Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт
23 Сентябрь 2019, 12:00

“Беҙгә бар Башҡортостан ярҙам итте”

"Һеңлекәш" фильмының премьераһын асыу тантанаһы башланды. Байрамдың иң көтөп алынған мәле алдынан сәхнәгә фильмды төҙөүселәр саҡырылды.

Улар араһында режиссер Александр Галибин, продюсер, Мостай Кәрим фонды учредителе, яҙыусының ейәне Тимербулат Кәримов, йәш актерҙар Арыҫлан Ҡырымсурин, Марта Тимофеева бар.

"Беҙгә бар Башҡортостан ярҙам итте, сөнки бында Мостай Кәримде белмәгән кеше юҡ", – тине Александр Галибин, һәм шығырым тулы зал алҡыштарға күмелде.


Ә Тимербулат Кәримов фильмды төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе, картиналағы ауылдың уның төштәрендәге, хәтирәләрендәге ерҙәргә оҡшауын билдәләне.


"Мостай "Һеңлекәш" фильмы, балалар күҙҙәре аша тыуған яғына ҡайта", – тине ул.


Марта Тимофеева кино һөйөүселәргә "Гоголь", "Эбигейл", "Время первых" һәм башҡа күп фильмдар, "Психологини" кеүек сериалдар аша таныш.


"Мин йәнә Башҡортостанда булғаныма бик шатмын. Бында барыһы ла шундай изге күңелле, киң йөрәкле!" – тине ул һәм Мостай Кәримдең "Рус ҡыҙы" шиғырын яңғыратты.


Ә Арыҫлан Ҡырымсурин шәхестең "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырын уҡыны. Уларҙың һәр ихлас һүҙен тамашасы көслө алҡыштар менән оҙатты.
Автор: Айгөл ЙӘМИЛЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: