Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
14 Февраль 2020, 19:01

Халыҡ-ара туған тел көнөндә үтәсәк диктант өсөн Сәғит Ҡадировтың "Урал бөркөтө" әҫәренән өҙөк һайланған.

Сәғит Рәхим улы Ҡадиров Бәләбәй районы Туҙлыҡыуыш ауылында 1906 йылдың 7 мартында тыуған. 1983 йылда тыуған ауылында ерләнгән.

Һуғышҡа тиклем Туймазы районы мәғариф идаралығы мөдире, Өфө сәнғәт техникумы, Башҡорт опера һәм балет театры директоры булып эшләгән.

1941 йылда һуғышҡа алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолғас, политбүлек етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Алыштарҙа яралана, һуғышты Эльбала тамамлай. Сабир Рәхим улы дивизия ойошторолған көндән алып Миңлеғәле Шайморатов менән бергә була. Ул легендар командирҙың һуңғы алышын да күрә. Миңлеғәле Шайморатовтың шәхесен билдәләр өсөн Украин ССР-ның Ворошиловград өлкәһе Иванов районы Штеровка ҡасабаһына эксгумацияға белгестәр төркөмөн тап ул етәкләй.

Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән өс тапҡыр, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, бихисап миҙалдар менән билдәләнә.

Һуғыштан һуң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов тураһында “Урал бөркөтө” китабын яҙа.

“Урал бөркөтө! Халыҡ үҙенең улдарына был исемде юҡҡа ғына бирмәй. Бөркөт йөрәклеләр юғары оса һәм иленә ябырылған дошмандар өҫтөнә мәғрур саңҡып, ай­ барланып ташлана» .
Читайте нас