Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
11 Март 2020, 13:16

Аксаковтың улын башҡорттар менән нимә бәйләгән?

Григорий Аксаков – танылған рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың улы, дворян нәҫеленән. Тыуған ере – Ырымбур губернаһының Знаменское ауылы.

Ул Санкт-Петербургта Император училищеһында хоҡуҡ белгесенә уҡый. Ҙур вазифаларҙа эшләй.
1865 йылдың 11 июнендә яңы ғына төҙөлгән Өфө губернаһының губернаторы булып эш башлай. Ул етәкселек иткән осорҙа Өфө губерна музейы, ҡала театры, ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы булдырыла.
1867 йылдың 20 ғинуарынан Һамар губеранаторы вазифаһына күсерелә. Уның хәстәрлеге менән төбәктә йәмәғәт баҡсаһы, Александр приюты, Рәсәй менән телеграф бәйләнеше булдырыла, дауаханаларға, мәктәптәргә иғтибар бүленә башлай.
Башҡорттар менән бәйле факттар ҙа билдәле уның тормошонда. Мәҫәлән, Көньяҡ Урал һәм Волга буйы төбәктәрендә эшләү тәжрибәһе күп булараҡ, Григорий Аксаков Ырымбур, Һамар, Симбирск һәм Өфө губернаһында йәшәгән күп милләттәрҙең мәҙәниәте, мәғарифы үҫешен тәрән аңлаған, белем алыу өсөн шарттар тыуҙырырға тырышҡан. Өфө губернаторы итеп тәғәйенләнгәс, Ырымбур генерал-губернаторы А. Безакка башҡорт мәктәптәрендә, мәҙрәсәләрҙә туған телдән тыш, рус телен дә өйрәнеү кәрәклеген һорап мөрәжәғәт итә.
Өфөгә килеү менән уға Ырымбур губернаторы Я. Ханыков башланғысында эшләргә тура килә. Ә ул 1851 – 1856 йылдарҙа ошо вазифаны биләй һәм төркиәтсе ғалим булараҡ та билдәле. Я. Ханыков Санкт-Петербургта 1839 йылда “Ырымбур өлкәһенең географик күҙәтеүе” ғилми хеҙмәтен нәшер итеп сығара, бынан тыш, ундан ашыу фәнни эше бар. Хеҙмәттәрендә ул башҡорт халҡының тормошо һәм көнитмеше хаҡында яҙа.
Григорий Аксаков үҙ сиратында башҡорт балаларын мәктәптә, мәҙрәсәлә генә түгел, Мәғариф министрлығы училищеларында уҡытыуҙы хәстәрләй.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас: