Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
1 Ноябрь 2019, 17:01

РӘШИТ НАЗАРОВТЫҢ ТЫУЫУЫНА - 75 ЙЫЛ.

Рәшит Назаров — беҙҙең баш особоҙҙан ғына түгел, бәлки, бөтә әҙәбиәт күгенән бығаса күренмәгән балҡыш, яңы яҡтылыҡ булып тәгәрәп үтте.

"Донъя күләменән күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм
ҡыҙҙары араһынан да булған, барҙар һәм буласаҡтар! Бында тиҫтәләгән
исемде һанап китергә булыр ине. Ябай тупраҡтан йондоҙ бейеклегенә
ҡәҙәр күтәрелгән, күтәреләсәк һоҡланғыс талантлы ҡаһарман ул һәм
ҡыҙҙарыбыҙҙың ижад мөғжизәһен төшөнәһе, асаһы көндәр ҙә, моғайын,
киләсәк йылдарҙа, быуаттарҙалыр.
Шуларҙың береһе — Рәшит Назаров. Ул, беҙҙең баш особоҙҙан ғына
түгел, бәлки, бөтә әҙәбиәт күгенән бығаса күренмәгән балҡыш, яңы
яҡтылыҡ булып тәгәрәп үтте.
Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында 1944 йылдың ноябрь айында Фатима апай менән Сәйетбаттал ағайҙың бишенсе балаһы булып донъяға килгән Рәшиткә аяуһыҙ яҙмыш — мәктәптә уҡыған, колхозда әҙ генә эшләгән осорҙа, армияла хеҙмәттең тәүге йылдарында — бары биш- алты йыл ғына ирекле ижад итеү ҡыуанысы бүләк иткән. Ниндәй ҡыҫҡа мәл, кеше ғүмере өсөн күҙ асып йомған ғына ара. Ә күпме таң ҡалдырыр ижад мөғжизәһе!"
Ижад юлы:
Бала сағы йәмле Өршәк буйында үтә, кескәй Рәшит бик йәшләй шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Уның бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Шуға ҡарамаҫтан, Рәшит көнөнә 4-5 шиғыр яҙа. Ауылдаштары һөйләүенсә, Рәшит Назаровты улар бик йыш ҡына дәфтәр тотоп Өршәк буйында күрергә булған. Ығы-зығынан алыҫта, тынлыҡта ул нимәлер тураһында уйлана. Шулай итеп уның уйҙары рифмаларға һалына, уларҙан тыуған шиғырҙар башҡорт поэзияһының бер үҙенсәлекле байлығына әйләнә.
Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй. Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай (1963-1966 йылдар), ләкин ул һалдат хеҙмәтенән ауырып ҡайта. Артабан ул айҙар буйына дауаханала ята, өйҙә уға бик һирәк булырға тура килә. Армияла Рәшит Назаров әҙәби ижад менән өҙлөкһөҙ шөғөлләнә, күп яҙыша. Ғүмер буйы ижад иткән ҡайһы бер шағирҙарҙан да күп яҙыша ул, әйтерһең дә яҙмышын алдан күрә белә. Рәшит ныҡ ҡабалана, тәүлектәр буйына эшләй. Һөҙөмтәлә көн һайын ваҡыт ағышына буйһонмаған , бәҫен һәм әһәмиәтен юғалтмаған 4-5 яңы шиғыр тыуа.
Рәшит Назаровтың тәүге йыйынтығы 1965 йылда баҫыла, ул «Таңды ҡаршылау» тип атала. Был ваҡытта йәш шағирға ни бары 21 йәш була. «Ҡояш юлы буйлап» исемле икенсе китабы 1972 йылда баҫылып сыға.
Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ итеп ҡабул ителә. Рәшит Назаровтың фекер яғынан да,йөкмәткеһе менән дә иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәре уның шиғриәткә китмәҫкә килгән шағир икәнлеген раҫлай. Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт
күгендә яҡты йондоҙ булып атыла . Үкенескә ҡаршы, ҡаты ауырыуы арҡаһында шағир артабан ижад итеүҙән мәхрүм ҡала.
Рәшит Назаровтың шиғырҙары башҡорт халыҡ ижадындағы иң яҡшы шиғри үрнәктәр менән тиңләнә. Улар ифрат тәрән фекерле, ихласлығы, уҡымлы булыуы менән арбай. Йәш шағир уларҙа ваҡыт ағышын, атай-олатайҙарҙың аманатын дөрөҫ тотоп алған.
Үкенескә ҡаршы, иҫ киткес талантлы шағирҙың исеме билдәһеҙлектә ҡала килде. Икенсе һәм өсөнсө китаптары баҫылғас (1991 йыл, редакторы Әсхәл Әхмәт- Хужа, «Йөрәгемде һеҙгә илтәм »), ике тиҫтә йыл үтеп китә . Тик 1993 йылда ғына Рәшит Назаровты БР Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул итәләр. 1996 йылда ул Ауырғазы районы хакимиәте булдырған Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге тәүге премия лауреаты булып китә. 1994 йылда талантлы шағирҙың «Йәшен» исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә, редакторы Риф Мифтахов.
Риф МИФТАХОВ.
Читайте нас: