Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
22 Апрель 2021, 09:08

“Һүҙем менән көслө мин!”

Балтас район Мәҙәниәт һарайында Рәсәй, Башҡортостан языусылар һәм журналистар берекмәһе ағзаһы, шағирә һәм прозаик, Балтастың талантлы ҡыҙы Гөлнара Шәймөхәмәтованың “Һүҙем менән көслө мин!” тип исемләнгән ижад кисәһе уҙҙы.

Кисәлә уның өр-яңы ижад емеше — республикабыҙҙың Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Төш” исемле проза китабының исем туйы ла байрам ителде.
Сарала шағирә һәм яҙыусы Гөлнара Шәймөхәмәтова (Гөл Мирһади) яҙған шиғырҙар һәм уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғыраны. Алтын юбилейын билдәләгән ҡәләм оҫтаһын матур байрамы менән ҡотларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Инзилә Әдип ҡыҙы Ғәсимйәнова, Зәйнәп Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева, Гөл Мирһадиның өс китабының мөхәррире Гөлшат Мирсәғит ҡыҙы Абдуллина, “Тулпар” журналының проза бүлеге мөхәррире Дилбәр Данис ҡыҙы Булатова, “Балтас таңдары” район гәзите мөхәррире Рөстәм Мәүләүи улы Вәлиев һәм Балтас районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Дамир Мәүлитхан улы Хәмәтов килде. Шулай уҡ “Юлдаш” радиоһының алып барыусыһы Рания Билалова һәм юбилярҙың бик күп шиғырҙарына көй яҙған композитор Эльвира Хәмәтнурованы тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Байрам кисәһен Гөл Мирһадиның ижадташ дуҫы , шағирә Ләйсән Яҡупова бик матур итеп алып барҙы. Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙының ижади емешле, изге эштәр менән тулы тормошо уны һәр саҡ ҡыуандырып, тағы ла ижадҡа дәртләндереп торһон!
Гөлназ Ғәлләмова.
Балтас районы.
Читайте нас: