Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
11 Декабрь 2022, 11:05

Афарин, балтастар!

Тулыраҡ: 

Афарин, балтастар!
Афарин, балтастар!

Өфөлә «Бөтә планеталағы йондоҙҙар» ижади проект сиктәрендә «Башҡортостан йондоҙо» Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурс-фестивале үтте.

Сараның төп маҡсаты - балаларҙы һәм йәш үҫмерҙәрҙе мәҙәни һәм эстетик тәрбиәләргә, уларҙың иң яҡшы сифаттарын асырға, ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар араһында дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөхитен булдырырға ярҙам итеү.

Шундай ҙур дәрәжәлә уҙған конкурс-фестивалдә Балтас районы данын Балалар ижады үҙәгенең “ТанцPole” берекмәһе лайыҡлы яҡланы. Етәкселәре – Гөлназ Кашанова.

Һөҙөмтәләр буйынса 60-тан артыҡ көслө коллектив араһында “Вперед, Россия” бейеүе менән “ТанцPole” берекмәһе тәрбиәләнеүселәре 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Йәш йондоҙсоҡтарыбыҙҙы һәм етәкселәрен ысын күңелдән күркәм еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фирғәт Нәбиуллин.

Афарин, балтастар!
Афарин, балтастар!
Читайте нас: