Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Көндәр ауырыраҡ килергә оҡшай. Шаршамбылағы ашығыс аҙымдарығыҙ хата булыуы ихтимал. Уларҙы төҙәтеү күп ваҡыт талап итер. Эшләп йөрөгәндәрҙең етәксенән шелтә алыуы ла мөмкин.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һиҙгерлелек һәм алдан күрә белеү һәләтегеҙ мотлаҡ артыр. Элек күрмәгәнгә иғтибар бирерһегеҙ, элек төшөнмәгәнде асыҡ аңлай башларһығыҙ һымаҡ. Йомаға ҡаршы күргән төшөгөҙҙө ыңғайға юрағыҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна башында ниндәйҙер ҡәнәғәтлек кисереүегеҙ бар. Күңелегеҙ етди үҙгәрештәр көҫәр. Күптән көткән ваҡиғалар һаман да оҙаҡҡа һуҙыла кеүек. Шулай ҙа башлаған эштәрегеҙҙе аҙағына еткерерһегеҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр осрап торор. Күптәр был арала яңы фекерҙәштәр табыр. Был арала йондоҙҙар бигерәк тә ижади кешеләргә ярҙам итеп торор.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ҡәҙимге осор шишәмбе һәм шәмбелә һиҙелерлек уңыштар булыр. Шаршамбыла ғәҙеллекте яҡлап, кәрәкмәгән бәхәскә инерһегеҙ. Уның һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙаһы теймәҫ.
Ҡыҫала (22.06 –23.07)
Күтәренке кәйеф менән эш итерһегеҙ. Шаршамбыла ашыҡмаҫҡа, башта мәсьәләне бар яҡтан тикшерергә ҡушыла. Тәүге фекерҙәрегеҙҙең хаталы булыуы ла мөмкин. Кесе йомала тамамланмай ҡалған эшегеҙ үҙе хаҡында һиҙҙерер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ошо арала шәхси тормошоғоҙҙағы хәл йыш борсолорға мәжбүр итер. Был, әлбиттә, эштәрегеҙгә кире йоғонто яһар. Күпселектә үҙаллы хәл итерһегеҙ. Кеше ярҙамына өмөт итмәүегеҙ хәйерле. Матди яҡтан ыңғай үҙгәрештәр көтөгөҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала һеҙҙән үтә иғтибарлы булыу талап ителә. Шишәмбелә бәләкәй генә хаталарығыҙ юғалтыуҙарға килтерер. Яҡындарығыҙ ҡәҙимгенән күберәк мәшәҡәтләр, түҙемлерәк булығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр һәйбәт килер. Ҡағыҙҙар менән бәйле эштәрегеҙ бигерәк тә яҡшы барыр. Шаршамбыла тура һүҙле булыуығыҙҙың кемгәлер оҡшамауы ла ихтимал. Шулай ҙа кемдең кем икәнен аңларға ярҙам итер.
Саян (24.10 – 22.11)
Осор һеҙ уйлағанса башланмаҫ. Борсолоу өсөн сәбәптәр табылып торор. Ҡайсаҡ ниндәй эшкә тотонорға ла белмәҫһегеҙ. Оҙаҡламай дөйөм хәлдәрегеҙ ыңғайға үҙгәрер. Кесе йомалағы уңайлы мөмкинлектәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала ҡайһы бер һәләтегеҙ тулыраҡ асылыр, моғайын. Ләкин арыуығыҙҙы ла һиҙерһегеҙ кеүек. Иңегеҙгә артыҡ йөкләмәләр алмауығыҙ дөрөҫ булыр. Кесе йомала һәм йомала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булыр.
ӨМӨТБАЙ.