Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
26 Май 2020, 18:15

Яҡты күңеллеләр донъяны нурлай

Тәжрибәле китапханасы эшен бар күңелен һалып башҡара

Абдулла ауыл китапханасыһы Рәзидә Мөхәмәтова 22 йылдан ашыу уҡыусыларҙа әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй. Бында йәш китап һөйөүселәр өсөн үткәрелгән күңелле викториналар, әҙәби кисәләр балалар хәҙер китап уҡымай тигән фекерҙе инҡар итә.
Әлеге ваҡытта коронавирус инфекцияһы таралыуҙы сикләү маҡсатында иғлан ителгән карантин ваҡытында ла Рәзидә Мөхәмәтова өйҙә тик ултырмай, балалар менән Интернет аша эшләүен дауам итә.
— Үҙизоляция ваҡытында онлайн режимда бик күп сара ойошторолдо. “Бәйләнештә” селтәрендәге Абдулла ауыл китапханаһы төркөмөндә аралашыу бик уңайлы. Яңы “Алтын әкиәт китабы” онлайн-проектында китап уҡыусылар яратҡан әҫәрҙәрен видео аша һөйләне. Уҡыусыларға китаптар видео аша тәҡдим ителде. Мәҫәлән, Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй”, Ибраһим Абдуллиндың “Тол ҡатындар иламай”, “Ҡош юлынан барам” һәм башҡалар. “Еңеү байрамы” онлайн-конкурсында балалар һуғыш йылдарын сағылдырған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрҙө. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап шиғырҙар һөйләнде, кемдәрҙер оҫталыҡ дәрестәре ҡарап, открыткалар яһаны. “Сыйырсыҡ умартаһы” конкурсында ҡатнашыусылар күп булды. Интернет селтәре аша шиғырҙар конкурсы ойошторҙоҡ. Балалар бәйге шарттарын тейешенсә үтәне. Һәр ҡайһыһы матур йөкмәткеле шиғырҙар ятлаған. Сараларҙа ҡатнашып, матур күрһәткестәргә өлгәшкәс, балаларҙың күңеле үҫеп, китап уҡырға теләктәре көсәйеп китте. Уҡыусылар менән даими рәүештә халыҡ ижадын, бигерәк тә, үҙебеҙҙең төбәктәге яҙыусыларҙың тормош юлын өйрәнәбеҙ. Улар ижад иткән шиғырҙарҙы ятлайбыҙ, йырҙарын башҡарабыҙ, таҡмаҡтарын өйрәнәбеҙ, әкиәттәр уҡыйбыҙ. Онлайн форматта үткән “Библиотөн” Бөтә Рәсәй акцияһында, “Үлемһеҙ полк”та, “Туған телгә 100 аҙым” проектында, митингыларҙа, өмәләрҙә ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ район гәзиттәре, милли баҫмалар, журналдар менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Йыл әйләнәһенә балалар менән бәйләнеш өҙөлмәй, яңы идеялар, проекттар менән янып йәшәйбеҙ, — тип һөйләй Рәзидә Нәжип ҡыҙы.
Әүҙем китапханасының тырыш хеҙмәте байтаҡ дипломдар, сертификаттар менән баһаланған.
Рәзидә Нәжип ҡыҙы үҙ эшенә бар күңелен һалған хеҙмәткәр булһа, өйҙә һөйөклө ҡатын, биш балаһына хәстәрлекле әсәй ҙә. Тормош иптәше Марат Муллаян улы Ҡараяр табип амбулаторияһында терапевт булып эшләй. Улар Абдулла ауылында үҙҙәре һалып сыҡҡан өйҙә тормош мәшәҡәттәре менән ҡайнап ғүмер итә. Уңған хужа менән хужабикәнең донъялары етеш, өй эстәре йәмле. Мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫтереп, балалар бәхетенә төрөнөп, уларға ярҙамлашып йәшәйҙәр.
Ысынлап та, Марат Муллаян улы менән Рәзидә Нәжип ҡыҙы ғәжәйеп яҡшы кешеләр. Татыу ғаиләлә һөйөү һәм хәстәрлеккә төрөнөп үҫкән балалар ҙа тәрбиәле, хеҙмәт һөйөүсән. Улдары Динар Себерҙә иретеп йәбештереүсе булып эшләй, ҡыҙҙары Алһыу — балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ире Морат менән ике ҡыҙ үҫтерә. Зөһрә Өфөлә үҙәк ҡала китапханаһында эшләй. Камилә — Ҡараяр урта мәктәбендә 8-се класта, улдары Мөслим 10-сыла уҡый. Йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәгән ғаиләне ауылдаштары хөрмәт итә.
Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: