Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Апрель 2022, 15:20

Яҙмыш елдәре. Рөстәм Ҡазыханов.

“25 йыллап ваҡыт үтте инде, армия сафына алынғас, Ҡаҙағстанға ебәрҙеләр. Яҡшы хеҙмәт иттем, бала саҡтан эшләп үҫкәнгәлер, армия хеҙмәте ауыр булманы. Хеҙмәтте тултырып, бына ошо поезд “Киев-Павлодар” менән ҡайтырға сыҡтыҡ. Ләкин ҡайтып етеп булманы..."

Тотҡонлоҡтан ҡотолорға тырышып поезд тәҙрәһенә бер себен һуғыла. Вагондағылар барыһы ла шул себенгә ҡарап, һәр береһе үҙ уйына сумған. “Киев-Павлодар” поезы мине, Совет армияһы сержантын, Ҡаҙағстан далалары буйлап командировкаға алып китеп бара. Вагонда минән башҡа тағы ике кеше бар. Береһе — күҙлекле, уртаса йәштәге ир кеше, ҡулында һары төҫтәге портфель. Уны алдына ҡуйып, бер минутҡа ла ҡулынан ысҡындырмай тотоп бара. Ваҡыты-ваҡыты менән күҙен йомоп-йомоп ала. Икенсеһе — 50-55 йәштәрҙәге ҡырыҫ ҡарашлы, ныҡ кәүҙәле ағай. Уның көрәк кеүек ҡулында конверт бар, ул бер шул конвертҡа, бер тәҙрәләге себенгә ҡарап ниҙер уйлай.

  • Кому горячие беляши? — тигән тауышҡа барыбыҙ ҙа һиҫкәнеп киттек.

Минең төкөрөктө йотоп ултырғанды һиҙгәндер инде, ҡырыҫ ҡарашлы ағай:

  • Әйҙә, һалдат менән икебеҙгә бер унды бирегеҙ, — тине.

Мин:

  • Кәрәкмәй, — тип тартҡылашып ҡараным, ләкин ағай кеше:
  • Аша, сержант, беләм, ашағың килгәнен, — тигәс, күп уйлап торманым, һыйланырға тотондом.

Ағай кеше конвертын өҫтәлгә ҡуйып, ашыҡмай ғына, үҙенә генә булған ниндәйҙер дәрәжәлек менән ашай башланы. Конверт тышындағы адресҡа күҙ һалдым, хат Башҡортостандан ине.

  • Ағай, һеҙ минең яҡташ булып сыҡтығыҙ бит, мин дә Башҡортостандан, — тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙем.

Ул яуап бирергә ашыҡманы, ҡулындағы ризыҡты ашап бөтөрөп, ауыҙын һөрттө лә, көрһөнөп кенә:

  • Эйе, мин дә Башҡортостандан, Асҡын районынан, — тине.
  • Ағай, мин дә бит Асҡындан. Үәт, бит әй, ниндәй осрашыу, һеҙ ҡайһы ауылдан?

Ағайҙың күҙҙәрендә бер миҙгелгә генә шатлыҡ осҡондары ҡабынды, йөҙөндәге ҡырыҫлыҡ юҡҡа сыҡты, йылмайыу йүгерҙе, ләкин ул тиҙ генә үҙ-үҙен ҡулға алып, элекке хәленә ҡайтты:

  • Да, иҫәнме, яҡташ, нисек унда хәҙер тормош, үҙгәрештәр күпме? — тип һораны һәм яуап биргәнде лә көтөп тормай һөйләй башланы.
  • 25 йыллап ваҡыт үтте инде, армия сафына хеҙмәткә алдылар ҙа, Ҡаҙағстанға ебәрҙеләр. Яҡшы хеҙмәт иттем, физик яҡтан әҙерлегем дә ныҡ булды, бала саҡтан эшләп үҫкәнгәлер инде армия хеҙмәте ауыр булманы. Хеҙмәтемде тултырып, бына ошо поезд “Киев-Павлодар” менән ҡайтырға сыҡтыҡ. Ләкин ҡайтып етеп булманы... Эскәнем юҡ ине быға тиклем, армияға тиклем ундай уй башыма ла инеп сыҡманы. Ауылға ҡайтыу теләгенән башҡа бер уйым да юҡ ине.Тиҙерәк ауылға, Төй буйына, әсәйҙе күрергә ашҡынды күңел. Поезд тауышы ла “һағындым-һағындым” тип ишетелә ине. Бына шундай хыялдар менән ҡайтып барғанда вагонға бер төркөм йәштәр килеп инде. Вагон тиҙ арала уйын-көлкө, шатлыҡ менән тулды. Ҙур-ҙур рюкзактарын өҫкө кәштәгә урынлаштырҙылар ҙа, күп уйлап тормайынса гитара уйнап йырлай ҙа башланылар. Кемдер өҫтәл әҙерләй башланы.  Беҙ ҙә   хеҙмәттәшем Юра менән “сухой паек”ка бирелгән тушенкаларҙы сығарҙыҡ. Өҫтәлгә бер шешә “Московский” ҙа килеп ултырҙы. Йәштәр йәштәр инде, беҙҙе күптәнге    таныштары һымаҡ күрҙеләр, һөйләштеләр. Шул уҡ ваҡытта һыйларға тырыштылар. Ҡабатлап әйтәм, эсеү тураһында уйымда ла юҡ ине. Башта гел бер уй: “Тиҙерәк ҡайтырға. Ҡайтырға...” Тиҙҙән ҡайтасағым тураһында әсәйгә хат та яҙғайным. Араҡы һалынған стаканды Оксана исемле ҡыҙ миңә һуҙҙы.
  • Йә, һалдат, ниңә эсмәйһең? — тип миңә тултырып ҡараны.
  • Ғафу итегеҙ, эскәнем юҡ, — тип яуап бирҙем. Оксана башын артҡа ташлап, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Мин үҙемде быға тиклем көслө ихтыярлы кеше тип һанай инем. Ләкин был ҡыҙ алдында юғалып ҡалдым, ҡыҙарындым, тотлоҡтом һәм ни эшләргә лә белмәй стаканды эләктерҙем дә бөтөрөп эсеп куйҙым.

Күп тә үтмәне улар минең яҡын дуҫҡа әйләнде. Оксана иң сибәр ҡыҙ булып күренә башланы.Тыуған ауыл томан араһына инеп юғалды. Уянып киткәндә мин бер станцияла милиция участкаһында инем. Студенттар юҡ, хеҙмәттәшем дә юҡ, үҙем бер нәмә лә аңламайым. Ҡалғаны ҡурҡыныс төш һымаҡ булды. Мине кеше үлтереүҙә ғәйепләп, 10 йылға ултыртып ҡуйҙылар. Шаһиттар һүҙҙәренсә, бер егет менән һүҙгә килешеп тамбурға сыҡҡанбыҙ һәм мин бер үҙем кире әйләнеп килгәнмен. Ә теге егетте тимер юл буйында тапҡандар... Әсәйем мине көтөп ала алманы, ҡайғыһынан ауырып үлеп китте. Мин срокты тултырғас, Ҡаҙағстанда ҡалдым. Ауылға ҡайтырға оялдым. Шунда төпләндем, ғаилә ҡорҙом, балалар үҫтерҙем. Ләкин ауылымды әле лә һағынам. Йыл һайын отпуск алып ошо “Киев-Павлодар” поезына ултырып юлға сығам һәм 12 йыл ҡайтып етә алмайым, кире боролам, — тип һүҙен тамамланы ул.

Ағай тәҙрәгә ҡарап тын ҡалды. Поезд тәгәрмәстәре “һағындым-һағындым” тип тыҡылдауын дауам итте.

  • Ә был ниндәй хат һуң? — тип һорарға мәжбүр булдым.
  • Класташым яҙған... класташтар осрашыуына саҡырған, белмәйем, ҡайтып етә алырмынмы, юҡмы...

Ағайҙы тыңлағандан һуң күңелемдә шиғыр юлдары тыуҙы.

Ҡайта алмаҫмын, ахыры, тыуған яҡҡа.

Унда иҫмәй яҙмыш елдәре.

Һыуындылар инде, ялҡынланып,

Дөрләп янған минең хистәрем.

Боролоп-боролоп аға Төй йылғаһы,

Боролоп-боролоп аға йыраҡҡа.

Ҡайта алмаҫмын, ахыры, тыуған яҡҡа.

Буйһонормон инде яҙмышҡа.          

Фото интернет селтәренән алынды. 

 

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: