Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
10 Март 2020, 18:48

Һауаларҙың сафлығы (повесть)

Иптәштәр!Иғтибарығыҙға хәбәрсе Баныу Ҡаһарманованың ижадын - "Һауаларҙың сафлығы" исемле повесть тәҡдим итәбеҙ. Тәүҙә бер өлөшөн бирәбеҙ, ҡалғандарын яйлап. Хәбәр итербеҙ, баш өлөштәргә һылтанмалар ҡуйырбыҙ."Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа юлдар соҡор-саҡырлы..."

I бүлек.
- Һауаларҙың сафлығы! – Рита күҙҙәрен сытырайтып йомоп, ҡулдарын ҡанаттар һымаҡ йәйеп, күкрәк тултырып тын алды. Битен ҡояшҡа ҡуйып, еләҫ елгә иркәләнеп тора биргәс, күҙҙәрен асмайынса ғына төйнәлгән оҙон сәсен туҙҙырып ебәрҙе. Сәсе ҡарға ҡанатындай ҡара-ялтыр, ҡалын уның, барыһы ла көнләшеп ҡарай. Ләкин Рита толомдарын һирәк ялбырата, күпселектә үреп, түбәһенә өйә лә, ҡытай таяҡсаһы менән нығытып ҡуя. Йүнсел булараҡ, суши, ролл ашағандан һуң таяҡсаларҙы ташламай: уларҙы матурлап игәп, төрлө төҫтәге буяу, лак менән буяп, биҙәкләп, остарына кескәй генә мәрйендәр таға ла, үҙе лә рәхәтләнеп файҙалана, таныш-тоноштарына ла бушлай тарата. Һөнәре буйынса рәссам бит ул. Улай ғына ла түгел, рәссам-декоратор, гүзәллек өләшеүсе. Һөнәре арҡаһында Рита үҙен гел дә тылсымсы итеп тоя: ябай ғына торлаҡты ла үҙенсәлекле итеүгә өлгәшә ала. Махсус уҡыу йортонда белем алғанда, театрҙа эшләрмен, постановкалар өсөн декорациялар уйлап сығарырмын, тип күҙаллаһа ла, иҫәпле генә Мельпомена ғибәҙәтханаларында уға, йәш белгескә, урын табылманы. Юҡ икән, юҡ, тип, Рита артыҡ бошонмай, үҙенең хеҙмәтен тәҡдим итеп, реклама гәзитенә иғлан бирҙе. Һуңғы йылдарҙа илдә аҡсалы айырым социаль төркөмдәр барлыҡҡа килеп, улар йорттарының үҙ йөҙөн булдырыуға, үҙенсәлеккә ынтылғас, декораторҙарға ихтыяж бермә-бер артҡайны. Шуға ла гәзит сыҡҡандың икенсе көнөнә үк уға шылтыраттылар: “Магазиндарҙы ла матурлайһығыҙмы?” Үтә эре һөйләшеп, үҙ-үҙен тотошо, ҡыланыштары менән байбисә булып күренергә тырышһа ла, ысынында иһә сәскә һатыу менән шөғөлләнгән бизнесвумендың кеҫә яғы үтә ҡалын түгел ине. Ҙур эште эшләтеп, шуның өсөн тиндәр генә тамыҙа алған ҡатынға Рита тәүҙә “юҡ” тиергә уйлағайны, аҙаҡ, бала-саҡтан килгән ғәҙәте буйынса, бөтә “ыңғай” һәм “кире” яҡтарҙы ҡағыҙға яҙып, күңел бизмәнендә үлсәп ҡарағас, эшкә тотонорға ризалашты. Һәм яңылышманы, киреһенсә, отто - эшҡыуарҙың яңыртылған сәскә магазины йәш декораторҙың исемен башҡаларға танытты. Тәүҙәрәк Ританың тәжрибәһе юҡлығына һуҡтырып, аҡсаны иҫәпле генә түләһәләр ҙә, тора-бара үтә зауыҡлы, башҡаларҙыҡына оҡшамаған эштәре менән дан яулаған талантлы декораторға сират барлыҡҡа килде. Һөнәрен йыш ҡына дизайнерҙыҡы менән бутанылар. Рита, мин дизайнер түгел, декоратор, тиһә, ә уның ниндәй айырмаһы бар, тип иңбаш йыйырҙылар. Дизайнерҙың буш урындың геометрияһы өҫтөндә эшләгәнен, ә декораторҙың алдында шуны уникаль эстәлек менән тултырыу бурысы торғанын аңлата-аңлата, Рита визиткаларына “Мин эксклюзив материалдарҙан элиталы интерьер тыуҙырам” тип яҙырға мәжбүр булды. Әммә бай, көйәҙ клиенттарының теләктәрен өйрәнә торғас, дизайн буйынса ла эшләргә кәрәклеген төшөндө. Училищела был һөнәрҙең нигеҙҙәрен өйрәткәстәре, артабан белемде үҙ аллы камиллаштырыу ауыр булманы. Ярты йылдан шәхси предприятие асты ла, үҙенә тотош бригада ялланы. Стандарт ҡалыптарҙан ирекле ижади фекер йөрөткән, заманса материалдарҙы, стиль ағымдарын, интерьерҙарҙы биҙәү традицияларын яҡшы белгән оҫтабикәнең тағы ла бер көслө яғы бар - ул һәр заказсы менән уртаҡ тел табып, кешене өгөтләп, үҙ яғына күндереү һәләтенә эйә. Ә хәҙерге заманда үҙ хеҙмәтеңде тәҡдим иткән эш менән шөғөлләнгәндә, был сифат алтынға бәрәбәр. Рита элек, тәүге ике-өс иғәнәне туплап, осһоҙлата “Жигули” һатып алғайны, сөнки машинаһыҙ декоратор – ике ҡулһыҙ һымаҡ, әле уның урынын Ҡарасман Рафчик биләй. “Toyota RAV4” машинаһын шулай иркәләп атай Рита. Ситроенға күҙе ҡыҙыҡҡайны ла, ауылға йөрөргә уңайлыраҡ булыр, тип, “Тойота”ны алды. Сөнки кеше тупһаһында йәшәүҙе мөрхәтһенмәй, биш-алты өйҙән торған ташландыҡ бер ауылдан кредитҡа булһа ла иҫке йортто ҡулға төшөрҙө. Үҙ тормоштарында тыныс ҡына бығырлап дәүерҙәрен ослаған ҡарт-ҡоро бирге яҡта йәшәһә, үрге урамды Ританың ғына яңғыҙ өйө терелтә, ҡалған етем йорттарҙан ҡырағайланған алмағас һәм ҡуйы акация, сирень ҡыуаҡлыҡтары менән кесерткән баҫҡан емерек нигеҙҙәр генә ҡалған. Рита бер үҙе түгел, һеңлеһе Гита уның менән бергә. Күп йылдар элек “Зита менән Гита” тигән һинд фильмына иҫе киткән әсәйҙәре, игеҙәктәр тапһам, балаларға шул исемде ҡушам, тип алдан ҡысҡырғайны ла, игеҙ бала урынына Гита ғына тыуҙы. Зитаһын да табып ҡуясаҡмын, тип һыр бирмәгән әсәйҙәре әлдә башҡаса балаға уҙманы. Рита шулай ти, сөнки ата-әсәһенең эскеһенән шул тиклем дә биҙрәгән, иҫерек иреш-талаштар, хәйерселек үҙәгенә үткән. Ата-әсәһе генә етмәгән, хәҙер ағаһы менән ҡустыһы ла эсеп-с...п йөрөй. Исмаһам, Гитаны эскелек һаҙлығынан ҡотҡарайым, тип тә, бер үҙе иҫке йортта йәшәргә шомланып та, Рита һеңлеһен үҙенә күсерҙе, үҙе уҡыған художество училищеһына, уҡытыусылары менән һөйләшеп, туғанын уҡырға ла индерҙе. Бер-ике йыл уҡыһын да, үҙем янына эшкә алырмын, тип ниәтләп йөрөгәйне лә, әммә үтә хисле, эскерһеҙ Гита октябрҙең һалҡын бер кисендә, апай, минең әллә ниңә эсем күбә лә ул, тип күҙҙәрен мөлдөрәтте. “Тап шул мәлдән бөтәйгәндәй тойолған донъямдың аҫты-өҫкә килә башланы түгелме?” - тип Рита уйҙары менән һәр саҡ шул һалҡын кискә барып төртөлә. Әле лә, саф елгә ирәйеп, иркәләнеп, сәсен туҙҙырып ебәргәндә, хәтер йомғағы ла һүтелеп, артҡа, үткәндәргә тәгәрәне.Һаулығына зарланғандың икенсе көнөнә һеңлеһен терапевҡа алып барғас, уныһы гинекологҡа ебәрҙе, һәм Гитаның ауырлы булыуы асыҡланды. Рита ултырғысҡа лыпын ултырҙы ла ҡуйҙы. Шаңҡыуҙан ни әйтергә лә белмәне. Донъяға гел һөйөп, һоҡланып баҡҡан һеңлеһенең күҙҙәре ҡурҡыуҙан ҡарайҙы. Табиптан сығыу менән Рита Гитаны иңбашынан тотоп һелкетте: “Кем менән йоҡланың? Әйт миңә, кем менән йоҡлап өлгөрҙөң, бисура?” Һеңлеһенең йөҙөнән ҡан ҡасты: “Белмәйем, апай, ысын әйтәм, белмәйем”. Оторо ярһыны Рита: “Нисек инде белмәйһең? Күҙҙәрең ҡайҙа булды шул мәлдә?” “Юрған менән ҡапланылар, апай”, - Гита шыбырланы ла, аңын юйҙы... Һеңлеһен тотоп өлгөрә алманы Рита – стена буйлап шыуып төшкән быуынһыҙ ҡыҙҙы бер ир күтәреп, эскәмйәгә һалды.Шәфҡәт туташтары нашатырь спирты аңҡып торған мамыҡ менән йүгереште, ә Рита, ауыр уйҙарҙан башы тубалдай булып, бағана ише ҡатып тик торҙо: “Ҡайҙа, ҡасан, кем, ни йәндәре етеп ҡылған был вәхшилекте?! Артабан ни эшләргә?” Гита иҫенә килеп, өйҙәренә ҡайтҡансы, Рита һеңлеһенә ләм-мим өндәшмәне, тура ҡарай ҙа алманы. Һеңлеһе лә апаһынан йәшле күҙҙәрен керпектәре аҫтына йәшерҙе. Ҡапҡа алдына килеп туҡтау менән Рита, машинаны ла һүндермәй, тоноҡ тауыш менән:- Кем булыуы ихтимал? – тип һораны. Гита уға ҡурҡыулы ҡараш атты ла, башын йәһәт кенә кире эйҙе:- Белмәйем. Өлкән ағайҙың тыуған көнөнә йыйылғайнылар. Мин соланда йоҡлап ята инем, кемдер һәрмәгәнгә... – ытырғаныстан, ахыры, Гитаның тәне буйлап ҡалтыраныу үтте, һүҙен саҡ дауам итте, - ҡурҡып уянып, ҡысҡырайым, тигәйнем, башыма юрған ырғыттылар ҙа, өҫтөмә яттылар. Кемдер, шым, шым, тип ғырылданы, тауышынан таныманым.- Ә ниңә атайға, йә әсәйгә әйтмәнең? Ағайҙарыңа булһа ла әйтер инең, - рулде йолҡоп алырҙай булып йәбешкән Рита был яуапты ниңә биргәненә үкенеп ҡуйҙы, сөнки ниндәй яуап ишетерен алдан уҡ белде.- Улар барыһы ла лаяҡыл иҫерек ине, апай, үҙ-ара ғауғалашып, миңә иғтибар ҙа итмәнеләр, - Гита машинаның ишеген асты. – Мин мунсаға барып, һыуыҡ һыу менән булһа ла сайынғайным да ул, нишләп ауырға ҡалдым икән?!Гита яуап көтмәне, ишекте һаҡ ҡына ябып, өйгә инеп китте. Ә Рита машинаны ҡырҡа артҡа биреп, газ педаленә баҫты. Юл буйлап ҡыуҙы ла ҡыуҙы Ҡарасманды. Күлгә барып еткәс, тормоздарҙы зарлатып туҡтаны, кейеме-ние менән тәнде ҡорошторған һыуға сумды. Йүнләп йөҙә белмәй ул: берҙе генә сумып сыҡҡас, үсе ҡанғансы һыу өҫтөн устары менән сапылдатып туҡмап, үҙен, һеңлеһен йәлләп, бала саҡтарын урлаған ата-әсәһенә рәнйеп иланы: “Беҙҙең дә бәхетле булғы килә ине бит! Нишләттегеҙ һеҙ беҙҙе?!” Ирендәре күгәреп, тештәре тешкә теймәй башлағас, кейемен дә һыҡмай, аҫтына пакет түшәне лә, лысма һыу килеш руль артына ултырҙы.
Дауамы аҙаҡтан.Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: