Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
31 Ғинуар 2022, 12:00

Тырыш, өлгөр ҡыҙ

Гөлшат Хәтмуллина һәр яҡлап һәләтле  булыуы менән һоҡландыра.

Тырыш, өлгөр  ҡыҙ
Тырыш, өлгөр ҡыҙ

 

Борай ауылы ҡыҙы Гөлшат Хатмуллина  — бик тырыш, күп яҡлы һәләткә эйә, уңған йәштәребеҙҙең береһе. Борай 3-сө мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, әлеге көндә  Өфө  дәүләт нефть техник университетының «Органик матдәләрҙең химик технологияһы» факультетының 4-се курсында  белем ала.  Гөлшат юғары уҡыу йортонда  ла яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Укыуҙан тыш ул университеттың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай. Һәләтле ҡыҙ юғары уҡыу йортоноң бейеү ансамблен етәкләй, шулай уҡ «Ст. Арт»  студент халыҡ театрында үҙен оҫта актриса итеп күрһәтә. Ул уҡыу төркөмөнөң старостаһы ла, магистрҙар бүлегенең профком эшен дә намыҫ менән алып бара.

Гөлшат мәктәптә уҡығанда уҡ төрлө яҡлап һәләтле, әүҙем ине. Район, республика күләмендә уҙғарылған төрлө шиғыр һөйләү бәйгеләрендә, ижади конкурстарҙа, фестивалдәрҙә байтаҡ еңеүҙәр яуланы. Оҙаҡ йылдар бейеү түңәрәгенә йөрөп, сәхнәлә үҙен оҫта бейеүсе итеп күрһәтте. Төрлө сараларҙы, концерттарҙы алып барҙы.

Әйткәндәй, Гөлшат әле лә каникул, ял ваҡыттарында районда уҙғарылған концерт һәм мәҙәни сараларҙа  әүҙем ҡатнаша. Борай Мәҙәниәт йортонда Яңы йыл байрамын  да алып барҙы. Һабантуйҙар, Студенттар, Йәштәр көндәре һәм башҡа саралар уның ҡатнашлығында үтә.

Киләсәктә Гөлшатҡа юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, тормошта үҙ юлын табып, матур итеп эшләүен һәм йәшәүен теләйбеҙ!

Гөлназ Мирхәйҙәрова.

Борай районы.

Тырыш, өлгөр  ҡыҙ
Тырыш, өлгөр ҡыҙ
Читайте нас: