Яҙыусылар съезының иң ҡыуаныслы мәлдәренең береһе дәүләт наградалары тапшырыу булды.
Маҡтаулы исемдәр араһында иң мәртәбәлеләргә - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә Әмир Әминев, Флүр Ғәлимов, Ринат Камал, Камил Йыһаншиндар лайыҡ булды. Ә телем, халҡым, илем тип йән атып йәшәгән һәм эшләгән Гүзәл апай Ситдиҡова - Башҡортостандың халыҡ шағирәһе!
Маҡтаулы исемдәрҙе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.
Әҙиптәребеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор:Равиля Гатауллина
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2022-12-16/haly-ya-yusylary-sha-ir-ary-r-te-tulylandy-3076183?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500