Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
4 Март 2020, 13:12

“Беҙҙе шиғыр дуҫлаштыра”

Республикабыҙҙа башланғыс алған "Туған телгә 100 аҙым" акцияһына Бөрө ҡалаһы һәм районы китапханалары ла ҡушылды. Ҡаланың Үҙәк китапханаһы БДУ-ның Бөрө филиалы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән был проект сиктәрендә ”Шиғриәт тулҡындарында” тип аталған әҙәби-поэтик композиция ойошторҙо. Сараның төп өлөшөн шағирә Тамара Искәндәриәнең "Рух көмбәҙе" китабының исем туйы алып торҙо. Кисәнең төп ҡунаҡтары — шағирә, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә (Юлдашева) үҙе һәм филология фәндәре кандидаты, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова булды. Шулай уҡ осрашыуҙа филология һәм мәҙәниәт–ара коммуникациялар факультетының уҡытыусылары, студенттары, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм әүҙем китап уҡыусылар ҡатнашты.

БДУ-ның Бөрө филиалының 5-се курс студенттары Ләйсән Хамматова, Илүзә Әхмәтшәйехова, Нурсилә Дәүләтова шағирәнең "Рух көмбәҙе" китабының композицияһына, йыйынтыҡҡа индерелгән шиғырҙарҙың теленә һәм стиленә ентекле фәнни байҡау яһаны.
Китапҡа баш һүҙ яҙыусы Ғәҙилә Бүләкова һабаҡташы Тамара Искәндәриәнең ижады тураһында һөйләне. Йылдар буйына матди һәм рухи яҡтан нығынған дуҫлыҡтары, әхирәтенең шиғриәткә килеү юлы һәм ижады хаҡында матур фекерҙәрен әйтте. Бындай йылы мөнәсәбәттәрҙең йылдар буйына һаҡланыуы студенттарҙа һоҡланыу тыуҙырҙы һәм, әлбиттә, өлгө булып торор.
Тамара Искәндәриә лә үҙенең ижад серҙәре менән уртаҡлашты, бер ғаиләлә ике шағирҙы берләштереп тороусы көс шиғырҙыр. “Беҙҙе шиғыр дуҫлаштыра, шиғыр донъябыҙға йәм өҫтәй”, — тине. Ил инәһенең әйтергә теләгән фекерҙәрен үҙенән ишетеү айырыуса әһәмиәтле булды. Һәр һүҙҙең тәме, һәр һөйләмдең яңғырашы күңелдәргә үтеп инде. Тәржемәсе булараҡ та оҫталығы, тәжрибәһе менән уртаҡлашты ул.
Ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы, тиҙәр. Ҡариҙел районы ҡыҙы Алһыу Мөбәрәкова башҡарыуындағы йыр Бөрө ерендә башҡорт рухының көслө булыуын күрһәтте. Ә Айгөл Сәғитова, Гөлсәсәк Шәрифуллина, Миләүшә Хизабетдинова иһә шағирәнең “Башҡорт теле”, «Иң оҙон төндөң иртәһе», "Аҙнабикә" шиғырҙарын һөйләне.
Сарала шулай уҡ «Туған телгә 100 аҙым» акцияһы теҙмәһенә индерелгән Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Зөлфиә Ханнанова, Хәсән Назар, Рафаэль Сафин һәм Гөлфиә Юнысованың ижадтарына байҡау яһалды.
Альмира Латипова — «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», Ислам Мөсәлләмов — «Беҙ үҙебеҙ башҡорттар», Айгизә Боҫҡанова «Туған тел» шиғырҙарын уҡыны. Бөгөн дә бәҫен юғалтмаған был әҫәрҙәр шиғриәттең бөйөк көсөн тағы ла бер иҫбатланы. Артабан Хәсән Назаровтың “Өс һүҙ”е менән Миләүшә Солтанова таныштырып үтһә, Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» шиғырын Зилиә Вәлиева һөйләне.
Гөлфиә Юнысованың «Һандуғас моңо» шиғырына яҙылған йырҙы Сүриә Ғималова башҡарыуында тыңлау, М.Кәримдең үҙе иҫән саҡта төшөрөлгән видеояҙманы ҡарау ҙа тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле булды.
Кисәне алып барыусы Ислам Мөсәләмов менән Миләүшә Хизабетдинова “Һәр кешелә лә шағирлыҡ тәбиғәте була, тиҙәр. Тыуған еребеҙҙең матур тәбиғәте, яныбыҙҙа ошо матурлыҡты күрә белеүсе яҡты ниәтле, нурлы йөҙлө кешеләр булыуы беҙҙең күңелдәребеҙҙе хискә, шиғри моңға этәрә, әйҙәй. Беҙ бөгөнгө кисәлә шиғриәттең ниндәй ҙур көскә эйә булыуын күрҙек. Шиғырҙың фекерҙе теүәл, асыҡ әйтеп бирә торған һәр юлы һоҡландыра беҙҙе. Шиғыр ул кешене һәр яҡлап тәрбиәләй: һағыштарҙы тарата, йәшәүгә көс бирә”, — тип тамамланы. Эйе, йәштәрҙе нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыуға, республика яҙыусыларының ижадын киң йәмәғәтселек араһына индереүгә бер аҙым булды был сара.
Кисә аҙағында китапхана директоры Ирина Нәүфәл ҡыҙы Талыпова шиғыр ижад итеүсе шағирәләргә һәр ваҡыт айырым хөрмәт менән ҡарауын белдереп, уларға ижади уңыштар теләне. Мәртәбәле сараның ойоштороусылары — китапханасылар Зөлфирә Хәбирова менән Альбина Вафиева, БДУ-ның Бөрө филиалы доценты Гөлнур Ҡасҡыноваға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Тамара Искәндәриә иһә үҙ ижадын юғары баһалаусы студенттарға “Рух көмбәҙе”н бүләк итте. Автографлы китаптар был кисәнең шаһиты булып уларҙа оҙаҡ һаҡланыр.
Ғәлиә ҒӘНИЕВА.
Читайте нас: