Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
5 Ғинуар 2022, 09:45

2022 йыл Башҡортостанда нимә йылы буласаҡ?

Был хаҡта БР Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Республика етәксеһе Хөкүмәт кәңәшмәһендә әйтеүенсә, 2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде.

“Бында логика бар. "WorldSkills" бик яҡшы үтте, командабыҙ лайыҡлы сығыш яһаны. Һәм беҙ һөнәри белем биреү системаһында эште нығытыу кәрәклегенә иғтибар иттек. Беҙҙә 96 колледж бар. Илдә иң күбе. Шуға ла системаны модернизациялауҙы уйларға тейешбеҙ.

Әле РФ Хөкүмәте менән Өфөлә һөнәри белем биреү өлкәһендә эшләүселәрҙең квалификацияһын күтәреү буйынса федераль үҙәк асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Беҙҙе хупларҙар тип өмөтләнәбеҙ һәм был һөнәри белем биреү үҫешенә этәргес буласаҡ”, – тине Радий Хәбиров.

Хеҙмәткә килгәндә, эш кешеһен, эшсе һөнәрҙәрҙе танытыу кәрәк. Радий Хәбиров белдереүенсә, тиҙҙән беҙҙең предприятиелар эшселәр етмәүҙән зыян күрәсәк. Был проблеманы лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырып ҡына хәл итә алабыҙ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-12-28/2022-yyl-bash-ortostanda-nim-yyly-bulasa-2637693

Автор:
Читайте нас: