Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
18 Август 2022, 22:40

Министр китапханала булды

Ҡариҙел ауылындағы Үҙәк моделле китапханаға Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин килде.

Министр китапханала булды
Министр китапханала булды

Район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин һәм уның урынбаҫары Рәмил Карам улы Вәлинуров, китапханалар селтәре директоры Светлана Алексеевна Сафарова оҙатыуындаАйбулат Вәкил улы  “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында яңыртылған моделле китапхананың зоналары менән танышты.

Айбулат Вәкил улы китаптар йортоноң зауыҡ менән биҙәлгәненә һәм китап һөйөүселәр өсөн  уңайлы шарттар тыуҙырылғанына иғтибар итте. “Кәрәҙ” икенсе республика педагогик марафонының асыу тантанаһына килгән баш ҡала ҡунағын Светлана Алексеевна "Экспериментаниум" интерактив музейы, кескәйҙәр,   әҙәби кафе, кәңәшмәләр залы һәм йәштәр зоналары менән таныштырҙы.

Гөлнара Солтанова.

Министр китапханала булды
Министр китапханала булды
Читайте нас: