Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
26 Ноябрь 2021, 15:45

“Ҡарҙар менән ап-аҡ бәхет яуһын”

“Йәнтөйәк” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмө дуҫтары үҙҙәренең ижад емештәре менән беҙҙе даими ҡыуандырып тора. Асҡын районының Баҙансат ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында йәшәүсе Флидә Фәрит ҡыҙы Фәтхиеваның ҡыш миҙгеленә арнап яҙған шиғырын тәҡдим итәбеҙ

“Ҡарҙар менән ап-аҡ бәхет яуһын”
“Ҡарҙар менән ап-аҡ бәхет яуһын”

Бына тағын ергә ҡарҙар ятты...

Аҡлыҡ-сафлыҡ бөркөп донъяға.

Ҡарҙар менән ап-аҡ бәхет яуһын,

Яуһын ине улар һәр өйгә.

Ынйы ҡарҙар менән һөйөнөстәр,

Ҡыуаныстар яуһын Еремә.

Мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ яуһын,

Сафлыҡ яуһын һәр кем күңеленә.

Ҡар елдәре йыраҡ алып осһон

Сир-сор алып килгән ғазапты.

Тыныслыҡта ғына тыуһын таңдар

Оноттороп ауыр хәсрәтте.

Шөкөр генә ҡылып ҡаршылайбыҙ

Матур ҡыш миҙгеле етеүен.

Хоҙай Тәғәләнән беҙ һорайбыҙ

Иҫән-имен уның үтеүен.

Рәхмәт, Тәңрем, тағы аяҡ баҫтыҡ

Аҡтан биҙәкләнгән келәмгә.

Ғүмер биргәс, матур йәшәү ҙә бир,

Бир Һиңә табынған ҡолоңа.

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: