Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
12 Май 2020, 18:11

Ете ят йәр

(Хикәйә)

Инде лә йондоҙҙар шул тиклем яҡын булып секерәйешеп то­рорҙар икән. Әллә Ер шары үҙ күсәренән ысҡынған да йондоҙҙар даръяһына атылғанмы? Йондоҙҙар бик яҡын һымаҡ, үрелеп тә алып булыр кеүек тойола: күҙ ҡыҫалар, үҙҙәренә саҡыралар, әйтелмәгән ниндәйҙер серҙәре, һүҙҙәре бар һымаҡ. Ә сәсрәп атылған йондоҙҙар галактиканың бер мөйөшөнән икенсеһенә хәбәр йөрөткән курьер булып тойола.

Аяҙ, тын төндәрҙә, бигерәк тә эс бошҡан саҡта, Ғүмәр күк япмаһына һибелгән шул осҡондарҙы күҙәтергә, улар менән, иҫәр кеүек, күңеленән генә гәпләшергә ярата. Әлеге ғәҙәте күптәнән — йәшлек осоронан килә.

Бар ине Кәркә тигән ауыл. Берҙән-бер урамы дүрт тараф елдәренә лә шыр асыҡ һөҙәк тау битләүендәге уйһыулыҡҡа кирелеп ятҡан. Утын, ағас әҙерләр өсөн урманға биш-алты саҡрым теркелдәргә кәрәк — һайыҫҡан ҡунып сырҡылдарлыҡ та урманы булмаған ниндәй ауыл инде ул, ләкин был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Әбей батша заманында Арса яҡтарынан килеп сыҡҡан Харис мулла нәҡ шул урынға иң беренсе ҡаҙыҡты бик белеп ҡаҡҡан. Ҡояшҡа һырт биргән Кәркә баҫыуҙары яҙын ҡарҙан бик иртә асылып, сәселгән орлоҡто өшөтмәй генә шытыр хәлгә еткереп йылыта икән. Ә уның ере! Ерен әйт һин уның! Үҙле, йәбешкәк. Көҙгө төн кеүек ҡара. Ҡойма ямғырҙарҙа аяҡты йәбеш­тереп, мисәтләп ҡуя. Инде лә, әйтһәм әйтәйем, йыл һайын тупылдатып бала тапҡан, уңған, булдыҡлы ҡатын кеүек уңдырышлы, игелекле ер ул! Тик сәс кенә. Бише менән ҡайтарыр.

Ә ҡыштарын... Ә ҡыштарын бында ғәрәсәт ҡуба. Килде-китте бурандар Кәркә баҫыуҙарын көрт һырынтылары аҫтына йәшереп ҡуя. Ауыл да ҡар аҫтында. Ир-ат быға һөйөнә генә: “Дым шәп буласаҡ! Хет ҡоролоҡ булһын — беҙгә нипачум”. Шулай тиҙәр, шулай уйлайҙар, сөнки улар белә — Кәркә тупрағы тәбиғәт биргән дым­дың тамсыһын да ағыҙып ебәрмәйә­сәк, ә мамыҡ кеүек ҡомһоҙланып үҙенә һеңдерәсәк. Һеңдерә. Һәм, кәрәк сағында, кәрәгенсә генә кире бирә.

Йылдың-йылы өҫтәлдә күпереп бешкән икмәк хуш еҫен аңҡытып, хөрлөк, муллыҡ белдереп торһа — иң ҙур байлыҡ, йәшәү­ҙең матурлығы, мәғәнәһе бына шул. Крәҫтиән икмәк һалыуҙан икмәк һалыуға ҡәҙәр йәшәй. Икмәге уңһа — күңеле көр, донъя матур, ә инде бик уңмаһа — ҡатын ниҙер килештереп бөтөрмәгән, ахыры.

Кәркәлә икмәкте күмәс тиҙәр. Ҡабарып бешкән, өҫтө ҡыҙҙар бителәй шыма, ҡыҙарып, ялтырап торған булыр. Ул осорҙа туйҙар өсөн, ҙур ҡунаҡ-төшөмдәр өсөн яҡын-тирә ауыл халҡы күмәсте гел генә Кәркә еңгәләренән һалдырып алыр ине.
Хәҙер Кәркә юҡ инде — магазин икмәген ашаусылар, бәләкәй генә ауыл перспек­тиваһыҙ тип, уны туҙҙырҙылар, урынын көтөүлек иттеләр. Ҡасандыр туйҙырған, ә хәҙер инде билсән, әрем, һары сәскә баҫҡан Кәркә баҫыуҙарында дегәнәккә батҡан ахмаҡ һарыҡтар өйөрө, һыйыныр күләгә таба алмайса, мәйелдәп йөрөй.

...Заманында Кәркәлә Хәнифә исемле еткән ҡыҙ ҙа бар ине. Өстән үрелгән ҡалын толомдары алға, тығыҙ, йомро күкрәктәре өҫтөнә һалынған булыр ине. Сәстәренең ҡаралығы ғына етмәҫтер тип, тәбиғәт уға муйыл күҙҙәр ҙә биргән, саҡ ҡына ҡалы­ныраҡ ҡаштарын да ҡараға буяған. Йылмайғанда бит остары уймаҡланып соҡорая. Заманында Хәнифә күп егет­тәрҙең осҡолоғон тотторҙо инде, ә үҙе береһенә лә сер бирмәне, асылып барманы, аяҡ аҫтында йөрәктәрен тотоп тәгәрәшеп ятҡан егеттәргә иҫе лә китмәне хатта. Бына шул тәкәббер, үҙ алдына йылмайып йөрөгән Хәнифәгә Ғүмәр ҙә ғашиҡ булды.
Эй ул йоҡоһоҙ төндәр, эй ул ҡыҙ ҡы­рында ғына баҫып тороуҙарҙың рәхәт­легенән, уның сәстәренән, тәндәренән килгән еләк, әрем, бәпкә үләне, яңы ғына һауған һөт еҫенән — тағы ла әллә ниндәй, быға ҡәҙәр бер ҙә белмәгән, тоймаған хуш еҫтәрҙән иҫереп, миңрәүләнеп аңҡы-тиңке йөрөлгән гонаһһыҙ, бәхетле саҡтар! Булды ул. Булған ул. Юҡҡа ғына Ғүмәрҙең йөрәге ошондай салт аяҙ йондоҙло төндәрҙә һыҡранмай ҙа инде.

Йыр бар: беренсе йәр ятҡа ҡала, тип йырлайҙар, өҙөлөп һөймәгеҙ, тиҙәр. Ысын, дөрөҫ икән, өҙөлөү кәрәкмәй икән дә ул. Ғүмәр ҙә, башҡа егеттәр кеүек үк, Хәнифә йөрәгенә асҡыс ярата алманы. Тырышманы түгел, тырышты — ҡыҙға хистәрен ыҡ-мыҡ килеп аңлатмаҡ булыр ине, ә Хәнифә, матур башын артҡа сөйөбөрәк, беләктәрен ымһындырғыс күкрәктәре өҫтөнә ҡаушырып, күктәге йондоҙҙарға төбәлеп үҙ һүҙен һөйләр. Башҡаларҙы ишетмәй ул. “Эй-й, матурҙар... Ҡарале, береһе бигерәк яҡты яна. Беләһеңме, Гершель тигән ғалим, һәр йондоҙҙоң үҙ пары бар, ти. Ул 3347 парлы йондоҙ тапҡан. Йондоҙҙар төрлө төҫтә була — зәңгәр, йәшел, ҡыҙыл, һарылары ла бар. Иғтибар менән ҡара! Йондоҙҙоң төҫө уның өҫлөгөнөң температураһына бәйле икән. Беҙгә күренгән өс мең йондоҙҙоң иң яҡтыһы — Сириус... Ә миңә, беләһеңме, һуғышта ил азатлығы өсөн үлгән кеше­ләрҙең рухы йондоҙҙа йәшәйҙер кеүек, шунан, йыраҡтан, галактика төпкөлөнән, уларҙың ҡарашы нур булып сағылалыр һымаҡ. Эй-й, иҫәр ҙә инде мин, эйеме?..”

Өй мөйөшөнә бәйләп ҡуйылған быҙау, мейес артындағы һарыҡ бәрәне араһында үҫкән ауыл ҡыҙы йондоҙҙар тураһындағы ғилемде шул тиклем ҡайҙан алғандыр — уныһын үҙе генә белә, ә бына Хәнифәне оҙатҡылаған егеттәр күк есемдәрен китапханалағы берҙән-бер “Астрономия” китабынан уҡып өйрәнде. Музейға ҡу­йырлыҡ данлыҡлы китап инде ул. “Йондоҙҙоң яҡтылығы беҙгә саҡлы биш йөҙ йыл килә. Бына, ҡарап тораһың, ул, фактически, может инде һүнгәндер ҙә”, – тип кенә ебәрә ине Кәркә егеттәре ул мәлдәрҙә. Берәйһе йондоҙ тураһында һүҙ ҡуйырта икән – тимәк, ул Хәнифәне оҙата барған йәки әҙерләнә, оҙаҡламай оҙатасаҡ, тигән һүҙ.

Ысынында Кәркә күгендәге йондоҙҙар яҡты ине, күп ине һәм бейек тә булып сыҡты – буй етерлек түгел. Ул йондоҙҙар Ғүмәрҙең күҙ төбөнә лә ҡунып-ҡунып ҡайтҡыланы – үҙ ҡыҙҙары янына ситтәрҙе яҡын килтерергә яратмай ине Кәркә “астроном”дары.

...Булды инде.
Ә бер саҡ, көҙгә кергәс, Хәнифә Стәрлегә эшкә урынлашты һәм, ҡала икмәге ашап, билдәре тағы ла нес­кәреберәк кенә киткәйне. Яңы йыл алдынан чечен егетен эйәртеп ҡайтты. Кейәүгә сыҡҡан икән! Хәнифәнең йөрәгенә нисек шулай бик тиҙ үтеп керә алған ул чечен? “Вәт, бына беҙҙең яҡта Кавказ тауының иң бейек түбәһенә менәһең дә кәрзинеңә йондоҙҙарҙы сүпләп-сүпләп тултыраһың инде”, — тип лыҡылдағандыр, һайра­ғандыр, күрәһең.

Бөттө, үлде, һүнде Ғүмәр. Ул ғына түгел, көтөлмәгән яман хәбәрҙән Хәнифәгә күҙ һалған бүтән егеттәр ҙә ҡырылды.
Ә чечен кейәүгә, бөҙрә башҡа, оҙон һыйраҡҡа нимә — уны, пальтоһының иҙеүҙәрен ысҡындырып (Ғүмәрҙәр өҫтөндә — бишмәт), аҡ шарфтарын таратыбыраҡ ебәреп, Кәркәнең һәр өйөнә кереп, күрешеп-танышып йөрөгән, тинеләр.
— Әссәләмә-ғәләйкүм! Мин һеҙҙең кейәүегеҙ! Мин дә, иншалла, мосолмандыр, — ти икән.

Асыҡ йөҙлө, күңелсәк кейәүҙе ауыл ҡабул итте.
...Могамед (кәркәләр Мөхәммәт тине) менән Хәнифә Хоҙай бирмеш һәр йылда, йөрәк яндырып, ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөнө. Ҡайтҡан һайын балалары гел берәүгә артҡан була ине. Өс ҡайтыуға – өс малай. Теремек, йылғырҙар. Мөхәммәт ҡунаҡ булыуын, ғәҙәттәгесә, балаларын күтәреп, эйәртеп, өйҙән-өйгә йөрөп, хәл-әхүәл белешеүҙән башлар.
— Әссәләмә-ғәләйкүм! Ҡайттыҡ әле. Дин ҡәрҙәштәр бит беҙ...

Йөрөп алалар ине шулай урам тултырып. Уларға ауыл балалары ла эйәрә. Китә этеш-төртөш, шаярыу, уйнауҙар. Башлыҡтары — Мөхәммәт.

Ә әсәләре, нисәмә бала бағып та гү­зәллеге һис юйылмаған Хәнифә, ҡапҡа бағанаһына һөйәлеп, үҙ уйҙарына үҙе йылмайып, уларға баҡҡан. Ниһайәт, уның йондоҙҙары ергә төштө, ахыры.

Чечен Мөхәммәт Кәркәне бына шулай яулап алды. Ауыл теленә ваҡытты яңыса үлсәү берәмеге керҙе. Кешеләр, берәр эштең, хәлдең ваҡытын асыҡлау кәрәк булһа: “Мөхәммәт кейәү ҡайтҡан ине бит, точно шул саҡта”, — тип кенә ебәрә ине.
Кейәүҙең иң яратҡан эше бесән сабыу һәм, әйтһәм, ышанмаҫһығыҙ инде, икмәк һалыу икән. Эйе-эйе, икмәк һалыу. Икмәктәре менән быға ҡәҙәр шөһрәт алған ауыл ҡатындарын тамам бөтөрҙө, һытты Мөхәммәт!

Иң башта ул йүкә ағасынан кеүәҫ (силәк) яһаны — ҡамырға йүкәнең хуш еҫе бик шәп һеңә икән. Кәркә тағы шуны ла белде — икмәк ҡамырын ирҙәр, бары тик ир кеше генә иҙергә тейеш! Сөнки ҡатын-ҡыҙҙың ҡулы көсһөҙ, ҡамыр баҫҡанда ул көсәнеүҙән тирләй һәм шул тир еҫе ҡамырға йоға. Ә ғәйрәтле ир-атҡа ҡамыр баҫыу уйын менән бер. Мөхәммәт тағы ла былай ти:

— Хошь не хошь, икмәк иҙгәндә ҡатын-ҡыҙ һуҡрана инде ул — ауыр эш бит. Ҡатын-ҡыҙ бер ниҙе лә үҙ эсендә тота алмай. Бына шул һуҡраныу, ҡара көс булып, ҡул аша ҡамырға күсә, ә ир-егеттәрҙең тәбиғәте хәсрәтте үҙ эсенә йотоуға, шатлыҡты ғына уртаҡлаша торған итеп ҡоролған...

(Дауамы бар).
Автор: Ғәли ҒАТАУЛЛИН
Читайте нас: