Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
27 Ноябрь 2022, 08:40

Игеҙәктәргә – коляска

Ҡариҙел районында изге йола дауам итә.

Игеҙәктәргә – коляска
Игеҙәктәргә – коляска

Йыл һайын Әсәйҙәр байрамында Ҡариҙел районында  донъяға килгән игеҙәктәргә ике урынлы балалар коляскаһы тапшырыла килә.

Быйыл бындай бүләккә Иҫке Бағазы ауылында йәшәүсе Линура һәм Рәсил Хатмуллиндар ғаиләһе лайыҡ булды. Август айында уларҙың игеҙ ҡыҙҙары донъяға килгән. Хәҙер Хатмуллиндар биш ҡыҙ тәрбиәләй. Әсәйҙәр байрамына игеҙәктәр ата-әсәһе менән бергәләп сәхнәгә сыҡты һәм тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелде.

Район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров Хатмуллиндарға коляска тапшырҙы һәм изге теләктәрен еткерҙе. Сабыйҙар теремек булып үҫһен, атай-әсәйҙәренә именлек теләйек.

Гөлнара Солтанова.

Игеҙәктәргә – коляска
Игеҙәктәргә – коляска
Игеҙәктәргә – коляска
Читайте нас: