Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
18 Март 2020, 18:42

Һауаларҙың сафлығы йәки Көсләү (повесть)

Иптәштәр!Иғтибарығыҙға хәбәрсе Баныу Ҡаһарманованың ижадын - "Һауаларҙың сафлығы йәки Көсләү" исемле повесын тәҡдим итәбеҙ. Тәүҙә бер өлөшөн бирәбеҙ, ҡалғандарын яйлап. Хәбәр итербеҙ, баш өлөштәргә һылтанмалар ҡуйырбыҙ."Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа юлдар соҡор-саҡырлы..."

I бүлек.

- Һауаларҙың сафлығы! – Рита күҙҙәрен сытырайтып йомоп, ҡулдарын ҡанаттар һымаҡ йәйеп, күкрәк тултырып тын алды. Битен ҡояшҡа ҡуйып, еләҫ елгә иркәләнеп тора биргәс, күҙҙәрен асмайынса ғына төйнәлгән оҙон сәсен туҙҙырып ебәрҙе. Сәсе ҡарға ҡанатындай ҡара-ялтыр, ҡалын уның, барыһы ла көнләшеп ҡарай. Ләкин Рита толомдарын һирәк ялбырата, күпселектә үреп, түбәһенә өйә лә, ҡытай таяҡсаһы менән нығытып ҡуя. Йүнсел булараҡ, суши, ролл ашағандан һуң таяҡсаларҙы ташламай: уларҙы матурлап игәп, төрлө төҫтәге буяу, лак менән буяп, биҙәкләп, остарына кескәй генә мәрйендәр таға ла, үҙе лә рәхәтләнеп файҙалана, таныш-тоноштарына ла бушлай тарата. Һөнәре буйынса рәссам бит ул. Улай ғына ла түгел, рәссам-декоратор, гүзәллек өләшеүсе. Һөнәре арҡаһында Рита үҙен гел дә тылсымсы итеп тоя: ябай ғына торлаҡты ла үҙенсәлекле итеүгә өлгәшә ала. Махсус уҡыу йортонда белем алғанда, театрҙа эшләрмен, постановкалар өсөн декорациялар уйлап сығарырмын, тип күҙаллаһа ла, иҫәпле генә Мельпомена ғибәҙәтханаларында уға, йәш белгескә, урын табылманы. Юҡ икән, юҡ, тип, Рита артыҡ бошонмай, үҙенең хеҙмәтен тәҡдим итеп, реклама гәзитенә иғлан бирҙе. Һуңғы йылдарҙа илдә аҡсалы айырым социаль төркөмдәр барлыҡҡа килеп, улар йорттарының үҙ йөҙөн булдырыуға, үҙенсәлеккә ынтылғас, декораторҙарға ихтыяж бермә-бер артҡайны. Шуға ла гәзит сыҡҡандың икенсе көнөнә үк уға шылтыраттылар: “Магазиндарҙы ла матурлайһығыҙмы?” Үтә эре һөйләшеп, үҙ-үҙен тотошо, ҡыланыштары менән байбисә булып күренергә тырышһа ла, ысынында иһә сәскә һатыу менән шөғөлләнгән бизнесвумендың кеҫә яғы үтә ҡалын түгел ине. Ҙур эште эшләтеп, шуның өсөн тиндәр генә тамыҙа алған ҡатынға Рита тәүҙә “юҡ” тиергә уйлағайны, аҙаҡ, бала-саҡтан килгән ғәҙәте буйынса, бөтә “ыңғай” һәм “кире” яҡтарҙы ҡағыҙға яҙып, күңел бизмәнендә үлсәп ҡарағас, эшкә тотонорға ризалашты. Һәм яңылышманы, киреһенсә, отто - эшҡыуарҙың яңыртылған сәскә магазины йәш декораторҙың исемен башҡаларға танытты. Тәүҙәрәк Ританың тәжрибәһе юҡлығына һуҡтырып, аҡсаны иҫәпле генә түләһәләр ҙә, тора-бара үтә зауыҡлы, башҡаларҙыҡына оҡшамаған эштәре менән дан яулаған талантлы декораторға сират барлыҡҡа килде. Һөнәрен йыш ҡына дизайнерҙыҡы менән бутанылар. Рита, мин дизайнер түгел, декоратор, тиһә, ә уның ниндәй айырмаһы бар, тип иңбаш йыйырҙылар. Дизайнерҙың буш урындың геометрияһы өҫтөндә эшләгәнен, ә декораторҙың алдында шуны уникаль эстәлек менән тултырыу бурысы торғанын аңлата-аңлата, Рита визиткаларына “Мин эксклюзив материалдарҙан элиталы интерьер тыуҙырам” тип яҙырға мәжбүр булды. Әммә бай, көйәҙ клиенттарының теләктәрен өйрәнә торғас, дизайн буйынса ла эшләргә кәрәклеген төшөндө. Училищела был һөнәрҙең нигеҙҙәрен өйрәткәстәре, артабан белемде үҙ аллы камиллаштырыу ауыр булманы. Ярты йылдан шәхси предприятие асты ла, үҙенә тотош бригада ялланы. Стандарт ҡалыптарҙан ирекле ижади фекер йөрөткән, заманса материалдарҙы, стиль ағымдарын, интерьерҙарҙы биҙәү традицияларын яҡшы белгән оҫтабикәнең тағы ла бер көслө яғы бар - ул һәр заказсы менән уртаҡ тел табып, кешене өгөтләп, үҙ яғына күндереү һәләтенә эйә. Ә хәҙерге заманда үҙ хеҙмәтеңде тәҡдим иткән эш менән шөғөлләнгәндә, был сифат алтынға бәрәбәр. Рита элек, тәүге ике-өс иғәнәне туплап, осһоҙлата “Жигули” һатып алғайны, сөнки машинаһыҙ декоратор – ике ҡулһыҙ һымаҡ, әле уның урынын Ҡарасман Рафчик биләй. “Toyota RAV4” машинаһын шулай иркәләп атай Рита. Ситроенға күҙе ҡыҙыҡҡайны ла, ауылға йөрөргә уңайлыраҡ булыр, тип, “Тойота”ны алды. Сөнки кеше тупһаһында йәшәүҙе мөрхәтһенмәй, биш-алты өйҙән торған ташландыҡ бер ауылдан кредитҡа булһа ла иҫке йортто ҡулға төшөрҙө. Үҙ тормоштарында тыныс ҡына бығырлап дәүерҙәрен ослаған ҡарт-ҡоро бирге яҡта йәшәһә, үрге урамды Ританың ғына яңғыҙ өйө терелтә, ҡалған етем йорттарҙан ҡырағайланған алмағас һәм ҡуйы акация, сирень ҡыуаҡлыҡтары менән кесерткән баҫҡан емерек нигеҙҙәр генә ҡалған. Рита бер үҙе түгел, һеңлеһе Гита уның менән бергә. Күп йылдар элек “Зита менән Гита” тигән һинд фильмына иҫе киткән әсәйҙәре, игеҙәктәр тапһам, балаларға шул исемде ҡушам, тип алдан ҡысҡырғайны ла, игеҙ бала урынына Гита ғына тыуҙы. Зитаһын да табып ҡуясаҡмын, тип һыр бирмәгән әсәйҙәре әлдә башҡаса балаға уҙманы. Рита шулай ти, сөнки ата-әсәһенең эскеһенән шул тиклем дә биҙрәгән, иҫерек иреш-талаштар, хәйерселек үҙәгенә үткән. Ата-әсәһе генә етмәгән, хәҙер ағаһы менән ҡустыһы ла эсеп-с...п йөрөй. Исмаһам, Гитаны эскелек һаҙлығынан ҡотҡарайым, тип тә, бер үҙе иҫке йортта йәшәргә шомланып та, Рита һеңлеһен үҙенә күсерҙе, үҙе уҡыған художество училищеһына, уҡытыусылары менән һөйләшеп, туғанын уҡырға ла индерҙе. Бер-ике йыл уҡыһын да, үҙем янына эшкә алырмын, тип ниәтләп йөрөгәйне лә, әммә үтә хисле, эскерһеҙ Гита октябрҙең һалҡын бер кисендә, апай, минең әллә ниңә эсем күбә лә ул, тип күҙҙәрен мөлдөрәтте. “Тап шул мәлдән бөтәйгәндәй тойолған донъямдың аҫты-өҫкә килә башланы түгелме?” - тип Рита уйҙары менән һәр саҡ шул һалҡын кискә барып төртөлә. Әле лә, саф елгә ирәйеп, иркәләнеп, сәсен туҙҙырып ебәргәндә, хәтер йомғағы ла һүтелеп, артҡа, үткәндәргә тәгәрәне.
Һаулығына зарланғандың икенсе көнөнә һеңлеһен терапевҡа алып барғас, уныһы гинекологҡа ебәрҙе, һәм Гитаның ауырлы булыуы асыҡланды. Рита ултырғысҡа лыпын ултырҙы ла ҡуйҙы. Шаңҡыуҙан ни әйтергә лә белмәне. Донъяға гел һөйөп, һоҡланып баҡҡан һеңлеһенең күҙҙәре ҡурҡыуҙан ҡарайҙы. Табиптан сығыу менән Рита Гитаны иңбашынан тотоп һелкетте: “Кем менән йоҡланың? Әйт миңә, кем менән йоҡлап өлгөрҙөң, бисура?” Һеңлеһенең йөҙөнән ҡан ҡасты: “Белмәйем, апай, ысын әйтәм, белмәйем”. Оторо ярһыны Рита: “Нисек инде белмәйһең? Күҙҙәрең ҡайҙа булды шул мәлдә?” “Юрған менән ҡапланылар, апай”, - Гита шыбырланы ла, аңын юйҙы... Һеңлеһен тотоп өлгөрә алманы Рита – стена буйлап шыуып төшкән быуынһыҙ ҡыҙҙы бер ир күтәреп, эскәмйәгә һалды.
Шәфҡәт туташтары нашатырь спирты аңҡып торған мамыҡ менән йүгереште, ә Рита, ауыр уйҙарҙан башы тубалдай булып, бағана ише ҡатып тик торҙо: “Ҡайҙа, ҡасан, кем, ни йәндәре етеп ҡылған был вәхшилекте?! Артабан ни эшләргә?” Гита иҫенә килеп, өйҙәренә ҡайтҡансы, Рита һеңлеһенә ләм-мим өндәшмәне, тура ҡарай ҙа алманы. Һеңлеһе лә апаһынан йәшле күҙҙәрен керпектәре аҫтына йәшерҙе. Ҡапҡа алдына килеп туҡтау менән Рита, машинаны ла һүндермәй, тоноҡ тауыш менән:
- Кем булыуы ихтимал? – тип һораны. Гита уға ҡурҡыулы ҡараш атты ла, башын йәһәт кенә кире эйҙе:
- Белмәйем. Өлкән ағайҙың тыуған көнөнә йыйылғайнылар. Мин соланда йоҡлап ята инем, кемдер һәрмәгәнгә... – ытырғаныстан, ахыры, Гитаның тәне буйлап ҡалтыраныу үтте, һүҙен саҡ дауам итте, - ҡурҡып уянып, ҡысҡырайым, тигәйнем, башыма юрған ырғыттылар ҙа, өҫтөмә яттылар. Кемдер, шым, шым, тип ғырылданы, тауышынан таныманым.
- Ә ниңә атайға, йә әсәйгә әйтмәнең? Ағайҙарыңа булһа ла әйтер инең, - рулде йолҡоп алырҙай булып йәбешкән Рита был яуапты ниңә биргәненә үкенеп ҡуйҙы, сөнки ниндәй яуап ишетерен алдан уҡ белде.
- Улар барыһы ла лаяҡыл иҫерек ине, апай, үҙ-ара ғауғалашып, миңә иғтибар ҙа итмәнеләр, - Гита машинаның ишеген асты. – Мин мунсаға барып, һыуыҡ һыу менән булһа ла сайынғайным да ул, нишләп ауырға ҡалдым икән?!
Гита яуап көтмәне, ишекте һаҡ ҡына ябып, өйгә инеп китте. Ә Рита машинаны ҡырҡа артҡа биреп, газ педаленә баҫты. Юл буйлап ҡыуҙы ла ҡыуҙы Ҡарасманды. Күлгә барып еткәс, тормоздарҙы зарлатып туҡтаны, кейеме-ние менән тәнде ҡорошторған һыуға сумды. Йүнләп йөҙә белмәй ул: берҙе генә сумып сыҡҡас, үсе ҡанғансы һыу өҫтөн устары менән сапылдатып туҡмап, үҙен, һеңлеһен йәлләп, бала саҡтарын урлаған ата-әсәһенә рәнйеп иланы: “Беҙҙең дә бәхетле булғы килә ине бит! Нишләттегеҙ һеҙ беҙҙе?!” Ирендәре күгәреп, тештәре тешкә теймәй башлағас, кейемен дә һыҡмай, аҫтына пакет түшәне лә, лысма һыу килеш руль артына ултырҙы.
Дауамы аҙаҡтан.


Өйгә ҡайтып етеп, асҡыстарҙы ишек төбөндәге тумбочкаға бәргәндә, бөгәрләнеп кенә диванда ятҡан һеңлеһе һағайып башын ҡалҡытты. Ританы күрҙе лә, өтәләнеп һикереп килеп торҙо:
- Апай, ни булды?! – ҡаршыһына атылып, бер апаһының аяҡ кейемен сисешергә маталанды, бер сәйнүккә йәбеште, бер ынтылыуҙа карауаттан япманы һыпырып төшөрҙө. – Сисен, апай, сисен, йәһәтерәк, һалҡын тейҙерәһең бит... Хәҙер эҫе генә сәй эсерәм мин һиңә, ята һал.
- Хә-хәҙер, - Рита һөйәктәренәсә туңғайны, телен саҡ әйләндерҙе. Һыулы өҫ кейеменән көс-хәлгә арынғас, айҡала-сайҡала барып карауатҡа ауҙы. Гита юрғанды апаһының ян-яғына терәп ҡыҫтырғас, үҙенекен дә килтереп япты, кейемдәрҙе киптерергә элгәс, янына ятып, маңлайын иңбашына терәне:
- Апай, кисер мине, кисер, зинһар.
“Бер ғәйебең дә юҡ һинең”, - тип әйтергә теләй Рита, әммә дерелдәүҙән бер һүҙҙе лә бәйләп әйтерлек хәлдә түгел. Усы менән Гитаның ҡулын эҙләп табып, ҡыҫты. Йылынғас, төп теләген ишеттерҙе:
- Абортҡа бар, Гита.
Гита ҡурҡышынан бер әҙере тын ала алмай ятты:
- Апай, бәпесте үлтерәбеҙме ни?
- Шулай кәрәк, Гита. Анализдар бир.
Һеңлеһе өндәшмәне. Рита, тамағы шешеп, бер аҙна ләж ятты. Гита дәрестәрен ҡалдырып, апаһын тәрбиәләргә иткәйне лә, Рита ирек бирәме һуң? Ике ҡулыңа – бер эш, уҡы, тип ҡырт киҫте. Оло юлдағы туҡталышҡа ҡәҙәр ете саҡрымлап араны Гитаға йәйәү йөрөргә кәрәклеген иҫәпкә лә алманы, ауыл балалары өсөн ул ара - арамы? Үҙе лә һауығып бөтөр-бөтмәҫтән эшкә ашыҡты. Мөмкинлеге булһа, Рита артабан да дауаланыр ине, тик оҙаҡ ауырырға форсаты юҡ: һеңлеһе, эшселәре өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, банктан алған кредиттар уны эшкә ҡыуаланы.
Гитаның анализдары әҙер булғас, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына бергә барҙылар. Өлкән йәштәге табип күҙлегенең өҫтө аша бер Ритаға, бер Гитаға ҡарап, анализдарҙы ҡат-ҡат әйләндереп тулғандырғас, эйәген ышҡый-ышҡый, ниһайәт, тамағын ҡырҙы:
- Һеҙ психологта булдығыҙмы?
- Беҙгә психолог кәрәкмәй, - тине ашығып Рита. – Йәғни, һеңлемә был бала кәрәкмәй. Беҙҙең осраҡта иң яҡшыһы – аборт.
- Һм-м... – табип тағы анализдарҙы алып ҡараны. - Һеңлегеҙҙең резус-факторы кире.
- Нисек инде “кире”? Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә, атай-әсәйҙең дә резус-факторҙары ыңғай булырға тейеш, нисек уныҡы кире булһын?
- Ябай ғына итеп әйткәндә, партнерҙарҙың икеһенең дә резус-факторы ыңғай булған хәлдә лә, уларҙан тыуған балаларҙың етмеш биш процентында – ыңғай, ҡалғандарында кире резус-фактор булыуы ихтимал.
- Ә был ҡурҡынысмы? – күҙҙәре түңәрәкләнгән Гита телгә килде.
- Нимә “ҡурҡынысмы”? - табип күҙлеге өҫтөнән уға һөҙөп ҡараны.
- Миндә кире резус-фактор, тинегеҙ бит, шул ҡурҡынысмы?
Гинеколог ҡағыҙҙарҙы өҫтәлгә рәтләп һалды:
- Һеҙҙең өсөн бер ҡурҡынысы ла юҡ. Ә бына ыңғай резуслы партнерҙан ауырға ҡалған осраҡта, балағыҙға етди хәүеф янай. Әле, беренсе тапҡыр ауырға ҡалғанда, антиматдәләр күп бүленмәй, һәм ҡарындағы бала менән резус-конфликт хәүефе лә түбән. Аҙаҡ, шулай уҡ ыңғай резуслы партнерҙан йөккә ҡалғанда, организмығыҙҙа һаҡланған “хәтер күҙәнәктәре” тиҙ арала резус-факторға ҡаршы антиматдәләрҙе етештереүҙе көйләй һәм яралғының һау-сәләмәт булыуы, ғөмүмән, бөтөнләй иҫән ҡалыуы бик икеле.
- Резус-фактор, резус-фактор, - Рита иренен ҡыйшайтты. – Элек уның барлығы хаҡында ла белмәгәндәр, ҡатындар, ана, бишәр-унар бала тапҡан, бер ниндәй резус-фактор ҡамасауламаған. Ә инде хәҙерге заманда резус-факторҙарҙың айырмалығы арҡаһында проблемаларҙың булыуы бөтөнләй мөмкин түгел.
- Әлбиттә, - табип ашыҡмай ғына күҙлеген сисеп, күҙҙәрен йомдо ла, танау билен ышҡыны, – аборттан һуң антирезус һүл менән профилактика үткәрербеҙ ҙә ул, әммә ике яралғы, ауыры ла өлкән, 13-сө аҙна киткән бит. Был осраҡта тик социаль күрһәтмә буйынса, йәки етди сирҙәр булғанда ғына аборт эшләй алабыҙ.
- Ни эшләп һуҙаһығыҙ һуң? – "ике яралғы" тигәнгә түңкәрелә яҙған Рита яй табипты тотоп һелкетерҙәй ине, урынында ултырып сыҙамай ҡалҡты, - тиҙерәк эшләгеҙ! Аңлағыҙ, һеңлем был балаларҙы бер нисек тә таба алмай!
Табиптың иҫе лә китмәне. Ҡулъяулығын сығарып, йоҙроғона иҫнәп ҡуйҙы. Рита, уларға иғтибар ҙа итмәгәндәй, диҡҡәт менән ҡағыҙҙар тултырған шәфҡәт туташы ишетмәһен өсөн, табипҡа өҫтәл аша эйелә биреп, шыбырланы:
- Әгәр аҡса кәрәк булһа, сумманы әйтегеҙ, бурысҡа алып булһа ла, түләйем.
Өлкән йәштәге ир күҙлеген ҡулъяулығы менән ентекле һөртөп кейҙе, бер аҙ Ритаға тексәлеп ултырҙы ла, Гитаның медицина картаһын уға табан шыуҙырҙы:
- Махсус комиссиянан рөхсәт килтерһәгеҙ, эшләрбеҙ.
Шуның менән уларҙы ҡабул итеү ваҡыты тамамланғанын белдереп, шәфҡәт туташына боролдо:
- Тағы нисә кеше ҡалды унда?
Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһынан сығып, машинаға ултырғас, Гита баҙнатһыҙ ғына апаһына һүҙ ҡушты:
- Апай, табип, ярамай, ти бит, әллә бармайыммы икән?
- Нисек инде “бармайыммы”? – Рита уға күҙенең ағын әйләндерҙе. – Ул ниндәй һүҙ ул? Әллә ниндәй әҙәм аҡтығы һине көсләһен дә, һин шуның нәҫеленә ғүмер бирмәксеһеңме? Балалар тыуғас, һине һалып тапауҙарын иҫләтеп, гел күҙең алдында йөрөп ятһындармы? Әҙерәк башың менән уйла. Һине ҡарауым етмәгән, тағы әллә кемдәрҙең көсөктәрен минең елкәмә мендермәксеһеңме? Мине тамам йотатырға уйлайһыңмы? Апайың киң елкәле түгел, һәр тинде хәләл көсөм менән табам, ауыҙым ҡайырылып эшләгәс, кеше рәтле йәшәгем дә килә, хәйерселек ялҡытты! Иртәгә иртәнсәк тороп поликлиникаға бараһың да, рөхсәт юллайһың! Бараһың һәм бөттө.
Гита “эйе” лә, “юҡ” та тимәне, капюшонын батырыбыраҡ кейеп, башын ситкә борҙо. Рита уны ауылғаса алып барып, үҙе өйгә лә инеп тормай, кире ҡалаға елдерҙе. Ғәҙәттә эштән ул киске ун-ун берҙә ҡайта, ә шул көндө ҡулынан бар нәмәһе ҡойолоп торғас, ҡайтыу яғына иртә ҡуҙғалды. Машинаһын ҡапҡа эсенә индергәндә ҡараңғы ла төшмәгәйне. Өй ишеген асыуға, танауына шундай киҫкен һаҫыҡ еҫ бәрелде, ул хатта көтөлмәгәнлектән артҡа янтайҙы. Йөрәге өҙөлөп төштө, мейеһен бер генә һүҙ ярып үтте: “Гита!” Ишекте япмайынса, өйгә йүгереп инде. Түръяҡта диванда салҡатан ятҡан Гитаны иңбаштарынан тотоп иҙәнгә һөйрәтеп төшөрҙө, ауа-түнә соланға табан һөйрәне. Саф һауаға сығарып һалғас, кире өйгә инеп, юрған алып сыҡты, һеңлеһен ураны. Йөҙө ап-аҡ, тын алышы ла, пульсы ла беленмәгән һеңлеһенең башын үҙенең тубыҡтарына һалды, ни эшләнең һин, ни эшләнең, тип ҡобараһы осоп көйәләнеп, “03” номерын йыйҙы. Диспетчер, машина ебәрәбеҙ, көтөгөҙ, тип яуаплағас, түҙмәй, һеңлеһен урамға өҫтөрәне. Мең бәлә менән Гитаны салонға индереп һалғас, машинаны ҡабыҙған ыңғайы диспетчерға яңынан шылтыратып, “Тиҙ ярҙам”ға ҡаршы сығыуҙарын хәбәр итте. Ярты юлда “Тиҙ ярҙам” менән осрашҡас, фельдшерҙар, урыҡ-һурыҡ хәлде аңлатырға маташҡан Ританы ситкә этеп, артыҡ һүҙһеҙ кәрәкле мәғлүмәттәрҙе белештеләр ҙә, документтарын килтерергә ҡушып, иҫһеҙ ҡыҙҙы реанимобилгә күсереп, китеп тә барҙылар. Рита арттарынан эйәрҙе. Ләкин уны Гита янына индермәнеләр, иртәгә килерһегеҙ, тип реанимация бүлексәһе тупһаһынан кире борҙолар. Нисек һеңлеһен ташлап ҡайтһын ул, машинала таң аттырҙы. Аңҡы-тиңке бүлексә ишеге янына барып баҫыуға, ҡупшы ботинкаларына швабраның йыуғысы килеп төртөлдө.
- Бер тынғы юҡ ошо бәндәләрҙән, йөрөйҙәр ҙә йөрөйҙәр, көн тимәйҙәр, төн тимәйҙәр, иҙән йыуыр әмәл юҡ, - асыулы йыуан санитарка Ританы йыуғысы менән йыуып сығарырҙай ҡыланды. – Йөрөмәгеҙ ҡамасаулап, табиптар сәғәт һигеҙҙә килә, һеҙ ҙә шул ваҡытҡа килерһегеҙ.
- Минең һеңлем бында ята, кисә кис килтерҙеләр, - Рита уҫал кешеләрҙән шөрләңкерәй, әле лә үҙ-үҙен һаҡлағандай, ҡулдарын эйәге аҫтында ҡаушарҙы.
- Ятһа ни, - швабра туҙынып ботинкаларҙы һаман этеүен белде. – Ятһа сығыр.
- Хәлен белергә ине, апай... Төнө буйы керпек тә ҡаҡманым, йәнемде усыма йомарлағанмын...
Швабра яйланы. Бер-ике плитканы ышҡығас, бөтөнләй туҡтаны.
- Ярай, ошонда ғына тороғоҙ, белешеп сығайым, - йыуан санитарка швабраны стенаға терәп, әйтерһең дә, сик ҡуйып, ҡалпағын ипләне лә, туйтаңлап реанимация бүлексәһенә инеп юғалды. Рита баш бармағын сәйнәне: “Барыһы ла яҡшы буласаҡ, һеңлем һауығасаҡ, мотлаҡ һауығасаҡ”. Ваҡыт туҡтаны. Санитарка, яуызлығына баш була алмай, махсус рәүештә оҙаҡлай, бүлексәнең шәфҡәт туташтары менән яйлап сафсата һаталыр һымаҡ тойолдо уға. Ләкин санитарка, хаталанаһың минең иҫәпкә, тигәндәй, шул уҡ мәлдә килеп тә сыҡты:
- Табиптар күрәләтә үлергә ирек бирәме ни, һеңлегеҙҙе лә ҡотҡарғандар, иҫенә килгән, әле йоҡлай, - швабраһын алды. – Бер-ике көн бында күҙәтеү аҫтында тоторҙар ҙа, сығарырҙар.
- Ул ауырлы ине...
- Нишләп “ине”? Ҡорһағы урынында, барыһы ла һәйбәт тим дә һуң. Бар, бар, торма бында ҡамасаулап, эште туҡтатып. Ҡайт өйөңә, һуңғараҡ килерһең.
Рита яйын килтереп рәхмәт йөҙөнән уның халаты кеҫәһенә бер мең һумлыҡты тыҡҡайны, санитарка белмәмеш тә, һиҙмәмеш булып, артабан һыуҙы саптырлатты.
Фото: Т.Аманов
Салонға инеп ултырғас ҡына, Рита өйөнөң шар асыҡ килеш ҡалғанын, газды япмағанын хәтерләне. Ауыр еҫ таралып бөтмәгән һалҡын өйөнә ҡайтып ингәс, плитәнең конфоркаларын томалап, газ баллонын япты, форточканы асып ебәрҙе һәм ҡулына эләккән таҫтамал менән һелтәнә-һелтәнә бүлмәләрҙе елләтергә кереште. Аҙаҡ, дауаханаға алып барырмын, тип, һеңлеһенең документтарын, әйберҙәрен пакетҡа йыйырға тотондо: “Теш щеткаһын онотмаҫҡа... Үәт, бисура ҡыҙ, ҡалай ҡурҡытты... Паста, һабын, тәпешкәләр кәрәк, халат...” Шунда ғына өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙ остоғо күҙенә салынды. Йөрәге, үрәпсегән ҡырағай айғырҙай, кинәт үрле-ҡырлы һикерҙе. Ҡалтыраныуын еңергә тырышып, ҡағыҙҙы алды, күҙҙәрендәге пәрҙә аша һеңлеһенең ҡыйыш-мыйыш хәрефле яҙыуын саҡ таныны: “Артыҡ тамаҡ яуы булғым килмәй. Балаларымды үлтергәс, йәшәй алмаҫ инем. Кисер”. Рита ҡыҙып, ҡағыҙҙы йолҡҡосларға кереште: “Һорама ла, кисермәйем дә! Нисек һин шулайта алдың?! Рәхмәтһеҙ!”
Ошонан һуң да Рита өсөн тетрәнеүҙәр дауам итте: һеңлеһен реанимациянан тура психоневрология диспансерына күҙәтеү аҫтына һалдылар. Унда үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыусыларҙы ай ярым тотоуҙары ла ихтимал, тигәстәре, Рита медучреждениеның баш табибына инде.
- Һеңлем ысынлап үлергә йыйынманы, мине ҡурҡытыр, абортҡа бармаҫ өсөн шундай аҙымға барҙы, мин ғәйепле, тәүбәләр ҡылам, зинһар, ярҙам итегеҙ, һеңлемде бында тотмағыҙ, - тип йөҙ һыуын түгеп, сумкаһынан аҡсалы конвертты сығарып, өҫтәлдәге пресс-папье аҫтына тыҡты.
Уның хәрәкәттәрен өнһөҙ күҙәткән табип аҫҡы иренен тупайтып, ауыр һуланы:
- Һеңлегеҙгә бында урын түгел шул, үҙем дә уны гинекологияға күсерергә уйлағайным.
Рита тиҙ генә башын һелкте:
- Эйе, бөгөн ҡайтып мунса ғына төшһөн дә, иртәгә иртә менән ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһынан дауаханаға йүнәлтмә юллармын.
- Бөгөн үк сығара алмам, иртәгә килерһегеҙ. Мин үҙем консультацияның табиптары менән һөйләшеп килешермен.
Ир һүҙендә торҙо. Ҡорһағын йәшерергә маташҡандай, әйберҙәрен ике ҡуллап эсенә ҡыҫып ҡосаҡлап килеп сыҡҡан һеңлеһен күргәс, Ританың йөрәге сәнсте: иҫәпле көн эсендә Гитаның йөҙө һурылып, күҙ аҫтарына ҡара шәүләләр ятҡан, муйыны торнаныҡы кеүек һонолған. Апаһына һағайып яҡынлашҡан Гита ғәйепле йылмайҙы:
- Әллә ниндәй кешемен, һине ҡаңғыртыуҙан бушамайым... Әсәйҙәргә ҡайтайыммы икән әллә?
- Юҡты һөйләмә, ауыҙыңдан ел алһын, - Рита тауышын йомшарта алманы, һеңлеһенә теләгәненән ҡатыраҡ бәрелде. – Эскелек ояһында һин генә етмәй инең...
Рита, һеңлеһенең ғүмере, һаулығы өсөн ҡайғырып, борсолоп, бөтә эшен үҙ яйына ебәргәйне. Клиенттар бар-барлыҡҡа, тик кәйефе шәптән булмағас, башы ла буп-буш, бер йүнле идеяһы юҡ. Инде бынан ары барыһы ла яҡшы булыр, тип, үҙен йыуатып, һеңлеһен гинекология бүлексәһе табиптары ҡулына тапшырҙы ла, эшкә йәбеште. Ул үҙен ҙур ғаилә башлығы итеп тойҙо – тиҙҙән бер юлы ике йәнгә артасаҡтар бит.

ХХХ

Өс аҙнанан дауахананан сыҡҡас, Гита училищела академ отпуск алды. Рита уның өсөн хәленән килгәнсе бөтә шарттарҙы тыуҙырырға тырышты: йыш ҡына үҙенең тамағын хәстәрләргә онотһа ла, өҫтәлдән емеш-еләк, йәшелсә, эремсекте өҙмәне, кәрәкле витаминдар менән аптечканы тултырҙы, көн һайын һеңлеһен саф һауала йөрөргә ҡыуаланы. Эсе байтаҡ кәпәйгән Гитаның бит алмалары алһыуланды, күҙҙәре нурланды, ул яңынан көләкәс йәш ҡыҙға әйләнде. Ә бер көндө Ританың эштән ҡайтыуына, Гита күҙ йәштәренә батып ултыра ине.
- Ни булды? – тип шөбһәләнде апай кеше. – Әллә берәй ерең ауыртамы?
- Юҡ, - һеңлеһе күҙ йәше аша йылмайырға итте. – Әсәйемде һағындым, шуға илайым. Июлдән бирле күргәнем юҡ. Ул минең ауырлы икәнемде лә белмәй. Ҡайтып килергә ине.
- Белмәгәне яҡшыраҡ. Унда һиңә әллә нимә һалып ҡуйғандар, ти, - ҡаты ҡыланһа ла, Ританың үҙенең дә ҡайтҡыһы килеп китте. “Сатай-ботай булһа ла атайҙары, әрпеш-төрпөш булһа ла әсәйҙәре, һаҫыҡ еҫтәр һеңеп, бысраҡҡа батып бөткән булһа ла тыуған тупһалары бар бит уларҙың. Гелән үпкә тотҡононда йәшәп булмаҫ, үткәндәргә – салауат”, - Рита тамаҡ ашап алғас, һеңлеһен, ярай, улай булғас, әйҙә, ҡайтып киләйек, тип ҡыуандырҙы.
Бәләкәй балалар һымаҡ сырылдап шатланды Гита: “Ур-ра!” Ҡорһағы кәпәйеп тормаһа, биллаһи, һикерәндәр ине. “Үҙе бала ғына, ә әсәй булырға йыйынған”, - һеңлеһенә ҡарап әсенде лә, һөйөндө лә Рита. Юҡ аҡсаһын бар итеп, ауылға алып ҡайтырға ҡорған-селтәрҙәр, ашъяулыҡ, урын кәрәк-ярағы, сәй сервизы һатып алдылар. Бергәләп сауҙа үҙәгендә әйбер һайлап йөрөү икеһенә лә оҡшап ҡалды. Багажникты күстәнәстәр менән дә тултырғас, шәмбе көнө күтәренке кәйефтә ҡайтырға юлландылар.
Ноябрҙә көндәр ҡыҫҡа, тыуған ауылдарына барып еткәндә күп йорттарҙа ут алғайнылар. Ауыл эттәренең абалауы оҙатыуында үҙҙәренең шыҡһыҙ өйҙәре янына килеп туҡтанылар. Мөрйәнән һуҙылған шыйыҡ төтөндө күргәс, Ританың күңеленә йылы йүгерҙе, - тимәк, ата-әсәһе иҫерек түгел. Гита ашҡынып өйгә атылды. “Көтөп тор, бергә инербеҙ!” - Рита күстәнәстәрҙе йөкмәп, уның артынса ашыҡты.
“Сәләм! Көтмәгәйнегеҙме?!” - быуға уралып килеп ингән ҡыҙҙарҙы танымай, өйҙәгеләр бер килке телдәрен йотҡандай ултырҙы. Гита уггиларын икеһен ике яҡҡа атып, өҫ кейемен дә һалмай әсәһен барып ҡосаҡланы: “Әсәй, һаумы! Шундай ныҡ һағындым һине! Ныҡ-ныҡ итеп!” Һиҫкәнгән ҡатын уны кире этте:
- Бәй, Гита инде? Өҫтөңдө сис!
Сикһеҙ бәхетле ҡыҙ һалҡынлыҡҡа иғтибар ҙа итмәй, йәһәт кенә тунын систе лә, ҡабаттан әсәһенә һырылды:
- Һағындым һине! Үлгәнсе һағындым!
Өй хужаһы бот сапты:
- Еф-фа... Юғалған мал кире ҡайтты лаһа!
Ата-әсәһе, ҡустыһы менән баш ҡағып ҡына һаулашҡан Рита күстәнәстәрен өҫтәлгә теҙҙе. Атаһы тешһеҙ ауыҙын йырып, усын-усҡа ышҡыны:
- Атайыңа берәй ялтырбаш та алғанһыңдыр ул, Рита?
- Юҡ, - тиеү менән сикләнде ҡыҙы, ә эстән үртәлде: ни заманға беренсе тапҡыр ҡайттылар, ә хәлең нисек, тип һораусы юҡ, һаман – араҡы. Әсәһе уның уйҙарын һиҙгәндәй:
- Ауыҙың шапылдап ултырмаһын, ҡалдығыңды эскер! – тип иренә екерҙе. - Сәйеңде һемер ҙә, тор ҙа кит, урын бушат.
Кесе улына ла эләкте:
- Һинең дә күҙең упаймаһын, сынаяҡтар килтер!
- Мин сәй эсеп тормайым, - Рита таҙа ҡалаҡ эҙләне, - йогуртты ғына ҡапҡылайым да...
Әсәһе Гитаны тағы ситкә этеп, энә күҙәүенән үткәрҙе.
- Бә-әй, әллә буйға уҙғанһың инде? – ирендәре асыулы ҡымтылғас, ыҫылдағандай тойолдо. Ҡаштары йәмерәйеп, күҙҙәре ҡыҫылды. Сәйнүккә тотонған Гита ҡурҡыуынан ағарҙы, ә Рита, әсәһенең был халәтен яҡшы белгәнгә, алдағанын һиҙмәй ҙә ҡалды:
- Гита бик яҡшы егет менән сәсен-сәскә бәйләргә тора, әсәй. Егет етеш ғаиләнән, аҡсалы эштә эшләй.
- Улай булғас, нишләп кеше кеүек килеп Гитаның ҡулын һораманы? Әллә беҙҙе тиң күрмәйме, эшкә һанамаймы? – әсәһе “гөлт” итеп ҡабынырға әҙер генә, һүндермәһәң, янғын сығырын көт тә тор. Шуға Рита, Гитаның аңшайыуынан файҙаланып, ялғанлауын дауам итте:
- Һуң бына киләһе аҙнала ата-әсәһе менән килә! Шуға беҙ алдараҡ ҡайттыҡ: өйҙө таҙартырға, уныһы-быныһын йүнәтергә. Ҡоҙаларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алайыҡ, тинек.
- Ә ниңә алдан хәбәр итмәнегеҙ? Әҙерләнә торор инек, - барыһын да баштан-аяҡ ҡойондороп, оло емереү көсөнә эйә асыу тулҡыны, әсәһендә, ниһайәт, артҡа сигенгәндәй, баҫылғандай тойолдо.
- Мин алып биргән телефондарҙы һатып эскәнгә кем ғәйепле?! – Ританың тауышы нығынды. – Иркенләп ултырырға ваҡыт юҡ, Гита, өҫтөңдө алыштыр ҙа, әйҙә, өйҙө таҙартайыҡ.
- Күрешеү хөрмәтенә тамаҡ та сылатмайбыҙмы ни? Исмаһам, бер шкәлник тә алырға башығыҙ етмәнеме, тауыҡбаштар? – баянан бирле эсергә өмөт иткән атаһы енләнеп, бүкәнде дөбөр-шатыр шыуҙырҙы.
- Иртәгә алырмын, - тине тыныс ҡына Рита. – Бөгөнгә айыҡ йөрөп тор.
- Ә Әлмир ағай ҡайҙа? – Гита һүҙҙе икенсегә бороп, барыһын да йомшартырға маташты.
- Шабашкала, урмандан утын сығаралар, - урындыҡта иҫәр кеше һымаҡ ауыҙ йырып ултырған кинйә ул Әлфирҙең тауышы сыҡты. – Рита апай, ней, тәмәке лә алманыңмы?
Рита һүҙһеҙ сумканан бер блок сигарет алып, йыуылмай ҡатҡан, ватыҡ һауыт-һаба өйөлгән, тәмәке төпсөктәре менән тулған комод өҫтөнә һалды. Осрашыу шау-шыуы шуның менән тамамланды. Атаһы менән ҡустыһы мейес алдына ултырып, тәмәке көйрәтте, әсәйҙәре көйһөҙ ҡиәфәттә өҫтәл йыйыштырҙы. Төнгә ҡарай өй ипләргә көтөүсе бисәләреме әллә һеҙ, тип әсәһенең ҡаршылығына ҡарамай, Рита һыу йылытты ла, ең һыҙғанып өйҙө таҙаларға тотондо: бөтә юрған-яҫтыҡтарҙы урамға сығарып ҡаҡты, урындыҡты, бохар замандан ҡалған койкаларҙы Гитанан һыулы сепрәк менән һөрттөрҙө, иҫке-моҫҡоно мөйөшкә атып бәреп, үҙе килтергән япмаларҙы йәйҙе. Мейес ағартылып, иҙән йыуылғас, өҫтәлгә матур ашъяулыҡ ябылды, комодҡа ПВХ селтәрҙәр түшәлде. Тәҙрә-ишектәргә нәфис ҡорғандар ҙа элгәс, өй эсе йәмләнеп, күркәмләнде. Тик түшәмдәге яңғыҙ лампочка ғына эсте бошороп, ҡотһоҙлоҡтан барыбер ҡотола алмайһығыҙ, тигәндәй, вайымһыҙ тоноҡ баҙыраны. Гита, икенсе юлы ҡайтҡанда, төтәгән мейесте яҡшылап һылап ағартып, түшәмдәрҙе йыуырбыҙ, тигәс, Рита ҡулын һелтәне: "Бында ремонт эшләй башлаһаң..." Арманһыҙ булып арыған ҡыҙҙар ярты төн ауғас ҡына йоҡларға ята алды. Гита юрған аҫтына сумыу менән апаһының ҡолағына:
- Көткән ҡоҙалары килмәһә, әсәй беҙҙе тереләй йотасаҡ, - тип шыбырланы.
- Башҡа ҡайғың булмаһа, башыңды юҡ-бар менән ҡатырма, алдарбыҙ әле, борсолма, - йонсоған Рита һеңлеһенә арты менән боролоуы булды, шунда уҡ әүен баҙарына китте. Йоҡо аралаш, машинаны ихата эсенә индерергә оноттом, тип уфтанды: “Имен генә йоҡлап торорға яҙһын инде, Хоҙайым...” Иртән өшөгәнгә уянды. Гита менән икеһенә бер юрған ябынғайнылар, һеңлеһе төндә уны үҙенә тартҡан. Тороп мейес яғырға, тип аяҡтарын иҙәнгә төшөргәйне, утҡа баҫҡандай кире тартып алды: “Нишләп һаманғаса нигеҙҙе нығытмайҙар?! Өй тулы абышҡа, йәнем дә көймәһә...” Кейенеп тышҡа сыҡҡайны, ихаталарын танымай шып туҡтаны. Кисә ҡараңғыла ҡыҙыулыҡ менән иғтибар ҙа итмәгән: картуф баҡсаһы ситендә ҡыйшайған бәҙрәф кенә һерәйеп тороп ҡалған, ә һарайҙарҙың икеһе лә һүтелеп, һыртҡы кәртә лә аҡтарылып, утынға тотонола, имеш. “Булғанды ҡырып-һепереп юҡҡа сығарып бөтөп баралар, ҡышҡылыҡҡа утын да йүнәтергә эшкинмәгәндәр. Һарайҙы емермәй, исмаһам, тауыҡ алып аҫыраһаларсы”, - тип әсенде ҡыҙ. Мейесте тоҡандырып, сәйнүкте ҡуйғас, башҡалар ҙа ҡыбырлашты. Иларһыңмы-көлөрһөңмө инде: егерме беренсе быуатта йәшәйҙәр, ә уның ата-әсәһендә һыуытҡыс та, телевизор ҙа, хатта радио ла юҡ, булған бар йыһазды күптән һатып эсеп бөткәндәр. Рита күңелһеҙ уйҙарҙан арыныр өсөн, яңы сәй сервизын йыуып-сайҡап, өҫтәлгә ултыртты, бал банкаһын асты, икмәк, ветчина, сыр телде.
- Беҙгә ҡалай ҙа бара, ул ҡәҙәрем йоҡаҡ итмә, - әсәһе ҡулйыуғысҡа үтте. Уның ойошҡан сәсенә, ептәй нәҙек аяҡ-ҡулдарындағы күк эҙҙәренә ҡарап, Ританың йөрәге әрнене: “Тағы ла һуғышҡандар. Сөкөрләшеп кенә йәшәп, тыныс ҡына ҡартайһаларсы”. Уянып кейенгән Гитаның да күҙҙәренә йәш төйөлдө, сумкаһынан массаж щеткаһын алып, яңы таҫтамалға һөртөнгән әсәһе янына осоп килде:
- Әсәй, әйҙә, мин һинең сәсеңде тарайым!
- Әллә тағын. Тараһаң тара, - тине әсәһе вайымһыҙ.
- Ултыр, әсәй, ошонда, - Гита уға бүкәнде шылдырҙы. Әсәһенең ҡойолоп йоҡарған сәсен оло һаҡлыҡ, наҙ менән тараны ул. Тараған ыңғайына үҙ уйҙарына йылмайып, әсәһенә һыйынды ла, уны ҡосаҡлап, битенән үпте. “Шул тиклем дә “әсәй” тип үлеп бармаһа”, - Ританың күңелендә көнсөллөк ғәләмәте ҡуҙғалды... Хәйер, ул үҙе лә бала сағында шулайтып әсәһенә инеп бара торғайны. Тик байрам, эске һайын иҫереп илергән әсәһе уны йә көйәнтә, йә тәртешкә менән туҡмап, үҙенән биҙҙерҙе. Хәҙер күңелендә әсәһенә ҡарата йәлләүҙән башҡа тойғо ла ҡалмаған. Ә атайҙары уларға сит балаға ҡараған һымаҡ ҡараны, әйтерһең дә, үҙенекеләрҙе түгел, сит бауырҙы аҫырай. Тауыҡбаштар, әрәмтамаҡтар, һеперткеләр – бөтә “иркә” һүҙҙәре шул. Заманында әсәһе (ул ваҡытта толомдары осаһына еткән 21 йәшлек ҡыҙ), бында һатыусы булып эшкә килеп, эсергә әүәҫ, әсе телле ата бер ялҡауға кейәүгә сыҡҡас, бар ауыл халҡы аптырай. Һатыусы ҡыҙ аҙаҡ үҙенең хаталанғанын аңлай ҙа, һуң була. Яҙмышына күнмәй ҡайҙа барһын? Йөрәк яныуын баҫыр өсөн дә, иремә әҙерәк эләкһен, тип тә, шешәнең эстәлеген бүлешә торғас, араҡы ҡолона әйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡала (ҡатын-ҡыҙға күп кәрәкме?) Тәүге эске табынынан уҡ, кем өйҙә хужа, тип аҡырып, ҡолағына елгәргән иргә бирешмәҫ өсөн, ҡаршы һуғыша башлап, шул килеш һаманғаса туҡмаҡ менән йәшәй. Иренә булған нәфрәт-үсен ҡатын балаларына төшөрҙө. Ул ҡурҡыныс көндәр иҫенә төшкән һайын, Ританың тәненән көҙән йүгереп үтә. Туҡмалыуҙарҙан, кәмһетеү-йәберләүҙәрҙән алйығандан ул күпме тапҡыр башын элмәккә тыҡты? Бер үҙе ут эсендә ҡала, тип, кескәй һеңлеһен йәлләп, уйҙарынан кире дүнде. Гита ла бит ун ике йәшендә услап дарыу йотҡан, әлдә үҙен Әлфир ҡоҫтортоп ҡотҡарып өлгөргән. Иҫерек әсәйҙәренең әйләнгән һайын, аҫылынам да үләм, тип, үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуы зарарлы вирус ише уларҙың да күңелен ағыулап өлгөргәйне, һәм был ағыуҙан һис тә ҡотолорлоҡ әмәл юҡ кеүек ине. Әлдә рәсем уҡытыусыһы, Рита, һин иҫ киткес һәләтлеһең, художество училищеһына уҡырға бар, тип уны ҡотҡарҙы: “Тырышып уҡыһаң, юғары стипендия алырһың. Кистәрен иҙән йыуып булһа ла, аҡса эшләрһең. Юғалып ҡалмаҫһың”. Белеме һайлығын белгәнгә, училищеға ҡурҡа-ҡурҡа ғына барһа ла, һуңынан, тәбиғәт биргән һәләте һәм тырышлығы арҡаһында йөҙөп уҡып китте. Ҡулға эләккән мөмкинлекте ысҡындырмай, был миңә һаҙлыҡтан ҡотолорға әмәл, яңы тормошҡа юл, тип, уҡыуға теше-тырнағы менән йәбеште. Өйөн һағынманы түгел, һағынды, йоҡоһоҙ ятҡанында ата-әсәһе эсеүҙән туҡтаған, уны көтәләрҙер һымаҡ тойола торғайны. Әммә ҡайтҡан һайын бер ни ҙә үҙгәрмәне: үҙҙәре артынан улдарын да эйәртеп, ата-әсәһе әүәлгесә упҡын ситендә бейеүҙәрен дауам итә ине...
- Оһо, һин яңы машина алғанһың да, - урамдан күҙҙәрен ялтыратып килеп кергән Әлфир Ританың уйҙарын бүлде, - был автоны мотлаҡ йыуыр кәрәк!
Ҡайһы арала магазинға барып өлгөргәндер, ҡуйынынан шешә һурып сығарҙы:
- Әйҙәгеҙ, атай, әсәй, Рита апайҙың машинаһын йыуайыҡ!
- Кредитҡа алынған, - тине Рита кәйефһеҙ.
- Һуң был ярты ла бурысҡа алынған, апай.
Ошоға тиклем битараф ултырған әсәһе лә, атаһы ла күҙ алдында теремекләнде, ымһынышып, өҫтәл тирәләй ултырышты.
- Шул ҡәҙәрем аҡсаң була тороп та, ата-әсәңә бер тинлек файҙа күрһәтмәйһең, - тәүге йотомдан уҡ әсәһенең һырт йөндәре ҡабарҙы. – Кешеләрҙең балалары, атай, әсәй, тип өҙөлөп тора, ә һеҙ?! Һин бында хет астан ҡаҡашып үл, хәлеңде лә белеүсе булмаҫ.
- Пенсия алаһығыҙ, ҡайҙа итәһегеҙ аҡсағыҙҙы? - Рита көрһөнөп, үҙенә һәм һеңлеһенә сәй яһаны.
- Минең аҡсаны иҫәпләмә! – әсәһенең холҡо үҙгәрмәй, сынаяғын шаҡылдатып өҫтәлгә ултыртты. – Йүнле булһаң, ҡусты-ағайыңды эшкә урынлаштырыр инең.
- Әлмирҙе эшкә алып ҡараным бит, үҙе эшләмәй ҡасып ҡайтып китте, - Рита һүҙ көрәштереүҙең файҙаһыҙ икәнен белһә лә, яуапһыҙ ҡалырға теләмәне.
- Мөмкинме? – рөхсәт иткәнде көтмәй, ишектән ике ир заты килеп инде. – Һу-у, бында икән байрам, бында икән туй!
Шеш йөҙҙәрен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ирҙәрҙе күреү менән Гита кесерәйеп, сәйен дә эсеп бөтмәй, күләгәләй төпкө бүлмәгә йәшенде. Ританың ҡаштары төйөлдө, танау япраҡтары киңәйеп, йоҙроҡтары йомарланды: “Ошоларҙың береһеме?! Ҡайһыһы?..”
- Ҡунаҡтар килгән икән, әйтмәйҙәр ҙә бит әле, - хужаларса өҫтәлгә яҡынланы ирҙәрҙең буйсанырағы.
- Кисә кисләтеп кенә килделәр, - әле генә йөҙө ҡарайып, һөмһөрө ҡойолоп ултырған әсәһе кәйефләнеп таҙа сынаяҡҡа араҡы ҡойҙо.
- Иртә менән элмәндәшеп йөрөмәһәгеҙ, - тип кенә әйтеп өлгөрҙө Рита, әсәһе күҙен аҡрайтып, уға араҡыһын һирпте:
- Минең ҡунаҡтарға хужа булма!
- Ниңә ризыҡты әрәм итәһең? – ирҙәр кешнәште. – Беҙҙең ауыҙға ғына ҡойһаң ни була?
Битен бер генә һыпырған Рита әсәһенә яндырып ҡараны ла, ғәрлектән илап ебәрмәҫ өсөн иренен тешләп, ырғып тороп, әйберҙәрен йыйырға атылды. Телен йотҡан Гита унан да алдараҡ урамға тайҙы.
Фото: Т.Аманов
ХХХ
- Бынан ары тағы бында аяҡ баҫһаммы! – машинаһын ҡабыҙа алмай уртын сәйнәгән Рита иламаҫҡа тырышты. – Йә инде, һынатма мине, ҡабын тиҙерәк!
Двигателде лә йүнләп йылытмайынса ҡуҙғалдылар. Уларҙы оҙатырға сығыусы булманы. Апалы-һеңлеле күңелһеҙ уйҙар сорналыуында шып-шым килделәр. Ҡайтып етәрәк кенә Гита:
- Әллә әсәйҙе дауалап ҡарайыҡмы? - тип һүҙ ҡатты.
- Теләге булһа, дауалар инек, - Ританың тауышында әсенеү ҙә, өмөтһөҙлөк тә, үкенес тә, - ә әсәйгә ошолай йәшәүе оҡшай. Беҙ бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ...
Ошонан һуң да Гита, әсәй, тип һағынып бер булды. Яңы йылға ҡайтып киләйем, тигәйне лә, Рита яңғыҙына йөрөргә рөхсәт итмәне. Байрамдар мәлендә, унан һуң да эше уғата күбәйҙе, һеңлеһе менән иркенләп сәй эсеүҙәр ҙә онотолдо. Иртән эшкә сығып китә лә, ҡыл да ҡыбырлата алмаҫлыҡ булып төнләтеп ҡайта, Гита әҙерләгән аҙыҡты ҡап-ҡоп ашап, урынына тәгәрәй. Арыһа ла, клиенттарҙың, эштең күплегенә һөйөнә ул – килем арта. Һеңлеһен ике аҙнаға бер консультацияға йөрөтөргә саҡ ваҡытын тапты. Көндән-көн күңелһеҙләнгән Гита сираттағы тикшеренеүҙән сыҡҡас, апаһына ниҙер әйтергә уҡталды ла, телен тешләп, уйға батты. Кисен генә, апаһы эштән ҡайтып, тамағын туйҙырғас, миңә дауаханаға ятырға ҡуштылар, тине. Ританың ҡаштары өҫкә һикерҙе:
- Нимәгә?
- Һаҡланыр өсөн.
- Ҡушҡастары, ятыр кәрәк.
- Мин баш тартмайым да ул, - Гита әйтергәме-юҡмы, тигәндәй, саҡ ҡына халат төймәһен борғослап ултырғас, апаһына тура ҡараны, - минең һиңә үтенесем бар. Әгәр ҙә минең менән бер-бер хәл була ҡалдыниһә, берүк сабыйҙарымды балалар йортона тапшыра күрмә.
- Ул ниткән һүҙ? – Рита көлөмһөрәне. – Башты ҡатырма. Барыһы ла яҡшы буласаҡ.
- Шөрләйемсе. Башыма төрлө-төрлө уйҙар килә. Әсәйем янымда булһа, миңә ул тиклем ҡурҡыныс булмаҫ ине кеүек.
- Улай булғас, ҡайт әсәйең янына! - Рита көйҙө лә китте. – Туҡмалғаныңды оноттоңмо? Күгәренеп, һыҙланып йөрөгәнеңде һағындыңмы? Ҡайт! Мин һине бәйләп ҡуймағанмын. Дүрт яғың ҡибла. Ит изгелек – көт яуызлыҡ. Эй, тырышам, эй, тырышам, һин, тип...
- Ни һөйләйһең, апай?! Һүҙем ул турала түгел бит, - Гитаның йөҙө йәмшәйҙе. – Ситкә сығып китеүем була, әсәй һағынып көтә башлаған һымаҡ. Ул йылы усын башыма баҫһа ла, еңел булып ҡалыр ине миңә хәҙер. Уның һәйбәт сағы булды ла инде!
- Онот! Ул сағы юҡ хәҙер әсәйҙең. Уны шайтан алыштырған! - Рита тыныслана алмай ярһыны, – Гита, миңә егерме ете генә йәш, ә нервыларым, ҡарт әбейҙеке кеүек, ҡаҡшап бөткән. Нилектән, тип уйлайһың?! Рәхәт тормоштанмы?
Гитаға арты менән боролдо. Һеңлеһе шымып ултырҙы. Унан һуң диванды шығырлатып торҙо, алпан-толпан баҫып атлап, апаһын ҙур ҡорһағы арҡаһында ибәтәйһеҙ генә арттан ҡосаҡланы:
- Апай, рәхмәт һиңә, барыһы өсөн дә рәхмәт. Зинһар, бәпестәремде һаҡларға һүҙ бир. Үтенәм.
- Уй, аллам, ярай, ярай!
Ниңә Рита шунда вәғәҙә бирҙе? Бәлки, өндәшмәй ҡалһа, хәлдәр башҡасараҡ булыр ине?
Һаҡланырға ятып та, Гита һаҡлана алманы: кесарь киҫеме операцияһы мәлендә киҫкен рәүештә ДВС-синдромы башланып, күп ҡан юғалтыуҙан иҫенә лә килмәй йән бирҙе. Дежур акушерҙарҙан тыш, башҡа табиптарҙы ла саҡырып, күмәкләп уны үлем тырнағынан йолоп алырға айҡаштылар, әммә әжәлгә ҡаршы бер ни ҙә ҡыла алманылар. Ул көндө бригадаһы тарафынан дизайн эштәре башҡарылған коттеджға таң менән барып килеп, тыныс ҡына бала табыу йортоноң бирге бүлмәһендә операция тамамланғанын көткән Рита бер ваҡыт аҡ халатлыларҙың тегендә-бында йүгерешкәнен быяла ишектәр аша күҙәтеп, хәлдәрҙең хөртлөлөгөн аңғарҙы. Коридорҙа йәш кенә шәфҡәт туташы күренеү менән эскә үтеп, уны туҡтатты:
- Мин Хафизова Гитаның апаһы. Хәле нисек?
Оло күҙле ҡыҙҙың күҙҙәре тағы ла нығыраҡ ҙурайҙы:
- Ой-й... Табиптан һорарһығыҙ, мин бер нимә лә әйтә алмайым, тик һеҙгә бынан сығыр кәрәк, тегендә көтөгөҙ, - һәм ул артына ҡарай-ҡарай, китеп барҙы.
Йәш шәфҡәт туташының ҡаушауынан Ританың эсенә һалҡын йүгерҙе: “Ысынлап та, ниҙер булған, һиҙемләүе бушҡа түгел... Кем менән: Гита менәнме, әллә бәләкәстәр менәнме? Гита ғына иҫән ҡалһын инде. Һау булһа, яңынан балалар табыр. Бындай операцияларҙы тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә яһайҙар, нимәһенең тейешенсә килеп сыҡмауы ихтимал һуң?” Шәфҡәт туташына, белә бит инде, әйтһә лә булыр ине, тип эстән һуҡранып, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип үҙен-үҙе дәртләндерергә ашыҡты: “Нимә ерле-юҡтан бошонам, табиптар ҡулында лаһа”. Йөрәкһеүҙән сыҙамһыҙланып, тәҙрәгә яҡын килде, урамға төбәлеп торҙо, шунан ҡарашын өҫкә күтәрҙе: “Һинең ҡөҙрәтең сикһеҙ, һин бар нәмәне лә булдыраһың, тиҙәр, үтенеп һорайым - һеңлем тере ҡалһын!” Әммә өҫтәгеләр уның үтенесен ишетмәне.
Ританың эргәһенә бала табыу йортоноң баш табибы үҙе сыҡты.
- Хәлдән килгәндең барыһын да эшләнек, ләкин... – арыған сырайлы ҡатын ҡыҫҡаса хәлде аңлатты. - Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ.
- Их, һеҙ... Этемәме миңә хәҙер һеҙҙең ҡайғы уртаҡлашыуығыҙ! – һүгенгән Рита үҙен ҡаянан осоп төшөп барғандай тойҙо.
- Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, - докторҙың тауышы ҡатыланды. – Беҙҙең менән улай ярамай.
Ыңғырашыуын көс-хәлгә эскә йотто Рита:
- Ә сабыйҙар?
- Улар иҫән, әлеге ваҡытта ваҡытынан алда тыуған балалар палатаһында, кювезда.
- Улар унда оҙаҡҡамы?
- Хәлдәренә ҡарап.
- Уларға берәй нимә кәрәкме? – Рита һөйләшә, ә үҙенең тауышын үҙе танымай.
- Теләһәгеҙ, оҙон еңле, капюшонлы йомшаҡ фланель рубашкалар килтерә алаһығыҙ.
- Ярай, - Рита иҫерек кешеләй китә бирҙе лә, кире әйләнде. – Ә кемдәре бар һеңлемдең?
- Бер ҡыҙ ҙа, бер малай, - доктор хәлһеҙ йылмайғандай итте. – Ҡыҙыҡайы – апай, ҡарамаҡҡа үтә теремек булырҙай.
- Ә һеңлемде... ҡасан алып ҡайта алам?
Ҡабаттан йомшарған табип йәлләүес ҡарашын йәшерә алманы:
- Ныҡ булығыҙ. Уны хәҙер моргҡа алып китәләр, шунан белешерһегеҙ.
Әлегә минһеҙ эшләгеҙ, тип, бригадирына бар эште йөкмәткәнен, үлеү тураһындағы таныҡлыҡ, белешмә артынан йөрөүен яҙа-йоҙа иҫләй Рита. Һеңлеһен табутҡа һалып, тыуған ауылына ерләргә алып ҡайтҡас, һалмыш әсәһе Гитаның йәнһеҙ кәүҙәһен ҡосаҡлап илап, Ританы йоҙроҡлап дөмбәҫләне:
- Һин, һин генә ғәйепле уның үлемендә!
Бәпестәр хаҡында һораманылар ҙа. Нисек кире ҡайтҡанын да йүнләп хәтерләмәй Рита. Һеңлеһе менән бергә ул да үлгән һымаҡ ине. Елегенә үткән ҡайғы яндырып-өттө генә. Сараһыҙлыҡтан ҡыҙыу итеп мунса яҡты, буҙлай-буҙлай сабынды. Йән әрнеүе баҫылманы. Ҡалаға китте. Өлкән шешәлә араҡы һатып алып ҡайтты ла, телефонын һүндереп, ҡабымлыҡһыҙ-ниһеҙ сынаяҡты мөлдөрәмә тултырып ҡойоп эсте. Бер ни тойманы. Ябай һыу кеүек үтте. Тағы сынаяҡты тултырҙы. Шунан тағы... Аҡтарып ҡоҫто - саҡ йыуынты биҙрәһенә ҡапланып өлгөрҙө. Ныҡышып, утлы эсемлекте эсеүен белде. Иҫергәс, иҫәрләнгәндәй бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, Гитаны эҙләне, уның менән һөйләште, иланы, үсекте, ярһыны. Иң ахырҙа ҡараңғылыҡҡа сығып, һөрлөгөп тубыҡланды ла, ҡара болотло күккә бар көсөнә ҡысҡырҙы:
- Эй, һин бармы?! Булһаң әгәр, һеңлемдең башына еткән залимдың нәҫел-нәсәбен ҡорот! Тулыһынса ҡорот! – йоҙроғо менән һауаны ярҙы. - Ундай хәшәрәттәрҙең ерҙә тамыры ла ҡалмаһын! Бер бөртөк ҡалмаһын! Ишетәһеңме? Бер бөртөк ҡалмаһын! Күпһендем бит мин һине балаларың менән, Гита, күпһендем...
Фото: Т.Аманов


ХХХ
Алыҫта сеңләп бала иланы. Сеңләү башын иҙеп ауырттырҙы, сүкештәрҙәй тишә яҙып мейеһен сүкене: “Сең-сең-сең...” Тәҙрә төбөндә арты менән ултырған Гита боролдо. Күҙҙәре урынында ике бушлыҡты абайлап, Рита өркөп артҡа шыуышты, шулай ҙа туғаны икәнен белгәнгә, йылмайырға маташҡан булғайны ла, ирендәре тыңлашманы. Тәҙрә тупһаһынан торған Гита һәрмәнеп апаһының эргәһенә килеп сүкәйҙе, ипләп кенә битенән һыйпаны: “Эй, апай, апай... Ҡурҡма, был мин, тик күҙемде ҡорттар ашап ҡуйҙы”. Бала илаған тауыш яҡынайғас, Гита шомланып ҡалҡынды, алан-йолан башын әйләндереп, ҡабаланып тәҙрәгә ҡарай атланы. “Көтөп тор!” – тип ҡысҡырырға итте Рита, ләкин теле аңҡауына ҡуша йәбешкәйне. Баҫтырып, Гитаның беләгенән эләктерергә, туҡтатырға кәрәк, юғиһә хәҙер уны тотошлай ҡорттар ашап бөтәсәк, тип һеңлеһен аярға, хәүеф-хәтәрҙән ҡурсырға теләгән Рита ҡулдарын һондо ла, әллә ҡайҙан алдында барлыҡҡа килгән яланғас сымдарҙағы токтан һуғылып, тәкмәсләп барып төштө, өҫтөнә ут тоҡанды. Сәбәләнеп ялҡынды һүндергәндә, ауыртыуҙан ҡысҡырҙы: “А-а, ҡотҡарығыҙ!” Һәм шул уҡ мәлдә уянды. Йомарланып биръяҡта ҡаҡ иҙәндә ята ине. Тирә-яғына күҙ ташлап, ойоған ҡулдары менән шөбһәләнеп өҫтөн ҡапшаны: “Ниндәй бала иланы? Нишләп тынысландырмайҙар?!” Тамам уянып, өйҙә тыпа яңғыҙы булғанын иҫенә төшөргәс, һаташҡанын аңланы. Һыҙлана-һыҙлана тороп тышҡа сыҡҡайны, яҡтылыҡтан күҙе ҡамашты, һауа сафлығынан башы әйләнде: “Иртәләр һалҡын, сабыйҙар өшөп яталарҙыр, ә мин?!” Артында солан иҙәне шығырланы. Һиҫкәнеп әйләнде. Соланға инеп барған ят бесәй уның киҫкен хәрәкәтенән кире болдорға һикереп, үлән араһына “йылп” итеп ҡалды. Бушлыҡ. “Гита юҡ. Мин – бер үҙем. Артабан нисек йәшәргә? Ҡалайтып тормошто ялғап китергә?” - үҙен-үҙе йәлләүҙән Ританың үкереп илағыһы килде. “Мин сыҙам, көслө ул, ныҡ көслө, бирешмәм, миңә бирешергә ярамай, - тип тешен ҡыҫты. – Ошоғаса бирешмәгәнде, артабан да бирешмәм!” Һыуынып өлгөрмәгән мунсаны елпетеп, сайынып сыҡҡас, һис бер тәм белмәгән ауыҙын теш шыйыҡсаһы менән ҡат-ҡат сайҡап, кәнфит ҡапты ла, машинаһын ҡабыҙҙы: “Әйҙә, Ҡарасман, бәпәй ҡарарға киттек”. Ҡалала һеңлеһенең бәпестәре өсөн кейемдәр алғас, бала табыу йортона барҙы. Тик игеҙәктәрҙе күрһәтмәнеләр, әле иртәрәк, тип, баш табипҡа барырға ҡуштылар: “Һеҙҙең менән балаларҙың киләсәге тураһында һөйләшергә теләй”.
Бәпәйҙәрҙе ул бер ай тигәндә генә күрҙе. Игеҙәктәрҙе кипкән әбей-бабайға оҡшатты: йәмшек йөҙҙәре тәрән һырлы, танауҙары төймәләй, ауыҙҙары уймаҡтай, тештәре юҡ, ҡаштары, керпектәре төҫһөҙ... Бәхетенә, етем сабыйҙарҙы Ританың алыуына бер кем дә ҡаршы килмәне. Документтар юллап, бала ҡарарға ваҡыт күберәк ҡалһын өсөн колледжда уҡып йөрөгән студент ҡыҙҙы ярҙамсы итеп яллап, бәпестәрҙе сығарып ҡулына тотторған көндө түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Кистән сауҙа үҙәгендә ҙур кәрзин эҙләп табып, эсенә күпереп торған эслек, түшәк тегеп, тотҡаһына таҫмалар бәйләгәйне. Шул ҡупшы үрмә һауытта япа-яңғыҙы ике кескәйҙе өйөнә алып ҡайтты. Һаҡ ҡына тотоноп, уларҙы кәрзиндән диванға күсереп һалғас, тулҡынланып биләүҙәрен систе. Өйгә бәпәйҙәрҙең хуш еҫе тулды. Рита ғәжәпһенеп тә, сәйерһенеберәк тә алмаш-тилмәш бәпестәргә күҙ йөрөттө: һеңлеһенә оҡшаған да кеүектәр, оҡшамаған да һымаҡ... “Үҫә килә барыбер көсләүсенең төҫ-башын балаларҙа сырамытырға мөмкин буласаҡ”, - тигән яман уйынан Рита үҙе лә хафаланып, уны башынан ҡыуҙы. Сабыйҙарҙың береһе аяҡ-ҡулдарын тарбаңлатып, башын тегеләй-былай борғосланы ла, иларға йыйынғандай, танауын сирып, ирендәрен бәлшәйтте. Тик шунда уҡ уйынан кире дүнде, ахыры, йөҙө яҙылды, бер ҡулы һауала эленеп торғас, яйлап аҫҡа төштө. Асылған бәпес күлдәген ипләп япҡанда Рита памперс эсенә күҙ ташланы – быныһы ҡыҙыҡай икән: “Аһ, түҙемһеҙкәйһең дә һин... Бер иштән әйбер алғанмын, бынан ары малайға - күк, ҡыҙға алһыу төҫтәге әйберҙәр ҡарар кәрәк”.
Һеңлеһенең балаларына төбәлеп, Рита онотолоп киткәйне, нәзәкәтле виолончель булып яңғыраған кеҫә телефоны тауышына ныҡ тертләне. Смартфонға йәбешеп:
- Алло? – тип шыбырлап, аш бүлмәһенә сыҡты.
- Ғәфү итегеҙ, бөгөн бушамағанығыҙҙы белһәм дә, борсорға мәжбүрмен, - ярҙамсы ҡыҙ сираттағы клиенттың Ританың үҙе менән осрашырға теләүен еткерҙе. – Төштән һуң килеп китә алмаҫһығыҙмы икән?
- Уны мин ҡалдырған проекттар менән таныштырҙығыҙмы?
- Эйе.
- Берәй дәғүәләре бармы?
- Ваҡ-төйәк буйынса. Үҙгәртеүҙәрҙе индерербеҙ, борсолмағыҙ, тиһәм дә, ул барыбер, һеҙҙең менән шәхсән осрашып һөйләшергә теләйем, тип талап итә.
- Ярай, улай булғас, осрашыуҙы икегә тәғәйенләгеҙ.
Һөйләшеп бөткәс, тағы нимәһе оҡшаманы икән, тип аптыраны. Рита үҙе бар йортто, фатирҙы бер стилдә йыһазландырырға, биҙәргә ынтылһа ла, ҡайһы бер клиенттар төрлө-төрлө стилдәрҙе буташтырып, бутҡаландырырға самалай. Бүлтек иренле һаҡымлы был клиент та шулар рәтенән. Хәләл ефете менән нимә теләгәндәрен һаманғаса үҙҙәре лә аныҡ ҡына белмәй: йә уларға классика кәрәк, йә заманса һулыш; иренә оҡшағанды бисәһе яратмай; бисәһе, миңә ошолай кәрәк, тип ятып китһә, ире аяҡ терәп ҡаршы сыға... Рита уларға әллә күпме проект тәҡдим итеп, саҡҡа уртаҡ фекергә килгәйнеләр һымаҡ. Баҡтиһәң, яңылышҡан. “Нимә тип ҡаңғыртырға, нимәгә бәйләнергә уйлайҙыр инде. Аҡсаһы күп булһа ла, зауыҡ яғы самалыраҡ, ләкин улар арттарын һәрмәп ҡараймы һуң?! Ярай, эшләгәнебеҙ өсөн түләһә булды”, - Рита аяҡ остарына ғына баҫып, йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Өйөн Көнсығыш стилендә биҙәгәс, был бүлмәне йомшаҡ балаҫтар, күпереп торған төрлө мендәрҙәр баҫып алған. Түңәрәк тәпәш тахта, йомро пуфиктар, ҡатлы-ҡатлы селтәр-ҡорғандар, нескә шәмдәлдәр күңеленә ял бирә, йәнен иркәләй. Тәүҙәрәк балаларҙы ошонда урынлаштырырға ниәтләһә лә, һуңынан залды бәләкәстәр өсөн яраҡлаштырҙы, йәнәһе лә, унда тумалаҡтарға иркенерәк тә, яҡтыраҡ та. Ысынында иһә, үҙенең яратҡан бүлмәһен алыштырырға теләмәне. Бала сағында күп нәмәнән мәхрүм ҡалғас, ул һаманғаса шул бушлыҡты нисек тултырырға белмәй аҙаплана.
Уңайлы джинсы салбарҙы, водолазканы сисеп, күҙгә ташланып тормаған һоро итәк, аҡ блузка кейҙе. Тәүҙә уның бөтә төймәләрен дә эләктергәйне, һуңынан, ир кеше менән осрашыуын күҙ уңында тотоп, өҫкөләрен ысҡындырҙы: “Алтын сылбыр алып тағырға инде әллә? Муйыным буш булғас, яланғас кеүекмен”. Аяғөҫтө ҡапҡылаған арала һөт ҡатышмаһын әҙерләне лә, йоҡоло бәпәйҙәрҙе сиратлап шешәнән имеҙҙе. Сиҡылдап та ҡуйманылар. Памперстарын алыштырғанда ғына кирелеп-һуҙылып, тәндәрен яҙған булдылар. “Йоҡо сүлмәктәре икән дә һеҙ”, - Рита эйелеп бәпестәрҙең маңлайҙарынан үпкәндә, күптән онотолған наҙ хисенең тулҡын булып эркелеүенән албырғаны. Таралып төшөүҙән ҡурҡып, турайҙы, ирендәрен ҡымтыны. Ярҙамсым ҡарап торор, тип, клиент менән осрашыуға бәпестәрҙе лә алырға уйлағайны ла, йыйынып бөткәс, тәмләп йоҡлаған сабыйҙарҙы юлда йонсотоп йөрөтмәҫкә булды: “Берәй сәғәттән кире әйләнермен, барыбер оҙаҡ йоҡлайҙар, уянмаҫтар ҙа әле”. Шулай ҙа елдереп йөрөнө, көйәҙ, һапалы клиент менән һөйләшкәндә, күҙен сәғәттән алманы.
- Әллә ашығаһығыҙмы? - тине аҡса муҡсаһы, уның сабырһыҙланыуын оҡшатмай.
- Эйе, - Рита клиенттың күҙенә тура ҡараны, - өйҙә үҙҙәре генә ҡалған бәпестәр өсөн борсолам. Игеҙәктәр.
- Һм-м... Улай булғас, нишләп ултыраһығыҙ?! Телефон аша ла хәл итергә мөмкин ине, - әйтерһең дә, ул түгел, ә Рита уның килеүен талап иткән.
Ҡатмарлы һөйләшеүҙәргә әҙерләнгән Ританың еңел генә ыҡҡа килгән клиентҡа кинәт айырым ихласлыҡ күрһәткеһе килде:
- Заманса йыһазға ҡарағанда, һеҙҙең эш кабинетының бер мөйөшөнә ун туғыҙынсы быуатта Мельцер фабрикаһында етештерелгән кресло һәм ултырғыстар үтә килешер ине, улар алһыу ағастан яһалған.
- Йә, йә, - һауалы ирҙең күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу сатҡылары бейеште.
- Фарфор медальондар һәм бронза өҫтәмәләр менән бай биҙәлгән необарокко стилендәге комплектты Питерҙағы антиквар магазинында күргәйнем, бик яҡшы реставрацияланғандар, алһағыҙ - үкенмәҫһегеҙ.
Рита ноутбуктан кресло-ултырғыстарҙың фотоһүрәтен күрһәткәс, бай ир, хаҡына ҡарамаясаҡмын, алабыҙ, тине. Проект буйынса башҡа һорауҙар тыуманы, үҙгәрештәр индерелмәне.
Ҡалған мәсьәләләрҙе телефон һәм ярҙамсыһы аша хәл итергә һөйләшеп ҡайтырға сыҡҡас, Ританың йөрәге ат кеүек тулап, дарҫ та дорҫ типте. Нисек кинәт тулай башлаһа, шулай уҡ кинәт туҡтаны. “Валерьянка эсеп алырға инде әллә? Нервылар бөтөнләй бөткән. Әллә валидол алайыммы икән? - Рита ауылға табан ҡыуған еренән газды кәметте. – Бәпестәргә присыпка ла алмағанмын, памперстары ла, һөт ҡатышмалары ла аҙыраҡ булыр, буғай”. Кире ҡалаға боролдо. Боролған ыңғайы үҙен әрләне: “Ий-й, нимәгә ярты юлдан кире бороламдыр. Хәҙер юлым уңмаҫ инде, хәйерһеҙ”. Әммә юлы уңды: аптекала сират булмағас, йәһәт кенә кәрәк-яраҡты алды ла, ҡайтыу яғына һыпыртты. Ауылға етәрәк күккә үрләгән ҡап-ҡара төтөн күҙенә салынғас, йөрәге күкрәк ситлеген емерерҙәй булып тағы үрһәләнде лә китте. Рита үрелеп алға ҡараны ла: “Юҡ!” - тип бар көсөнә газға баҫты. Геүләп, шиферҙарҙы атып, уның өйө яна ине...
Йән-фарман килеп туҡтаны ла Рита, машинанан атылып сыҡты. Биҙрә, көрәк тотоп, ни эшләргә белмәй тапанышҡан әбей-бабай уның юлына арҡыры тороп, беләгенән эләктереп, туҡтатырға маташты. Ләкин Рита уларҙы эткесләп-төртөп ысҡынды, сәсен йолҡа-йолҡа: “Мин уларҙы үлтерҙем! Үлтерҙем бит бәпестәрҙе!” - тип аҡырып, янған өй тирәләп йүгерекләне. Ялбырап йөрөп шифер киҫәгенә абынып, тәгәрәп китте...
Үҙенә ҡалһа, талпынып тороп, янған өйөнә көс-хәлгә ингәндәй булды, гүйә, сабыйҙарҙы урамға алып сыҡты, һәм төтөнгә сәсәп, бар көсөнә тау үренә атылды. Унда саф елдә иркен итеп тын алғандай тойолдо. Нәҙек бер тауыштан илаған бәпестәрҙе ике яғына ҡыҫып ҡосаҡланы: “Сеү-сеү, иламағыҙ, барыһы ла артта, тынысланығыҙ”. Башы үлтереп ауыртты: “Төтөнгә ағыуландым, ахыры. Аптеканан баш дарыуы ла алырға кәрәк булған. Тс-с-с, бәпестәр, тс-с-с, йоҡлағыҙ, матурҙарым”...
Ҡайҙалыр янғын һүндереү машиналарының сиреналары геүләгәне ишетелде.
Фото: Т.Аманов
Беренсе бүлек тамам.

II бүлек.

- Һаман бала бәүетәме?
- Эйе, тәҙрәләрҙе елләтергә асһаҡ, тәҙрә ҡашына килә лә, сәстәрен туҙғытып, буш ҡулдарын бәүетергә керешә, - яғаһы керләнгән халаттағы санитар һағыҙын өрөп шартлатты.
- Эй, бисара... Анау ҡәҙәрем ҡайғы башына ауҙарылһын әле. Аҡылдан яҙмаҫ ереңдән яҙырһың, ундай һынауҙарҙан аллам һаҡлаһын, тәүбә-тәүбә, - ашнаҡсы ҡатын суҡынды, буш батмусты елпеүестәй итеп, буҙарған битенә һауа елпелдәтте. - Бәпестәрҙең ниндәй гонаһы булғандыр, эй, илаһым. Ни тим, балаларҙы ҡотҡарам, тип, янған өйгә инеп барғанында күршеләре үҙен тотоп алып ҡалған да бит, тик былай йәшәүенең, дөрөҫөрәге, тереклек итеүенең мәғәнәһе бармы икән?
- Унда һинең ҡайғың булмаһын, бар, бар, эшеңдә бул, - санитар һағыҙын шартылдатҡан ыңғайы ашнаҡсының һимеҙ осаһына усы менән һуҡҡандай хәрәкәт яһаны.
– Иманһыҙ! - тип сәрелдәне ҡатын, батмусы менән санитарға киҙәнеп. – Томшоғоңдо ҡайырам хәҙер ошоноң менән.
Әммә янауын тормошҡа ашырманы. Күҙенән уттар сәсеп, бисәкәй дарҫ-дорҫ енләнеп китеп барғас, ир һөйләнеп мыңғырланы:
- Күрәләтә ут эсенә индереп ебәрһендәрме? Их, оҙон сәсен тунарҙар инде...
Рәшәткәле тәҙрә янында күҙҙәрен йомоп, буш ике ҡулын бала күтәргәндәй итеп һелкетеп, алға-артҡа сайҡалып торған Рита уларҙы ишетмәне. Саф һауаны һулап туя алмай, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы:
- Сеү-сеү, иламағыҙ, барыһы ла артта, тынысланығыҙ. Тс-с-с, бәпестәр, тс-с-с, йоҡлағыҙ, йоҡлағыҙ, матурҙарым... Тау башында шундай рәхәт! Һауаның сафлығынан хатта баш әйләнә...

ххх

Төштән һуң клиниканың баш табибы кабинетында Ританың яҙмышын хәл итергә йыйылдылар. Дежур психиатр пациенттың картаһын баш табип алдына һалды.
- Мин һаман да үҙ фекеремдә ҡалам: Хафизованы бында тотоу маҡсатҡа ярашлы түгел. Киҫкен реактив психоз - организмдың хәүефле хәлгә яуап икәнен аңлатып тороу артыҡтыр.
- Ни тәҡдим итәһегеҙ һуң? – картаны аҡтарған баш табип ҡарашын уға йүнәлтте.
- Хафизованы неврологияға күсерергә. Уны ошо хәлгә саманан тыш психологик көсөргәнеш еткергән. Быға ерлек уның бала сағында уҡ һалынғанға оҡшаған. Невроз ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһап, былай ҙа ауыр хәлде уғата ҡатмарлаштырып ебәргән. Комплекслы дауалауҙы йомшаҡ тәьҫир иткән тынысландырыусы препараттарҙан һәм ҡан тамырҙарына, тәү сиратта веналарға, ыңғай йоғонто яһаған дарыуҙарҙан башланыҡ. Кәйеф корректорҙарын да ҡулланабыҙ. Ә антидепрессив һәм транквилизация йоғонтоло препараттарҙың кәрәкме-юҡмы икәнен ваҡыт күрһәтер.
- Тимәк, үҙебеҙҙән ҡалғандың барыһын да эшләнек, тимәксеһегеҙме?
- Эйе, - дежур психиатр ышаныслы башын һелкте. – Йәш организм бирешмәҫ.
- Шулай ҙа, неврологияға күсергәс тә, Хафизованы тулыһынса аяғына баҫҡанға тиклем күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ине.
- Ярай, быны үҙемдең контроль аҫтына алырмын.
- Улай булғас, неврология бүлексәһенең мөдире менән һөйләшеп, урындары булһа, бөгөн үк күсерәйек, - баш табип ҡасандыр Рита конверт ҡыҫтырған пресс-папьены ҡарамайынса ғына блокноты менән ҡапланы: “Намыҫты таплап торғандан да шулай ҡапланып ҡына ҡотолоп булһасы...”
Бер аҙҙан дежур табиптың саҡырыуы буйынса Ританы ординаторҙар бүлмәһенә килтерҙеләр. Ултырғысын ҡыҙҙың ҡаршыһына шылдырып, психиатр уға оҙаҡ һынсыл ҡарап ултырҙы. Күҙҙәренең нуры һүнгән Ританың иңбаштары һәленеп төшкәйне. Йыш йыуылыуҙан төҫө уңған ҡаҙна халатының иҙеүе ярым асыҡ тороуында ла эше юҡ. Туҙған сәстәренә күмелеп, сайҡалыбыраҡ ултырған ҡыҙ әҙ генә ел иҫеүенә лә йығылыр кеүек. Ғәҙәттә психиатр пациенттарына битарафыраҡ ҡарай, һөнәрҙәрендә шунһыҙ ярамай ҙа, ә был ҡыҙ уға тәү күреүҙән оҡшаны, оҡшау ғынамы – ихлас күңеленә ятты, ирлек булмышын үҙ теләгенән башҡа тулҡынландырҙы. Әле иҙеүенән бер аҙ күренеп ҡалған ап-аҡ нәфис күкрәктәр тирәһенә ҡарамаҫҡа тырышһа ла, ҡарашы ирекһеҙҙән шунда төшөп тик торҙо. Ауыҙына хатта һеләгәйе йыйылып китте. Тамағын ҡырған булып, төкөрөгөн йотто.
- Хәлегеҙ нисек? – табиптың хәстәрлекле тауышына Рита теләр-теләмәҫ кенә башын күтәрҙе, әкренләп битенән сәс өлтөгөн һыпырып, ҡолаҡ артына ҡыҫтырҙы. Фекерен туплай алмай ыҙаланы.
- Мине ныҡ йоҡо баҫа, – ниһайәт, телгә килде.
- Седатив препараттарҙың касафаты, борсолмағыҙ, уларҙың бер ҡурҡынысы ла юҡ, үтер.
- Мин ҡайҙа?
- Әлегә психоневрология диспансерында. Хәҙер һеҙҙе неврологияға күсерәсәкбеҙ.
- Башым үлтереп ауырта...
- Баш ауыртыуы бөтөр. Барыһы ла яйланыр. Бына ни әйтергә теләгәйнем: неврологияла дауалау курсын үткәс, миңә психотерапия сеанстарына йөрөп алырһығыҙ. Улар бушлай түгел, түләүле. Әммә аҡса табырға тырышығыҙ. Теләк формаһында әйтһәм дә, психотерапияның мотлаҡ кәрәклегенә айырым баҫым яһайым. Һеҙ мине аңлайһығыҙмы? Был артабанғы тормошоғоҙға...
- Артабан йәшәй алырыма ышанысым юҡ, – Рита уны ярты һүҙҙә бүлдереп, башын һәлендерҙе лә, ике ҡуллап сикәһен ышҡыны. Рөхсәт итһәләр, ошонда ғына ятыр ҙа йоҡлар, башҡа уянмаҫ ине.
- Алырһығыҙ. Ярҙам итеүсе генә кәрәк.
- Кем ярҙам итһен миңә? Мин бер үҙем ҡалдым.
- Донъяла һеҙ яңғыҙ түгел, һәр кемгә ярҙам итеүселәр табыла. Мин дә шул ярҙамсылар иҫәбендә. Ярҙам ҡулынан баш тартмағыҙ. Бушлай йөрөтәм мин һеҙҙе сеанстарға...
Рита рәхмәт әйтеп, баш тартырға теләне, ләкин уйҙары, баҫтырышмаҡ уйнағандай, төрлөһө-төрлө яҡҡа йүгереште. Башы ярылып барғандай һыҙланы, уны күҙгә күренмәҫ ҡыпһыуырҙар менән сатнатырға тырышалармы ни...
Документтарын теүәлләгәс, Ританы күрше корпустағы неврология бүлексәһенә ебәрҙеләр. Уны оҙатышҡан санитар кире әйләнеп килгәс, баҫҡыс аҫтына йәшеренеп, тәмәке тоҡандырғайны ғына, янына дежур психиатр ҙа килеп боҫто. Ир тәмәке төпсөгөн йәшереп тә торманы – бында улар гел икәүләп төтәтәләр.
- “Дурка”ның пациенты булмай сыҡтымы ни? – керле яға исем-шәрифтәрҙе атамаһа ла, табип кем тураһында һүҙ барғанын шунда уҡ аңланы, сөнки ҡайғы эсендәге Рита көн оҙоно уйынан сыҡманы.
- Юҡ, - тип башын сайҡаны. – Нервылар өҙөклөгө.
- Тырышып бала бәүетеүенә ҡарағанда, тас ҡына һеҙҙең пациент һымаҡ ине.
- Хәҙер аңлатам, - психиатр тәмәкеһен үпкәһен тултырғансы һурҙы ла, төтөнөн ситкә өрҙө. - Хафизова булмышы менән үтә ябыҡ кеше. Индивидуумдың башҡаларҙан айырым тереклек итергә ынтылыуы, күңел йоҙағының гел дә бикле тороуы нервылар өҙөклөгөнә булышлыҡ иткән. Кеше “ябыҡ” икән, ул үҙенең хис-тойғоларын күрһәтмәй, тышҡа сығармай, уларҙы ҡаты биктә тота, шулай уҡ үҙенә ярҙам итергә лә ирек бирмәй. Ә бында бер-бер артлы ике фажиғә... Ләкин нервылар өҙөклөгөнөң ваҡытлыса хәл икәнен онотмаҫ кәрәк. Хафизова бит үҙенең яңылышыуын - булмаған сабыйҙарҙы бәүетеүен - аңлап ҡалды, аңһыҙ ҡыланыштарынан тартынып, уңайһыҙланыу тойғоларын кисерҙе. Невротик-сик хәлдәренең психотик хәлдән, йәғни, психик ауырыуҙарҙан, төп айырмаһы шунан ғибәрәт инде.
- Ҡыҫҡараҡ, Склифосовский, - санитар ергә сыртлатып төкөрҙө. – Миндә һинеке кеүек йомро баш юҡ.
- Хафизовала күҙәтелгән нервылар өҙөклөгө – һаҡланыу реакцияһы, аңлайһыңмы? Ул шундай кеше: ниндәй генә хәлдә булмаһын, һис ҡасан эсендәге ут-ялҡынды тышҡа сығармай, үҙенә батыра ла батыра. Оҙаҡ айҙар, бәлки йылдар дауамында йыйылып килгән көсөргәнештең вулкандай атылыуына янғын, сабыйҙарҙың һәләкәте сәбәпсе, этәргес көс булған. Нервылар системаһы өҙөклөк рәүешендә йыйылған йөктән арына ла, башҡаса улай йәшәргә ярамағанлығын иҫкәртә лә. Хафизоваға симптоматик дауанан тыш, психотерапевт, психологтың дауаһы талап ителә. Ул яҡындарының аңлауына, һөйөүенә, ярҙамына мохтаж. Эске эмоциональ конфликттарҙы бер-бер артлы яйлап эшкәртеп, һәләкәтле, хаталы паттерндарын коррекциялағанда, Хафизова икенсе кешегә әүереләсәк, тормошҡа ҡарашы үҙгәреп, уға йәшәүе еңеләйәсәк.
- Юҡ, һинең менән тәмләп тәмәке борҡоторлоҡ түгел ул, Айболит, - санитар тәмәке төпсөгөн сүп һауытына сиртеп кенә ырғытты ла, кирелеп-һуҙылды. – Кеше кеүек һөйләшәм дә инде.
- Сабир, - доктор уның һүҙҙәренә тамсы ла иғтибар итмәй, һаман үҙенекен тылҡыны, - ә бит психотерапия ҙур эффектҡа эйә буласаҡ. Хәйер, уның спецификаһы ошоғаса нервылар өҙөклөгө булыу-булмауына ла бәйле...
- Списифика, списифика, - Сабир уны ирештерҙе лә, докторҙың иңбашына иптәштәрсә ҡаҡты. – Ярай, күрше, минең смена бөттө. Кейемде генә алыштырам да, ҡайттым мин, Айболит!
- Хәләл ефетегеҙ Нурия ханымға минән сәләмдәр!
“Нурия ханым өйҙә булһа, - Сабир баҫҡыстан күтәрелешләй аяҡ аҫтындағы һыра банкыһын тибеп осорҙо. – Өйҙә тора торған бисәм булғас ни...” Шулай ҙа ҡайтышлай, ҡатынының эшенә һуғылды – урынында ине, бергә ҡайттылар. Ҡатыны һәр ваҡыттағыса эше күп булыуға һылтанып, кафенан әҙер аҙыҡ алдырҙы ла, шуның менән тамаҡ ялғағас, һәр береһе үҙ бүлмәһенә инеп бикләнде. Дәүләт учреждениеһында бүлек етәксеһе вазифаһын башҡарған ҡатыны кистәрен ғилми эше менән булыша, ә Сабир телевизор пультына көсөн төшөрә. Һинең менән йоҡлай алмайым, эҫеһең, тулайһың, хырылдайһың, у...ң, тип ҡатыны уны залдағы диванға күсергәндән алып, йүнләп һөйләшмәйҙәр ҙә. Күрешеүҙәре лә һирәк: ҡатыны бер туҡтауһыҙ симпозиум, коллоквиум, тағы ла әллә ниндәй “ум”дарға йөрөй, Сабир үҙе диспансерҙа сменалы эштә. Ниндәй һөйөшөү, ти?! “Арыным”, “башым ауырта”, “кәйефем юҡ” – енси яҡынлыҡҡа кәртә булған һылтауҙары шул. Көләкәс һәм шаталаҡ ине кәләше элек. Бергә походҡа йөрөүҙәр, усаҡ тирәләй гитараға ҡушылып йырлашып ултырыуҙар, йондоҙҙарға, йылға ағышына, киске шәфәҡҡә, үләндәге ысыҡҡа һоҡланыуҙар – ҡайҙа ҡалды уларҙың барыһы ла? Икеһе лә тауҙарға ғашиҡ инеләр. Урал тауҙарын иңенән буйына йөрөп сыҡтылар. Етәкләшеп тауға йүгереп менеүҙәрен, иң үрҙән тирә-яҡты бергә байҡауҙарын һағына Сабир. Донъяға һоҡланып баҡҡан, зыңғырлатып көлгән, күҙҙәренә наҙлап ҡараған йәш ҡыҙҙы һағына. Әлеге талапсан, өҙөп, ҡаты һөйләшкән, ике эйәкле, ауыр артлы ҡатын уның һөйөклөһө түгел һымаҡ. Ваҡыт алыштырҙымы уны, әллә тормош мәшәҡәттәре баҫтымы? Хәйер, Сабир үҙе лә үҙгәргән, баҫылған. Йәшлегендә атлар урынға осоп йөрөгән, һәр осраған кемдә дуҫ һәм иптәш күргән егеттең аҙымдары һәлмәкләнгән, ҡарашы – абыныуҙан ҡурҡҡан кешенекеләй – аяҡ аҫтында. Елкәһенә суйындай баҫырға яҙмышы ла ауырҙарҙан түгел бит әле ул, барыһы ла бер көйө. Дөрөҫөрәге, ялҡытҡыс бер көйлө. Елкәндәре төшөрөлгән карап ише, тормош йылғаһы ағымы ыңғайына ғына йөҙөп тик бара: эш-өй-эш-өй-эш-өй-эш-өй... Телевизор ҡарап ятҡан ыңғайына Сабир йоҡлап китте. Төшөнә ҡалын толомло йәш ҡыҙыҡай инде.
Һыулы кейеме тәненә һылашҡан ябыҡ ҡыҙ терәлә яҙып яҡын килде. Ирендәре ҡыбырламаны, ләкин ир: “Ҡотҡарығыҙ!” – тигәнен айырым асыҡ ишетте. Көрән күҙҙәре төпкә батҡан ҡыҙ асырғаланып яр һалғандай тойолдо: “Ҡотҡарығыҙ!” Ҡысҡырҙы ла, артҡа сигенде. “Туҡта, артта упҡын!” – Сабир ҡыҙҙы ҡулынан тотайым, туҡтатайым, тип алға ынтылды ла... диванынан дөбөр-шатыр йығылып килеп төштө. “Нисек ауыртынманы! Диван уның ҡалынайған кәүҙәһе өсөн тарыраҡ шул”, - әйтерһең дә, үҙе түгел, икенсе берәү ҡабырға ныҡлығын һынаған - терһәген ыуа-ыуа, утты ҡабыҙмай ғына диванды йәйеп, сисенде лә, телевизорҙы һүндереп, һалҡын мендәрҙе ҡосаҡланы: “Һыуыҡ. Әллә бесәй алырға инде?” Күҙҙәрен йомдо. Көсләшеп йомшаҡ нәҙек йөнлө һарыҡтарҙы һананы: “Бер меринос, ике меринос, өс меринос... йөҙ ҙә илле меринос, йөҙ ҙә илле бер меринос, йөҙ ҙә ике мерин, тьфү, шайтан алғырҙары...”
Бер ни уйламаҫҡа тырышып, тегеләй әйләнде, былай боролдо, тулғанып юрғанды төшөрөп ебәрә яҙҙы, мендәрҙе төрлөсә һуҡҡылап һалып ҡараны. Йоҡоһо ҡасҡайны. Төшөнә ингән ҡыҙҙы хәтерләп, исеме нисек ине әле уның, тип, яҡтылыҡ менән ҡара шәүләләр уҙышмаҡтан бейешкән түшәмгә тексәйеп ятты. Ерле-юҡтан көндөҙ неврологияға оҙатҡан ҡыҙҙы иҫләне. Тороп ултырҙы: “Рита. Ха-жиевамы әле фамилияһы? Ха-зиева? Ха-ха-ха, хәтереңә төкөрәйем. Рита. Рита-Брита-Маргарита. Әллә Римамы?! Юҡ, шикелле. Рима – Рита? Ни булды һиңә, Рита? Ә беҙгә, Нурия? Ҡайҙа ҡалдың һин - мин һөйгән, мине һөйгән Нурияҡай?” Һағышланып уйланып ята торғас, тәне үҙенән-үҙе яҙылды, күҙҙәренә йоҡо ҡунды. Оҙонсәс ҡабаттан төшөнә инде: упҡын өҫтөнә һалынған аҫылмалы күперҙән уға ҡулдарын һоноп, ярҙамға өмөтләнеп мөлдөрәп ҡараны, ҡотҡар мине, тип шыбырланы. Сабир уның ҡулынан эләктерәйем, тигәйне лә, ҡыбырлай ҙа алманы, ҡысҡырырға итте - тауышы сыҡманы. Ҡыҙға быуар йыландай томан уралды, уны арбап аҫҡа тартты. Тәүҙә ысҡынырға маташҡан оҙонсәс тора-бара хәлдән тайҙы, һәм иргә һуңғы тапҡыр тилмереп ҡарап, үҙе лә томанға әйләнеп таралды, миллиард киҫәксәләргә – һыу бөрсөктәренә ваҡланып, упҡынға ҡойолдо. Был күренештән сәстәре үрә торған Сабир: “Ю-юҡ!” - тип һөрәнләп, үҙ тауышына үҙе һиҫкәнеп күҙҙәрен асты.
Йоҡоһо туймай интегеп, күҙ ҡабаҡтары һәленеп уянған ирҙе ваннала керпек буяған ҡатыны:
- Хәйерле иртә! – тип сәләмләгәс, ул, ыһы, тип кенә яуапланы.
- Үҙең йомортҡа булһа ла ҡурып ҡапҡылап ал инде, - көҙгөнән күҙен алмаған ҡатын йылмайҙы. Сабирға түгел. Үҙенә. Керпектәренең оҙонлоғона һоҡланды, ахыры. Бәлки, танауының ыҡсымлығына, йә битенең шымалығына ҡыуанғандыр.
- Һиңә лә ҡурайыммы? Сәй ҡуйырғамы? – Сабир белә уның эштә ашағанын, былай ғына һорай.
- Юҡ, мин ҡәһүә эстем.
Ана шулай. Хатта бергә ҡара-ҡаршы ултырып сәй ҙә эсмәйҙәр. Тиҙ арала бесәй табырға кәрәк! Күршелә йәшәүсе бала-сағаларға әйтһәң, урамдан хәҙер генә табып, килтереп тотторорҙар. Әйтеүең генә көс.
Ишек асылып ябылды. Ҡатыны эшкә юлланды. “Исмаһам, “пока” ла тимәне”, - Сабир үртәлеп, яһалған сәйен дә эсеп бөтмәй, өҫтәл артынан тороп, тәҙрәнән аҫҡа баҡты. Подъездан ҡатыны килеп сыҡты ла, башын текә тотоп, тротуарҙан автобус туҡталышына табан йүнәлде. “Алып бар, тиһә, эшенә машинала алып барыр инем дә инде, - Сабирҙың ҡатынына йәне көйҙө. – Ниндәй кеше ул, ә?” Бына подъездан психиатр күршеһе тәпәйләне. Башын тегеләй-былай борғослап, муйынын һыҡҡан галстуктың (ҡатыны бәйләгән, ахыры) төйөнөн бер аҙ бушатҡас, артабан тәгәрәне. Уға диспансерҙа “йомро икмәк”, тигән ҡушамат таҡҡандар. Түңәрәк кенә йөҙлө, дүңгәләк кенә танаулы, усы ла ифрат йомшаҡ, күперек. Аҙымдары ваҡ-ваҡ ҡына. Ҡарап торһаң, бәләкәй йомро доктор атламай, ысынлап та, тәгәрәй кеүек. Ә тауышы ни сәбәптәндер ҡалын, тәрән. Ундай бас миңә нығыраҡ килешер ине, тип күңелһеҙ көлөмһөрәне Сабир. Һинең тауышыңдан мәмәй икәнеңде белеп була, тигәйне ҡатыны: “Ауыҙыңды йыш асма, мәмәйлегеңде белдереп”. Тыумыштан бирелгән тауышын нишләтһен ул? Тауышы ла, үҙе лә йомшағыраҡ шул, быны үҙе лә аңлай. Кеше алдында ҡатыраҡ, холоҡһоҙораҡ күренергә тырышыуы ла шунан. Ҡатынының энәле һүҙҙәре бит тиреһен тимер щетка менән һөйәккәсә һыҙырып алғандай тәьҫир итһә лә, Сабир әрнеүле тойғоларын тышҡа сығарманы. Бер ғаиләлә ике командир була алмай, һинең прапорщик булғаның да еткән, тиеү менән генә сикләнде. Шаяртыуға борһа ла, күңелендә юшҡын ҡалды.
Кисә докторҙың һөйләгәндәренән: “...башҡаса улай йәшәргә ярамағанлығын иҫкәртә”, - тигәне иҫенә төштө. Башҡаса былай йәшәргә ярамай. Тик нисек итеп тормошон үҙгәртергә? Нимәнән, ҡайһы осонан башларға? Ниңә төшөнә Оҙонсәс инде?
Һыуыған сәйен ҡоролай һемереп ултыра торғас, Сабир ҡапыл ғына байтаҡ йылдар элек үҙен “Рима” тип таныштырған үҫмер менән фажиғә кисереп, дауаханаға эләккән йәш ҡыҙҙың бер үк кеше икәнен аңлап, шаҡ ҡатты. Был асышҡа түҙә алмай, форточканы асып, тәмәкеһен тоҡандырҙы.
Ҡаҡса ғына үҫмер ине бит ул ваҡытта. Тәҙрә янында сәсен туҙҙырып буш ҡосағын бәүеткән Хафизованы шул үҫмерҙер, тип башына ла индермәне! Төшөнә ярҙам һорап ингән Оҙонсәс! Үҙенә ҡағылғанды яратмаған Рима-Рита... Барыһы ла кисә генә булғандай күҙ алдына баҫты.
... - Теймәгеҙ миңә! Ҡағылғанды күрә алмайым! - үҫмер ҡыҙ Сабирҙың ҡулын туҡмай-туҡмай асырғаланып этәрҙе.
- Мин һиңә теймәйем, иҫәр! Куртканы ябайым, тигәйнем, туңғанһың да һуң! - әле генә ошо баланы һыуҙан сумып сығарған ирҙең үҙенең дә теше-тешкә теймәй. Батып барғанында ҡотҡарыуы өсөн рәхмәт көтмәһә лә, бер аҙ яҡты йөҙөн күрһәтеренә өмөтө бар ине. Ә ҡыҙыҡай дауылдай пыр туҙа. Ныҡ йәне көйҙө Сабирҙың:
- Эй, кеймәһәң, кеймә лә, инәлгән кеше бармы һиңә! - асыуына сыҙай алмай, эстән генә “кәнтәй” тип тә өҫтәне.
Өшөүҙән дә, сиктән тыш ҡыҙыуҙан да ҡулдары ҡалтырап, свитерын, футболкаһын сисеп һыҡты ла, машина капотына ырғытты, дымлы үләнгә ултырып, оҙон ҡуңыслы итектәренән һыуҙы шаптырлатып ҡойҙо, тәненә һылашҡан джинсыһын сисә башланы. Алмаш кейем алмағанға үкенде: “Хәҙер нисек еүеш әйберҙе кейергә? Усаҡ яғырға тура киләсәк...”
- Исемең кем? Нишләп төндә һыу инеп йөрөйһөң? – аяғүрә баҫып, курткаһына үрелде. Әлдә уныһын сисергә башы еткән.
- Ри... Рима мин! – бурһылдаған ҡыҙыҡай ярһып йөҙөнә төшкән сәсен артҡа ташлаған ыңғайы Сабирға әллә төкөрөктәре, әллә һыу тамсылары сәсрәне. – Кем төндә һыу инеп йөрөһөн, башығыҙ эшләмәйме әллә?! Ниңә мине ҡотҡарҙығыҙ?! Йәшәгем килмәй минең!
- Һармаҡ! – Сабир уны тотоп һелкетер ҙә ине, үҫмер үҙенә яҡын юлатмай. Балыҡ тота икән берәү, тыныс ҡына ял итергә килгән, ти. Ҡайҙан бына хәҙер ҡараңғыла ҡайныһының ҡармағын эҙләп табырға? Ҡыҙҙы ҡотҡарырға ташланғанда, ҡармаҡты ҡайҙа бәргәнен дә иҫләмәй. Итектәрен дә һыуланы... Ярай, уныһы кибер, моғайын, бөгөн-иртәгә ҡайныһының уларға хәжәте тыумаҫ. Сыбыҡ-сабыҡ йыйып, усаҡ яғырға ниәтләгән Сабир шырпыларҙың салбар кеҫәһендә булғанын хәтерләп, “инәң башы” тип, сытырҙы ергә һелтәне лә, елкәһен ҡажыны.
– Һиңә дауаханаға барыр кәрәк, һыуыҡ алдырыуың бар.
- Миңә бер нимә лә кәрәкмәй! – енле ҡыҙыҡай, ҡырҡылғандай, тубыҡланды ла, башын ҡосаҡлап, маңлайы, терһәктәре менән ерҙе төйгөсләргә кереште. – Йә-шә-гем килмә-әй..
.
Ҡалтыраныуын еңә алмаған Сабир бардачоктан бохар замандан ҡалған зажигалканы соҡоп сығарып, тәмәкеһен ҡабыҙа алмай яфаланды.
- Иҫәр, үәт, иҫәр, - тип ҡабатланы. – Ата-әсәң ни тиер, үле кәүҙәңде тапҡас? Кем һиңә уларҙың йөрәген ярырға хоҡуҡ бирҙе?
- Мин бер кемгә лә кәрәкмәйем, - тип һулҡылданы бала. – Миңә лә бер кем дә кәрәкмәй!
- Кәрәкмәгән кешеләр юҡ, аңла һин! – Сабир үҙ һүҙҙәренә үҙе ышанманы, шулай ҙа дауам итте. – Хоҙай беҙҙе яратҡас, тимәк, беҙ кәрәк!
- Һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ....
- Һөйлә һуң, белермен!
Дерелдәгән ҡыҙ ерҙән башын күтәрмәне.
- Ярай, һөйләмә. Үҙем һөйләйем, - Сабир ни ҙә булһа әйтеп, баланы әүрәтергә кәрәклеген тойҙо. Ҡыҙ бала кем менәндер яҡынлыҡҡа ингән дә, мәсхәрәгә ҡалыуҙан ҡурҡып, үлергә йыйынған, тип уйланы. – Дүрт аяҡлы ат та абына. Кеше лә хаталанмай тормай. Мин үҙем дә һинең йәштә яңылышып, киләсәгемә үҙем аяҡ салдым.
Һулҡылдауҙар тымғандай булғас, үҙенең дә тын алышын рәтләберәк һүҙен дауам итте:
- Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләндем, хәрби кеше булырға йыйындым. Һәм, бац, бер хата, ни бары бер хата, бар киләсәгемде юҡҡа сығарҙы. Иптәш малай килеп, ағайым армиянан ҡайта, әйҙә, берәй әмәлен табып, аҡса эшләйек, тине, - үлгән зажигалка мөғжизә менән саҡ осҡон сығарғас, тәмәкеһен ҡабыҙып өлгөрҙө, тәрән итеп һурҙы. - Минең кәләш ошо яҡтан, ҡәйнәмдәргә ялға ҡайтҡанбыҙ, ә мин үҙем - ҡала балаһы. Шул, иптәш малай, машиналарҙың аккумуляторҙарын ысҡындырып, һатабыҙ ҙа, еңел генә аҡса эшләйбеҙ, тип ҡыҙыҡтырҙы. Аҡсаһынан бигерәк, хәүефе ылыҡтырҙы мине. Адреналин ҡыуҙы төнгө кәсепкә. Баш эшләмәһә эшләмәй икән ул, иптәшемдең мине енәйәткә этәреүен уйламаным. Гипнозға эләккәндәй инем. Өсөнсө аккумуляторҙы ысҡындырғанда осраҡлы рәүештә патруль машинаһы беҙгә юлыҡты. Аккумуляторҙарҙы бәрҙек тә, ҡастыҡ. Арттан ҡыуа төштөләр. Беҙ спортсылар бит, шәп елдерҙек. Тотолмаҫ та инек, бәлки, улар рациянан ярҙам саҡырмаһа. Ҡаманылар. Юлыбыҙҙы ҡыйған машинанан автомат менән ҡоралланған икәү һикереп сығып, затворҙары менән шыҡылдатып, туҡтамаһағыҙ, ятмаһағыҙ, атабыҙ, тигәнгә ҡурҡыштан ергә һуҙылдыҡ. Беҙҙе дежур часҡа, ата енәйәтселәрҙе тотҡандай, бығауҙа бишкә бөгөп, елтерәтеп килтерҙеләр. Ата-әсәйемде саҡырттылар. Уларға күтәрелеп ҡарарға батырсылығым етмәне. Йөҙөбөҙгә ҡара яҡтың, тип илаған әсәйемде йәлләүҙән йөрәгем туҡтаны. Хурлыҡтан юҡҡа сыҡһамсы шул мәлдә! Ике айҙан һуң суд булды. Ошо ике ай эсендә мин үҙемде юғалттым. Һындым эстән. Мәрхәмәтле судьяға эләктек эләгеүен. Вердикт сығарғанда, прокурор, адвокаттарға мөрәжәғәт итеп, бөтәбеҙҙең дә балалары бар, уларҙың ошо мәлдә нимә менән шөғөлләнгәнен беребеҙ ҙә аныҡ ҡына әйтә алмайбыҙ, хаталаныуҙары ла бик ихтимал, тине: “Яңылышлыҡтарын ғәфү итәйек. Хаталарын аңлап, тәүбәгә килделәр, матди һәм рухи зыянды ҡапланылар, уларға зыян күреүселәрҙән дәғүә юҡ. Тормоштарын боҙмайыҡ”. Судья түгел, үҙебеҙ боҙҙоҡ тормошобоҙҙо. “Енәйәти эшкә йәлеп ителде”, - тигән һүҙҙәр ҡара тап булып яҙмышыма яҙылды. Үҙемде белгәндән алып хыялланған хәрби училищеға инеүҙән, тағы әллә күпме нәмәнән мәхрүм ҡалдым. Ниндәй генә эшкә инәм тиһәм дә, эске эштәр бүлегенән яуапҡа тарттырылыу-тарттырылмау тураһында белешмә талап итәләр. Ә миңә “Енәйәти эшкә йәлеп ителде” тигән мөһөр һуғылған, ләкин барыбер... Ҡайҙа киттең?
Ҡыҙыҡай һис бер иҫкәртеүһеҙ, әйтерһең дә ел ыңғайына елкенеп, ҡалҡынды ла, төн ҡараңғылығына инеп юғалды. “Ләкин барыбер кеше булдым бит”, - тип әйтергә теләгән мөһим һүҙен әйтә алмай ҡалған Сабир:
- Рима! Иҫәрләнмә бер ваҡытта ла, ишеттеңме?! Иҫәрләнмә! Йәшә! - тип уның артынан ҡысҡырҙы.
Хәтирәләр шауҡымынан тирләп киткән Сабир крандан һыу ағыҙып эсте. Янына барыр кәрәк Ри... Ританың. Ҡотҡарырға кәрәк уны.

ххх

Приборҙар төҙөү заводында ҡыҫҡартылыуға эләгеп, психиатр күршеһенең ярҙамы менән диспансерға санитар булып эшкә ингәс, унда һис бер толҡа тапмай, ғөмүмән, бар тормошонан дүнә яҙып йәшәп ятҡанында, был уй уға ҡотҡарыу түңәрәге кеүек тоҫмалланды. Йәнтәслим йәбеште “түңәрәккә”. Душ төшөп, һаҡал-мыйығын ҡырып, таҙа кейемдәрен кейеп, яҡындағы аҙыҡ-түлек магазинына йүгерҙе. Икешәр-өсәр бөртөк алма, әфлисун үлсәтеп, ҡаптағы һут алғас, дауаханаға юлланды: “Бәлки, ошо ҡыҙҙы ҡотҡарыу уның бурысылыр. Юҡҡа ғына юлында икенсе тапҡыр осрамағандыр. Хатта, ошо диспансерға эшкә инеүе лә осраҡлылыҡ түгелдер, ә Рима-Ританы ҡотҡарыр өсөн кәрәк булғандыр”. Был уйҙан уға рәхәт ине.
Неврология бүлексәһенә барып етеп, пациенттар исемлегендә Хафизованың ниндәй палатала ятҡанын белгәс, Сабир ҡыйыр-ҡыймаҫ ишек шаҡып, алты кешелек бүлмәгә инде. Биш пар күҙ уға төбәлде. Тик берәү генә ҡыбырламаны ла. Рима-Рита. Сабир бер кемгә лә ҡарамай, һаулыҡ һорашҡандай башын һелккәс, тура уның эргәһенә атланы.
- Рита, - тине ҡыйыуһыҙ ғына, - был мин, Сабир... Сабир ағайың.
Керпектәр тертләне. Ләкин Рита күҙҙәрен асманы. Ҡымшанманы ла. Йөҙөнә һарғылт төҫ ингән, күҙ аҫтарына ҡара ятҡан. Үлек, тиерһең. Ҡатындарҙың һәр кеме үҙ эше менән булышһа ла, ҡолаҡтары локатор кеүек һәр һүҙҙе аулағанын һиҙгән Сабир ултырғысты Ританың карауаты янына шылдырып ултырҙы, яҡыныраҡ эйелде:
- Мин һине элек һыуҙан ҡотҡарғайным.
Ҡыҙҙың йөҙө, гүйә, терелде - ҡаштары бер мәлгә генә йыйырылғандай итте.
- Ярҙам иткем килә һиңә. Әйт, ни эшләйем?
Рита һаман һынташтай тик ятты. Сабир, артабан ни әйтергә, ни эшләргә белмәй, баяғынан бирле ҡулына һыймаған пакетын тумбочкаға ҡуйҙы ла, урынынан ҡуҙғалды:
- Ярай, Рита, иртәгә тағы килермен. Һау бул.
Ишекте инде асып сыҡтым, тигәндә, артында хәлһеҙ тауыш ишетелде:
- Сабир ағай...
- Эйе, - ир боролдо ла, һағышлы ҡараштар менән осрашты. Ҡыҙҙың матурлығынан ҡаушаны, күңеленең нескә ҡылдары буйлап тулҡындар зыулап үтте. Диспансерҙа сағында, ошонда оҙата килгәндә ул ҡыҙға, психтарҙың береһелер, тип уйлап, ҡараманы ла тиерлек, ҡарға ҡанатылай ялтыр оҙон сәсен генә йәлләгәйне. Әле иһә төпһөҙ күҙҙәр уны йотто. Ни өсөн бында килгәнен онота яҙҙы.
- Бәпестәрҙе ерләргә ине, ағай... – оло күҙҙәр мөлдөр-мөлдөр йәшкә тулды. – Тик ҡайҙа икәнлектәрен белмәйем. Мин йәшәгән ергә барып, - Рита адресын атаны, - белешегеҙ. Машинам да шундалыр. Унан сумкамды, телефонды килтерегеҙ. Зинһар.
- Н-ниндәй машина? – Сабир тотлоҡто ла, теләгенән тыш ныҡ итеп тамағын ҡырҙы. - Асҡыс ҡайҙа?
- Белмәйем, ағай. “Тойота”, ҡара төҫтә. Раф...
- Ярай, барыһын да белешермен, эшләрмен, - Ританың “ағай” тип өндәшеүенән Сабир үҙендә тау аҡтарырлыҡ көс артыуын тойҙо. – Һин борсолма, ял ит.
Рита әйткән ташландыҡ ауылды саҡ эҙләп тапты. Уның ҡарауы, янған өйҙө әллә ҡайҙан аңғарҙы. Барып еткәс, “Лада”һынан сығып, тирә-яҡҡа күҙ һалды. Бер тере зат күренмәне. Ялҡын ялаған ҡапҡаны асып, ихатаны айҡаланы. Һулаҡайҙа мунса булһа кәрәк, уға ут теймәгәйне. Ә өй ярайһы зыян күргән. Иномарка әллә һыртта, мунса аръяғында торамы, тип, ҡуҙғалғайны ғына, арттан ҡәтғи тауыш яңғыраны:
- Туҡта! Яй ғына борол! Һин кем?
Тауышҡа айбанған Сабир шундуҡ артына ҡайырылды. Үҙенә мылтыҡ тоҫҡаған ҡартты күреп, ҡаштарын һикертеп, ирен сите менән генә йылмайҙы, шаярып абсая баҫты, ҡулын өҫкә күтәрҙе:
- Һағыраҡ, ҡартлас! Ул пукалканың атыуы ла ихтимал бит.
- Олатайыңа “ҡартластан” һалдырырһың! – ялбыр ҡашы аҫтынан һөҙөп ҡараған бабай, оломон, тип торманы, үтә уҫал һөйләште. – Ағас тел... Нимә бында темеҫкенеп йөрөйһөң?
- Былай ғына йөрөйөм, әллә йөрөргә ярамаймы? - Сабирҙың ҡартты ирештергеһе килде. – Ҡоралға лицензияң барҙыр ул?
- Унда һинең эшең булмаһын! – ҡарт Сабирҙан күҙен дә яҙҙырмай мылтығы менән ҡапҡа яғына төрттө, - атла, әйҙә!
- Атламаһам, ни эшләтерһең? Атып үлтерерһеңме? Эсәгең нескәрәк түгелме? Мин бит һиңә ҡыр өйрәге түгел.
Тап шул мәлдә ҡарт Сабирҙың аяҡ аҫтына йәҙрә еб-бәрмәһенме! Мыҫҡыллы йылмайып һағыҙ сәйнәп торған Сабир һикереп-һикереп китте. Инәһенән һалдырып һүгенеп:
- Саҡ һағыҙҙы тамаҡҡа торғоҙманың, ҡартлас! – тип екерҙе. - Иҫкәртһәң ни була?
Ҡарт яуапламай, мылтыҡ көбәге менән генә, атла, тигәнде аңлатты. Сабирға буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы. Алғы урамдың ситендәге йортҡа килеп төртөлгәс, ошондамы, тип, конвоирына боролдо. Ҡарт өнһөҙ, башы менән генә ымлап, раҫланы. Урыҫ ҡапҡаһын асып инеүгә, Сабир ихата уртаһында торған “Тойота”ны күрҙе лә:
- Был Ританың машинаһы лаһа! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Болдорҙа оло йәштәге ҡатын күренде.
- Ҡабул ит, Майя Семеновна, тағы берәү ҡыҙҙарҙың йорто янында эҙләнеп йөрөй ине, - ҡарт Сабирға ишараланы. – Документтарын тикшер.
- Ыстағәфирулла, Сәлимйән, мылтығыңды төшөр! Былай ҙа атыш тауышын ишетеп, ҡот ботҡа китте, – ҡатын ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә, күҙҙәре менән Сабирҙы ҡапшаны. – Һин кем булаһың? Риталарҙың өйө янында ни эшләп йөрөйһөң?
- Мин... – Сабир үҙен кем тип атарға белмәй баҙаны, шунан, – мин уның дуҫы, - тине.
- Ә Ританың дуҫы икәнен нисек иҫбатларһың? – ҡарт ышанманы.
- Рита Хафизова әлеге ваҡытта дауаханала ята.
- Беләбеҙ уның ҡайҙа ятҡанын.
- Юҡ, белмәйһегеҙҙер, - Сабирҙың тауышы нығынды. – Уны тәүҙә психоневрология диспансерына һалғайнылар, кисә неврология бүлексәһенә күсерҙеләр. Рита сабыйҙарҙы ерләргә ярҙам итеүемде һораны. Машинаһынан сумкаһын, телефонын килтереүемде лә үтенде.
Ҡорал вертикаль хәлгә килде. Оло йәштәге ҡатын менән ир бер-береһенә кинәйәле ымлаштылар:
- Ай-бай, ошоғаса Риталарҙа ир затының духы булманы, бөгөн бер юлы икәү берсә, һы... – тип һуҙҙы бабай.
- Сәлимйән баяғы, һеҙҙән саҡ ҡына алдараҡ, бер егетте алып килгәйне, ул үҙен, Ританың бер туған ҡустыһымын, ти, һеҙ – дуҫымын, тиһегеҙ, әллә инде, - Майя Семеновна алсаҡланып, саҡырылмаған ҡунаҡ алдында ишеген асты, – нимә бында торабыҙ әле ул, әйҙәгеҙ, үтегеҙ, эстә һөйләшербеҙ.
Болдорҙа бер нисә пар аяҡ кейеме торғас, Сабир ҙа кроссовкиҙарын сисеп, хужабикә артынан эйәрҙе. Өҫтәл артында ултырған ябыҡ йәш егет, ике ҡарсыҡ, йыуантыҡ ир инеүселәргә табан берҙәм баштарын борҙо.
- Ританың дуҫы, - тине уларға Майя Семеновна. Шунан Сабирға өндәште, - кем тинең әле үҙеңде?
Сабир үҙе менән таныштырып, йыуантыҡ иргә ҡул биргәндә, уның даун икәнен абайланы. Даун уға эскерһеҙ йөҙөн нурландырҙы. Ә Сабир һаулыҡ һорашҡандан һуң кешегә күрһәтмәҫкә тырышып, усын салбарына һөрттө. Яратмай ул зәғифтәрҙе. Эшендә лә уларҙы саҡ-саҡ түҙә. Өй эсе таҙа, хужабикә ипле күренһә лә, ҡыҫтауҙарға ҡарамай, даунды күргәндән һуң өҫтәл артына ултырыуҙан баш тартты. Кейем элгесе янындағы эскәмйәгә артын терәне. Ябыҡ егет уға ҡарап-ҡарап алды. Рита менән әҙерәк оҡшағандар, тик Сабирға егет шыйыҡ, быуынһыҙ тойолдо.
- Кем, Сабир, ҡолаҡҡа ҡатыраҡмы әллә һеҙ? – Майя Семеновна уға аптырап төбәлде. Уйҙарына батып, үҙенә өндәшкәндәрен дә һиҙмәгән. Барыһының да һораулы ҡараштары уға йүнәлгәйне.
- Ни тинегеҙ? – Сабир уңайһыҙланыуын шартлатып һағыҙ сәйнәүендә йәшерҙе.
- Рита тураһында һөйләр инегеҙ. Ни хәлдә ул балаҡай? – хужабикә һорауын ҡабатланы. – Өлгәре көн уны бик ауыр хәлдә алып киткәйнеләр. Арыуландымы?
- Хәлен белә алмай, ҡайҙан барып эҙләргә белмәй, ҡаңғырыша инек, - һүҙгә икенсе ҡарсыҡ ҡушылды. - Балалар аша белешәйек, тиһәк, фамилияһын һорашырға баш етмәгән.
- Рита дауаханала ята, - мылтығын мөйөшкә һөйәп, хужа Сабир янына сүкәйҙе. Сабир бер аҙ ситкәрәк шыуҙы. – Психушкала булған, әле икенсе ергә күсергәндәр, ти.
- Аллаҡайым! Бисараҡай! – ҡатындар ғауғалашты. – Хәҙер нимә була инде? Хәлен белешергә барыусыһы бармы икән? Әллә бер үҙенән-бер үҙе ятамы икән?
- Шауламағыҙ! – ҡарт ҡыҫҡа ғына екерҙе. - Бына бит, береһе бында килгән, тимәк, бар.
- Психушкала түгел, психоневрология диспансерында булды, - Сабир быны аныҡлап, Ританы яҡлағандай итте. – Миңә ҡалаға ҡайтырға ваҡыт, Ританың машинаһынан сумкаһын, телефонын ғына алайым да. Сабыйҙарҙың мәйете ҡайҙа икәнен асыҡларға кәрәк.
- Ашыҡма, ултыр! – ҡарт уны еңенән тартып кире ултыртты. – Ашыҡҡан түгел, бойорған етә. Бында әтнәкәһе бар әле ул.
Ул ҡатынына ымланы. Майя Семеновна йомшаҡ ҡына баҫып төпкө бүлмәгә инеп юғалды, һәм күп тә үтмәй яңынан күренде - ҡосағында ике бәпес мыршылдап йоҡлай ине. Сабир тороп, Майя Семеновнаға ҡаршы атланы, тулҡынланыуынан тамағына төйөр ултырҙы:
- Ри...таның бәпестәреме?
- Эйе, - Майя Семеновнаның йөҙө яҡтырҙы. – Дөрөҫөрәге, Ританың һеңлеһе Гитаныҡылар. Ошо бәпестәрҙе табам, тип, бигерәк йәшләй әрәм булып ҡуйҙы. Гитаны әйтәм.
- Ә нисек улар һеҙҙә булып сыҡты?
- Виталик килтерҙе! – хужабикә даунға ымланы. – Ут эсенән алып сыҡҡан.
Даун ҡулдарын болғап, Сабирға яҡын килеп ауыҙ йырҙы:
- О-о, хәтәр ҡурҡыныс булды!
- Әллә ут эсенән алып сыҡҡан, әллә үҙе ут төрткән, уны әле тикшерәһе бар! – йорттоң яныуында ошо Алла бәндәһе ғәйеплелер, тигән уйҙан Сабирҙың кинәт ҡаны ҡайнаны, башына эҫе ҡапты. Ана бит нисек ҡыуанып хәлдән тая. “Дурка”ла ундай пироманды күрҙе: ҡарамаҡҡа һин дә мин, әммә иҫәбендә тиҫтәләрсә яндырылған йорт. Сабир һағыҙ сәйнәүенән туҡтап, йоҙроҡтарын йомарланы ла даундың яғаһынан бөрөп алды.
– Әйт, эт балаһы, һин өйҙө яндырҙыңмы? Һинең эшеңме?
Даундың күҙҙәре упайҙы, йөҙөндәге йылмайыу һүрелде, ҡото осоп Сабирҙың ҡулына йәбеште. Йөҙө салышайған ҡарсыҡтарҙың береһе йылдам ырғып тороп, Сабирҙың беләгенә аҫылынды:
- Ебәр баламды! Ебәр, тим, үңәсең өҙөлгөрө!
Хужаның мылтыҡҡа һонолғанын күреп, Сабир даунды этеп ебәрҙе:
- Кемгә һеҙҙең кәрәгегеҙ бар!
Ҡартҡа боролдо:
- Ниңә Ритаға әйтмәнегеҙ, балалар тере, тип?! Янғын һүндереүселәргә әйтһәгеҙ, полицияға хәбәр итһәгеҙ, телегеҙ ҡорор инеме? Унда Ританың ниндәй тамуҡ уттарында яныуын күҙ алдына килтерәһегеҙме һеҙ, йыйын аҡһаҡ-туҡһаҡ?
- Һағыраҡ! Телеңде тый! – Сәлимйәндең күҙҙәре ҡыҫылды, оролары бүртте, – ҡарт, тигәс тә, мейе урынында һыу, тиһеңме әллә? Янғын иҫке сымдан сыҡҡан. Виталикка рәхмәт әйтер кәрәк: төтөндө күреү менән, тәҙрәне ватып инеп, сабыйҙарҙы ҡотҡарырға башы эшләгән уның! Шифер атыла башлағас, шартлауҙан ҡурҡып, әрәмәлеккә йүгергән. Беҙ уның балаларҙы ҡотҡарғанын кисен генә белдек. Ҡоромға буялған Виталик, асығыуҙан сеңләп илаған сабыйҙарҙы ҡосоп, ҡайтып килде. Ә һин, ут төртөүсе, имеш... Хех.
Айбыныуҙан күҙен асалаҡ-йомалаҡ иткән даун улын башынан һыйпап, унан бигерәк үҙен тынысландырырға тырышҡан ҡарт әсә, Сабирға йоҙроҡ төйҙө:
- Тейеп ҡара тағы балама. Үңәсеңде өҙөрмөн!
Бәпестәрҙең береһе “иҡ” тип тауыш биргәйне, Майя Семеновна уларҙың икеһен ике ҡарсыҡҡа тоттороп, һөт ҡайнатыуҙы хәстәрләне.
- Беҙҙә бит махсус балалар аҙығы юҡ, шуға уларға кәзә һөтөн ҡайнар һыу менән шыйығайтып, ҡалаҡлап эсерәбеҙ, - тип аҡланды. – Иртәгә иртән Виталикты оло юлдағы магазинға юллатырға йыйына инек, һөт-маҙарҙары, бәлки, унда барҙыр, тип.
- Виталик, белгең килһә, беҙҙең дә ҡотҡарыусы ул, - Сәлимйән бабайҙың һаман да Сабирға йәне көйҙө булһа кәрәк, бер ҙә айынсаҡланманы. – Ҡышын бульдозер урынына ҡарҙы ул көрәй, йыл әйләнәһенә магазиндан кәрәк-яраҡты күпселектә ул ташый, исемлек кенә төҙө лә, аҡсаһын ғына бир. Тиненә ҡәҙәр теүәл килтерә. Бөтөн ҡара эште ул эшләй, беҙҙең кәр бөткән, ажар ҡайтҡан. Ә полицияға хәбәр итһәк, уның ғәйепһеҙлегенә кем ышанһын? Һинең кеүек улар ҙа, аңын-тоңон белешмәйенсә, ут төрткән, балаларҙы ла урлаған, тип өҫтөнә ғәйепте япһарһалар, һин уны яҡлашырһыңмы? Йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙыра, тип, уны диуаналар йортона индереп тыҡһалар, беҙҙе һин ҡарарһыңмы? Ҡарт әсәһен үҙеңә алырһыңмы?
Сабир нисек кинәт ҡыҙһа, шулай йәһәт һүрелде.
- Ярай инде, нимә ҡырҡ һүҙгә еттегеҙ, - аҙаһа ла, ғәфү үтенеүҙе кәрәк тип тапманы. – Әйҙәгеҙ, кемегеҙ сабыйҙар менән Рита янына бара?
- Мин! – тип һикереп торҙо егет.
- Аһ, бәпестәргә һөт эсереп өлгөрмәнем бит әле ул! Көтөп тороғоҙ бер әҙере! – Майя Семеновна ыуаланып йүгерекләгән арала Сабир менән Сәлимйән бабай урамға сыҡтылар. Арттарынан Ританың ҡустыһы ла эйәрҙе. Сәлимйән бабай “Тойота”ның ишеген асҡас, Сабир Ританың сумкаһын һәм телефонын алды. Артҡы ултырғыста памперстарҙы, һөт ҡатышмаһын күреп, һөйөндө:
- Бына уларҙың аҙығы, бар, индереп бирә һал, - тип егеткә ҡаптарҙы тотторҙо. – Әллә нимә эсергәнсе...
Егет өйгә инеп киткәс, асҡысҡа ҡулын һуҙғайны, бабай уға бармаҡ янаны:
- Көтөп тор, ашыҡма. Рита килһә, асҡысты үҙенә тапшырырмын.
- Ярар, - тине Сабир ҡоро, хәтере ҡалып. Шуға ла Ританың ҡустыһы кире сыҡҡас, демонстратив рәүештә бабайға арты менән әйләнде:
- Уҡыйһыңмы, эшләйһеңме?
- Юҡ, - егеттең бите тимгелләнде, - Рита апай эш табышмаҫмы, тип килгәйнем, ә бында, ана, нимәләр булып ята.
Шунан бошонҡо рәүештә өҫтәп ҡуйҙы:
- Гита һеңлекәш тә вафат булып ҡуйҙы...
- Мин Рита менән генә танышмын.
- Беҙ ғаиләлә дүртәү, - шулай тине лә егет, үҙен төҙәтте, - дүртәү инек: иң өлкәнебеҙ Әлмир ағай, унан һуң Рита апай, шунан мин, Әлфир, иң бәләкәсебеҙ Гита.
- Алсаҡ ине, Гитаны әйтәм, - болдор баҫҡысына ултырған Сәлимйән бабай аяҡтарын яҙҙы. – Рита, киреһенсә, ябыҡ, ҡырыҫ. Аралашырға теләмәне. Таң менән ауылдан сығып китә, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта. Ни менән шөғөлләнгәнен дә белмәҫ инек, Гита әйтмәһә. Гита бында йәшәй башлағас, урамыбыҙ терелеп киткәндәй булды бит ул, әбейҙәрҙең йыуанысына әйләнгәйне, хех.
Сабир Гитаны күҙ алдына килтерергә маташты. Төҫ-башҡа апаһы кеүек оҙон сәсле, ҡаҡса йөҙлө булдымы икән? Әллә түңәрәк йөҙлө, ҡыҫҡа сәслеме? Рита... Әлеге ваҡытта үҙен ниндәй ҡыуаныс көткәнен дә белмәй, ҡайғы һаҙлығында әрнеүҙәргә күмелеп айҡала. Йәнде әүрәткән матур Рита. Ҡырыҫ Рита. Һағышлы Рита. Дауыл Рита. Йомоҡ Рита. Ҡырҡ төҫлө Рита. Берҙән-бер Рита... Һутлы исеменә тештәрҙе батырып, умырып тешләп алғы килгән Рита.
Сабыйҙарҙы күтәргән Виталик сыҡты, артынса әбейҙәр туйтаңланы. Хушлашып-аманлашып машинаға инеп урынлашҡастары, Майя Семеновна туҡылдатып, Сабирҙан тәҙрәне төшөрттөрҙө, сепрәк сумка һондо:
- Бына, памперстарын, һөтөн һалдым. Ал-ҡапылдан әллә ни әҙерләй алмаһам да, әҙ-мәҙ күстәнәс тә – айран-ҡымыҙҙы - беҙҙән тапшыр. Рита, йортом юҡ, тип бошонмаһын, тура үҙебеҙгә килһен. Өй иркен, урын табылыр. Алмаҡ-һалмаҡ бала ҡарашырбыҙ. Ритаға шулай тип әйт, нығытып әйт! Көтәләр, тиң!
Тормозды ҡурҡаҡтар өсөн уйлап сығарғандар, тип, юлда гөбөргәйелдәй йөрөүсе водителдәрҙән мыҫҡыллы көлгән, музыканы бар көсөнә аҡыртып, ҡыуып йөрөргә яратҡан Сабир был юлы, күңеле ни ҡәҙәрем ашҡынмаһын, тиҙлеген һикһәндән дә арттыра алманы. Бәләкәстәргә ел һуғып ҡуймаһын, тип, тәҙрәне лә асырға ҡыйманы. Дауаханаға барып еткәнсе яуаплылыҡтан, тулҡынланыуҙан, тынсыу һауанан шыбыр тиргә батты. Әлфиргә машинанан сығырға ярҙам иткәс, бәләкәстәрҙең береһен үҙенә алырға, тип ынтылғайны, егет:
- Үҙем индерәм, - тимәһенме!
- Һы, үҙ мәйелеңдә, - тине Сабир үпкәләгәнен белдермәй, ғәмһеҙ ҡалырға тырышып.
Аяҡтарына – бахилалар, иңдәренә халат эләктереп, Рита ятҡан палата ишеген әкрен генә туҡылдатып, эскә инделәр.
- Рита... Рита, ҡара әле был яҡҡа! – эсенән ташып сығып барған һөйөнөстө Сабир бар хәленсә теҙгенләргә тырышты. – Ҡара, мин һиңә кемдәрҙе килтерҙем!
Рита башын борҙо. Ишек уйымында Әлфирҙе, уның ҡосағындағы ике ураманы күргәс, һыҙланып күҙҙәрен йомдо, шунан кире асты. Ышанырғамы-юҡмы был күренешкә, тигәндәй, уларҙан күҙен дә алмай мендәргә һөйәлеп ултырҙы. Сабир менән Әлфир уның карауаты эргәһенә яҡынланы.
- Рита, балалар тере, – Сабир ҡыуанысты өркөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, шым ғына өҫтәне, - күршеләреңдең береһе уларҙы ут эсенән алып сығып өлгөргән.
Әлфиргә, балаларҙы апайыңа бир, тип ым яһаны. Әммә уныһы аңшайып, бер уға, бер апаһына ҡарап тора бирҙе. Баш бармағын тешенә терәгән Рита шул саҡ битен ике усы менән ҡапланы ла, үкһеп иланы ла ебәрҙе. Уны йәлләүҙән йөрәге һыҙлап киткән Сабир, Ританың үҙенә ҡағылғандарын яратмағанын иҫләһә лә, карауат ситенә ултырып, ҡыҙҙың башын ныҡ иткәнсе күкрәгенә ҡыҫты:
- Рита, барыһы ла яҡшы. Барыһы ла яҡшы... Ишетәһеңме, барыһы ла яҡшы!
Берҙе генә кинәт түгелгән Рита ятһынып, Сабирҙы ситкә этте, ҡулдарын ҡустыһына һондо. Әлфир ҡаушабыраҡ баҫып, апаһы янына үтте лә, ибәтәйһеҙ генә уға бәпестәрҙе тотторҙо: “Еп-еңел генә улар, апый”. Рита сабыйҙарҙы күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡланы, биттәренән алмаш-тилмәш үпте. Күҙенән йәнә йәштәре аҡты:
- Гитамдың балаҡайҙары! Кисер, аллам, һүҙҙәремде кире алам... Ишет, кире алам!
Фото: Т.Аманов.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: