Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
30 Октябрь 2022, 12:40

Асҡындар булдыра ул!

Талантлы, телһөйәр йәштәребеҙҙең береһе -  Дилә Хәжиәкбәрованы лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Афарин, Дилә!

Асҡындар булдыра ул!
Асҡындар булдыра ул!

Тәүҙә Билгеш, артабан Ҡашҡа һәм Асҡын 2-се урта мәктәптәрендә белем алып, уҡыған йылдарында яҡшы өлгәшеүе менән генә түгел, ә төрлө ижади бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа үҙен һынап, береһе артынан береһе еңеү яулап, районыбыҙҙы данлаған Дилә Хәжиәкбәрова ла уңышлы сығышы менән һөйөндөрҙө.

Республика йәштәренең "Тере һүҙ" шиғри оҫталыҡ һәм художестволы уҡыу конкурсында ҡатнашып, «Шиғри әҫәрҙе рус телендә һөйләү” номинацияһында 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Дилә Р. Рождественский һәм М. Цветаева шиғырҙарын ҙур оҫталыҡ менән уҡып, барыһын да һоҡландыра.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дилә быйыл Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетының башҡорт бүлегенә уҡырға инеп, журналистика серҙәренә төшөнә. Талантлы райондашыбыҙ мәртәбәле уҡыу йортонда ла һәр саҡ алдынғы һәм өлгөр булып ҡала. Шундай һәләтле йәштәребеҙ булыуына сикһеҙ шатбыҙ! Уларҙың юғары уҡыу йорттарында белем алып, киләсәктә үҙ эшенең оҫтаһы булған лайыҡлы шәхестәр булыуын теләйбеҙ!

Диләгә шулай матур тәрбиә, белем биргән, бала сағынан һәләттәрен асҡан ата-әсәһенә, уҡытыусыларына, төрлө бәйгеләргә әҙерләп, уға дәрт-дарман, сәм һалған, ҡанатландырған остаздарына ла рәхмәт белдерәйек!

Афарин, Дилә!



Наилә Имаева.

 

 

Читайте нас: