Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
4 Август , 12:11

Йондоҙнамә

(4 –10 август)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Етди эштәргә тотонор өсөн үҙегеҙҙе бер аҙ йүгәнләргә лә тура килер. Башланған һәм тамамланмаған эштәрегеҙ был аорала күбәйеп китте һымаҡ. Тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, ҡайһы бер элекке хаталарығыҙҙы төҙәтә алырһығыҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Шишәмбенән һуң алдығыҙҙа ҡатмарлы мәсьәләләр килеп сығыуы бар. Уларҙы тиҙ генә хәл итеп булмаҫ кеүек. Кесе йомала уңайлы мәлгә осрауығыҙ мөмкин. Күптәр, икеләнеп, уны файҙалана алмаҫ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙна башында бер ҙә көтөлмәгән бүләк алыуығыҙ ихтимал. Унан алда яҡшы яңылыҡ ишетерһегеҙ, буғай. Һеҙҙе ашыҡтырырға теләүселәр табылыр. Бер кемде лә тыңламайынса, өйрәнгән ҡалып буйынса эш итергә ҡушыла.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Яҡындар менән аралашыу һәйбәт барыр. Элекке үпкәләшеүҙәр бөтөнләй онотолор. Яратҡан кешегеҙ менән бәхетле мәл кисерерһегеҙ, моғайын. Шаршамбылағы хәлдәр ниндәйҙер файҙалы фекер тыуҙырыр, бәлки.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Дошмандарығыҙ был арала йәнләнеп китер. Нахаҡ һүҙҙәр, һүҙегеҙҙе боҙоп таратыусылар ҙа табылыр. Йондоҙҙар быға иғтибар бирмәҫкә, ныҡ торорға ҡуша. Аҙна аҙағында көтөлмәгән килем алырһығыҙ һымаҡ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Айырым уңыштарға йәкшәмбелә һәм шаршамбыла өлгәшерһегеҙ. Һиҙелерлек кире хәлдәр көтөлмәй, шулай ҙа шаршамбыла бер аҙ борсолорға тура килер. Матди яҡтан барыһы ла яҡшы булыр. Кемгәлер элекке бурысты ҡайтарырҙар.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Был арала үҙегеҙҙе әүҙем тойорһоғоҙ. Тик был хәл оҙаҡҡа бармаҫ кеүек. Шишәмбелә үк етди мәсьәләләргә осрауығыҙ ихтимал. Артабан шулар менән булышырһығыҙ. Йомала яҡшы хәбәр килер.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр сығып торор. Эшлекле һөйләшеүҙәр ҙә уңышлы уҙыр. Кемдер һеҙгә ниндәйҙер дәғүә белдереүе мөмкин. Борсолор өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Тапҡыр яуапты еңел таба алырһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Етди, яуаплы эштәрҙе ваҡытлыса кисектереп тороуығыҙ дөрөҫ булыр. Шишәмбе-шаршамбыла төп эшегеҙҙә күп буш һөйләшеү көтөлә. Мөмкин тиклем уларҙа ҡатнашмаҫҡа тырышығыҙ. Кесе йомала яҡын кешегеҙҙән ыңғай яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Кешеләр менән аралашыу яҡшы барыр. Бәғзеләр алдында яңы мөмкинлектәр асылыр. Уларҙы ваҡытында күреү мөһим. Кемделер уйламаған килем көтәсәк. Ул ҙур булмаһа ла, кәйефегеҙҙе күтәрер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Яҡшы таныш эшегеҙҙе башҡарғанда ҡыйынлыҡтарға тап булыуығыҙ бар. Улар уйлағандан күберәк ваҡыт талап итер. Кесе йомала һеҙҙе бәғзеләр алдарға маташыр. Өмөтлө тәҡдимдәргә, еңел аҡсаға берүк ышана күрмәгеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙна ыңғай яғы менән айырылып торор. Ярҙамға мохтаждар уға ҡыйынлыҡһыҙ өлгәшер. Әгәр үҙегеҙ кемгәлер ярҙам итһәгеҙ, бының сауабы ҙур булмаҡсы. Кесе йомала кемделер етди һәм файҙалы һөйләшеүҙә ҡатнашыр.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас