Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
17 Март 2020, 17:29

Һәйкәл ҡуйырлыҡ әҙибә

Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы менән берлектә Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған «Һәҙиә Дәүләтшинаның ижади мираҫы һәм хәҙерге филологияның көнүҙәк мәсьәләләре. VII Дәүләтшина уҡыуҙары» исеме аҫтында Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо.

Был мөһим сарала Өфө вәкилдәре, студенттар, уҡытыусылар һәм башҡа райондан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Конференцияның пленар ултырышын БДУ-ның Бөрө филиалы директоры урынбаҫары Александр Федорович Пономарев асты. Ул залдағыларҙы Өфөнән килгән ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Конференцияның пленар ултырышында БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаттары, шағирә Гүзәл Ситдыҡова менән яҙыусы һәм журналист Факил Мырҙаҡаев, Өфө Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре Регина Фазылова, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова сығыш яһаны.
— “Ырғыҙ” романының нигеҙендә — уның геройҙары, прототиптары, халыҡтың тормошо, йәшәү рәүеше. Романдың формаһы һәм йөкмәткеһе берҙәм, матур әҫәр тыуҙырҙы. “Ырғыҙ” романы беренсе битенән аҙағына тиклем уҡып бөткәндә ниндәйҙер кимәлдә кинохроника һымаҡ күҙ алдына килә. Был – яҙыусының оҫталығы, телмәр байлығы, тормошто шул тиклем аңлатырға теләүе, – тип билдәләне Зәки Әлибаев.
Яҙыусы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гүзәл Ситдыҡова әҙибәнең ғүмер юлына һәм ижадына байҡау яһаны. Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре Регина Фазылова иһә милли әҙәбиәт музейындағы экспонаттар, уларҙың музейға ниндәй юлдар менән килеп инеүе тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны.
«Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин яҙыусыларҙың, ғәҙәттә, ике ғүмер менән йәшәүҙәрен билдәләне: үҙ ғүмере һәм ижад ғүмере. «Һәҙиә Дәүләтшинаның ижад ғүмере оҙон», – тине ул.
Башҡорт дәүләт университеты профессоры Александр Пономарев Һәҙиә Дәүләтшинаның Бөрө биттәрен битләне. Әҙибәнең ғүмеренең бер осорон тап Бөрө ҡалаһында үткәреүен һәм ижад итеүен айырым ғорурлыҡ менән һөйләне. “Ырғыҙ” романының төп нөсхәһе бөгөн Бөрөләге музейҙа һаҡланыуын, музейҙың әленән-әле яңы экспонаттар менән байытылып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Беренсе Республика” фильмының сценарий авторы булараҡ, Гөлсәсәк Саламатова үҙенең сығышында фильмды төшөрөү тарихы, төп геройҙарҙың тормошон, һәм шул иҫәптән Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндарҙың яҙмышын асыуҙа актерҙарҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. “Сәнғәт институты студенттарының сығарылыш эше итеп ҡуйылған “Һәҙиә” спектакле фильмыбыҙҙың бер өлөшөн тәшкил итте. Спектаклде әҙерләгән саҡта күренекле шәхестәребеҙ тураһында фильм төшөрөү мөмкинлегебеҙҙән бигерәк хыялыбыҙ көслө ине, – тине ул. – Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар ролдәренә актерҙар һайлағанда кастинг үткәреп кенә ҡалманыҡ, ә бик күп һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Улар Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәре менән яҡындан танышты. Ә беҙ 1920 йылдан алып 1937 йылдарҙағы ваҡытлы матбуғат материалдарын “сүпләнек”.
Пленар ултырыштағы йөкмәткеле сығыштар Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыуға арналып үткәрелгән конкурстарға йомғаҡ яһау менән үрелеп барҙы. “Ырғыҙ” романынан өҙөктө рус, татар, инглиз, мари һәм сыуаш телдәренә тәржемә итеү конкурсында республика студенттары һәм уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. “Бәйләнештә” сайтында Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәрен ятҡа һөйләү бәйгеһе лә иғлан ителгәйне. Бер ай дауам иткән конкурста йөкмәткеле видеояҙмалар ебәреп, әҙибәнең ижадын пропагандалауға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән милләттәштәребеҙ ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Әйтергә кәрәк, ижади бәйгелә Өфө, Сибай, Баймаҡ, Учалы ҡалалары, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Учалы, Ауырғазы, Архангел райондарынан 5 йәштән алып 67 йәшкә тиклемге бәйгеселәр ҡатнашты һәм йөкмәткеле видеояҙмалар ебәреп ҡыуандырҙы.
Улар араһында Ҡариҙел районы Хәлил урта мәктәбенеӊ 9-сы класс уҡыусыһы Риназ Карамов Һ. Дәүләтшинаныӊ «Ырғыҙ» романынан өҙөк һөйләп беренсе урын яулаһа, (етәксеһе: Рәфинә Шәйхова), Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Әхмәтова етәкселегендә 7-се класс уҡыусыһы Юлиә Тимерғәлиева “Ун биш тамсы дарыу...” шиғыры менән — икенсе, ә 8-се класс уҡыусыһы Лилиә Заманова «Һылыуҡай – пионҽрка» әҫәренән өҙөк һөйләп, өсөнсө дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды.
Юбилей датаһы менән бәйле иншалар конкурсында ла яҡшы һөҙөмтәләр булды. Халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡатын-ҡыҙына булған оло хөрмәтен Өфө, Борай, Салауат, Баҡалы райондары уҡыусылары үҙҙәренең иншаларында сағылдырҙы.
Пленар ултырыш тамам. Конференцияла ҡатнашыусылар БДУ-ның Бөрө филиалы бинаһы алдына ҡуйылған бюсҡа ҡәнәферҙәр һалды, Һ. Дәүләтшина музейына экскурсия ҡылды.
Мәртәбәле сараның икенсе өлөшө лә йәнле алып барылды. Яҙыусының Һамар өлкәһенән килгән яҡташы Роза Харасова, Пермь крайы Барҙа районы тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Альберт Мәхмүдов, Баҡалы районы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тәслимә Ғәлиуллинаның сығыштарында дәрестә һәм кластан тыш сараларҙа башҡорт телен заманса уҡытыу мәсьәләләре ҡаралды. БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Ғәлиә Ғәниева “Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романының төп нөсхәһе менән баҫма варианттың айырмалы яҡтарын, Һ. Дәүләтшинаның үҙ телен асыҡланы. Филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡасҡынова Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндарҙың яңы табылған шиғырҙарын анализланы.
Йәнле әңгәмәнән, конференцияла ҡатнашыусыларҙың сығыштарын тыңлағандан һуң ҡарарҙар ҡабул ителде.

Степан Чиглинцев фотоһы.
Автор; Ғәлиә ҒӘНИЕВА.
Читайте нас: