Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
23 Июнь , 09:12

Йондоҙнамә

(23 – 29 июнь)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна барышында үтә иғтибарлы һәм уяу булыуығыҙ мөһим. Борсорлоу өсөн сәбәптәр табылып торор. Шулай ҙа һиҙелерлек кире хәлдәр һәм юғалтыуҙар булмаҫҡа тейеш. Кесе йомала аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар кисереүегеҙ ихтимал.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Көндәр тыныс килер. Мәл эштәрегеҙҙе тәртипкә килтереү өсөн уңайлы. Был арала ниндәйҙер йәмәғәт сараһында ҡатнашырһығыҙ, унан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Йомала килем алырһығыҙ, моғайын.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булыр. Башҡалар менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Шаршамбыла күңелегеҙгә ятмаған эш менән булышырһығыҙ. Оло йәштәге кешеләрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Аҙна үтә мәшәҡәтле көтөлә. Оҙайлы һөйләшеүҙәргә, аралашыуҙарға әҙер булығыҙ. Ярҙам һораусылар ҙа ҡәҙимгенән күбәйер. Олораҡ туғандарығыҙ менән дә осрашырға кәңәш ителә. Уларҙан мотлаҡ аҡыллы фекерҙәр ишетерһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Шәхси тормошоғоҙҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Бер-бер артлы яҡшы хәбәрҙәр килеп торор. Бөтә эшегеҙҙә лә һәр саҡ яҡындарығыҙҙың ярҙамы тейер. Кесе йомала элекке бурысты ҡайтарырҙар.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Осор уңышлы уҙыр. Күптәр уйлағандан да күберәкте башҡарыр. Шишәмбе-шаршамбыла үтә етеҙ эш итегеҙ. Бәғзеләр ниндәйҙер дөйөм эш тураһында һөйләшә алыр, бәлки. Йомала көтөлмәгән хәбәр ишетерһегеҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Шишәмбелләге ваҡиғалар алдан төҙөгән планығыҙҙы боҙорға мәжбүр итер. Кемдер күңеленә ятмаған эш менән булышыр. Бөтә эшкә лә үҙегеҙ генә өлгөрмәҫһегеҙ. Хәйер, ярҙамға килеүселәр табылыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Мәл һеҙгә киләсәккә маҡсаттар төҙөү өсөн уңайлы. Иң тәүге сираттағы эшегеҙҙе дөрөҫ асыҡлауығыҙ мөһим. Үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ самаларға тырышығыҙ. Тейешле тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, алдағы 2-3 аҙна бик уңышлы уҙасаҡ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Буш һөйләшеүҙәр эштәрегеҙгә ҡамасаулар. Йондоҙҙар был көндәрҙә аралашыуҙы кәметергә ҡуша. Шаршамбыла һеҙҙе яҡшы хәбәрҙәр һәм ҡыуаныслы осрашыуҙар көтә. Көтмәгәндә ҡулығыҙға аҡса инер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Юҡ-барға артыҡ иғтибар бирәһегеҙ, буғай Ошо арала иң мөһим эштәрегеҙҙең ситтә ҡалыуы мөмкин. Шаршамбы файҙалы булмаҡсы. Күптән борсоған мәсьәлә буйынса фекер алышырға форсат сығыр.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Йыйылып киткән ваҡ-төйәк эштәрегеҙҙе башҡарырһығыҙ. Таныштарығыҙға мөрәжәғәт итергә тартынмағыҙ, улар һәр спаҡ урынлы кәңәш бирер. Бөғзеләр тап ошо арала күптән көткән хәбәрҙе алыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Ниндәйҙер бик кәрәкле һәм ҙур эшегеҙ төрлө сәбәп менән туҡтап торор. Уны тейешенсә хәл итеү өсөн урау юл эҙләрһегеҙ кеүек. Ҡағыҙ артынан да күп йөрөрһөгөҙ.

ӨМӨТБАЙ.

ЙӘШЛЕК

Автор:
Читайте нас