Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
31 Июль 2022, 09:00

Тыуған яғыбыҙ – яҡташ яҙыусылар ижадында

Яңы асылған Яугилде күп функциялы ауыл клубы бинаһында урынлашҡан китапханаға Ҡариҙел районында эшләп килгән “Иҙел” яҙыусылар, шағирҙар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр берекмәһе етәксеһе Заһит Мөрсиев осрашыуға килде.

Тыуған яғыбыҙ – яҡташ яҙыусылар ижадында
Тыуған яғыбыҙ – яҡташ яҙыусылар ижадында

— Заһит Мирхәйҙәр улы — беҙҙең яҡташ яҙыусыбыҙ, Абуталип ауылынан. Уның ижадын уҡып, өйрәнеп, китап уҡыусыларыбыҙға еткереп барабыҙ. Бына арҙаҡлы шәхесебеҙ, яҙыусы-фронтовик Ғаян Лоҡмановҡа бағышланған күргәҙмә булдырҙыҡ. Беҙ, Яугилде ауылы халҡы, райондың талантлы һәм ижади кешеләренә ауылдашыбыҙ исемендәге әҙәби премия булдырылыуына ихлас шатланабыҙ. Заһит Мирхәйҙәр улы тап беҙҙең Ғаян Лоҡманов премияһын лайыҡлы йөрөтә, — тип билдәләне китапханасы Фәнүзә Ғәлиулла ҡыҙы.
Заһит Мөрсиев ижады бик тә үҙенсәлекле. Ул шиғырҙары менән башҡорт һәм татар поэзияһын байыта, проза әҫәрҙәре лә әленән-әле, яңы бешкән ҡоймаҡтай, өҫтәлгә килеп ята тора. Хикәйәләре республикабыҙ баҫмаларында йыш донъя күрә, күрше Татарстанда ла баҫыла. Хикәйә, повестан тыш, роман жанрына ла иғтибар итеп, ошо юҫыҡта “Солтанйәр” исемле әҫәрен яҙҙы. Романда тыуған яғыбыҙ тарихын, хеҙмәт кешеләрен таныйбыҙ. Төп кәсебебеҙ һаналған урмансылыҡҡа бәйле матур сюжеттар менән танышабыҙ. Әле китапханала осрашыуҙа ул “Хәтер тамсылары” исемле йыйынтығын тәҡдим итте.
Яҙыусыбыҙ яңы клуб буйлап экскурсиянан һуң ғорурлығын һәм шатлығын йәшермәне. Ҡасандыр иҫке генә ауыл китапханаһында уның остазы, ҡәләмдәше, яҡташы Ғаян Лоҡманов мөдир булып эшләгән. Яҙыусы үҙе лә киләсәктә шундай матур китап йортон күрергә теләгәндер, моғайын.
Осрашыу һуңында әҙип үҙенең шиғырҙар йыйынтығында автографын ҡалдырҙы.

 

Гөлнара Солтанова.

Тыуған яғыбыҙ – яҡташ яҙыусылар ижадында
Тыуған яғыбыҙ – яҡташ яҙыусылар ижадында
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: