Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
18 Декабрь 2022, 07:10

Яҙыусылар съезы ойошманың яңы рәйесен һайланы

Тулыраҡ:

Яҙыусылар съезы ойошманың яңы рәйесен һайланы
Яҙыусылар съезы ойошманың яңы рәйесен һайланы

Был вазифаны Айгиз Баймөхәмәтов алып барасаҡ.

Баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан яҙыусылары съезының эше дауам итә. Яҙыу оҫталарын берләштергән союзға артабан етәкселек итергә кандидатуралар өсәү ине: Флүр Ғәлимов, Ринат Камал һәм Айгиз Баймөхәмәтов. Флүр Ғәлимов, коллегаларын Айгиз Баймөхәмәтовҡа тауыш бирергә саҡырып, үҙенең кандидатураһын алды.
Иҫәпләү комиссияһы тауыш биреү һөҙөмтәләрен барлағас, шул билдәле булды: яҙыусылар ойошмаһының рәйесе итеп күпселек тауыш менән йәш, популяр яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов һайланды!

Рәүилә Ғатауллина.

https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_193649

Яҙыусылар съезы ойошманың яңы рәйесен һайланы
Яҙыусылар съезы ойошманың яңы рәйесен һайланы
Автор:
Читайте нас: