгән аты иң сағыу һәм иң төҫлө биҙәлешле була. Улар “Иң яҡшы дизайнлы сана“ номинацияһында еңеүгә лайыҡ тип билдәләнде.

Лауреаттарға аҡсалата премиялар тапшырылды.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2023-01-03/ya-y-yyl-konkursyny-i-yu-ary-nagrada-yna-kem-layy-buldy-3093931?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Яңы йыл конкурсының иң юғары наградаһына кем лайыҡ булды?
Яңы йыл конкурсының иң юғары наградаһына кем лайыҡ булды?
Читайте нас: