Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
19 Май , 09:17

Йондоҙнамә

(19 - 25 май)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Бөтәһе лә яҡшы барыр кеүек. Хатта көнләшкән кешеләр ҙә табылыр. Иғ­ти­барлы булһағыҙ, уларҙы еңел асыҡ­лар­һығыҙ. Кесе йомала рәсми ҡағыҙ алыуығыҙ ихтимал, уның артынан бер аҙ йөрөргә тура килер.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна ыңғай ваҡиғаларҙан башланып китер. Күптән көткән хәбәрҙе лә ише­терһегеҙ. Аралашыуҙа ла мотлаҡ уңыр­һығыҙ. Ят кешеләр менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ.


Балыҡ (20.02 – 20.03)

Шишәмбелә ниндәйҙер һирәк осрай торған уңайлы мәл кисерерһегеҙ. Кемдер кәрәк кеше менән эшлекле мөнәсәбәт булдырыр. Бәғзеләр күңеленә ятҡан йәр менән араһын көйләр.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Төрлө мәшәҡәт күбәйер. Шишәмбелә бөтөнләй уйламаған ҡатмарлы эш менән булышырһығыҙ. Уның менән ныҡлап танышырға ваҡытығыҙ булмаҫ. Аҙна аҙағында юлға сығыуығыҙ ихтимал.


Буға (21.04 – 21.05)
Һәр хәлдә лә тәжрибәгеҙгә таянығыҙ. Уның ярҙамында күптәнге маҡсатығыҙға һиҙелерлек яҡынайырһығыҙ. Ҡайһы бер аҙымдарығыҙҙы яҡындағыларҙың аң­ламауы ла мөмкин. Бындай саҡта түҙемлек күрһәтеп, аңлатырға кәрәк булыр.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Тыныс көндәргә өмөт итеүселәр ҡырҡа яңылышыр. Был арала үҙ эштәрегеҙ менән бергә, башҡаларҙың хаталарын да тө­ҙәтерһегеҙ. Ғаиләгеҙҙең кесе ағзалары ла мәшәҡәт өҫтәр.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Уңышлы осор. Тәғәйен эшегеҙҙе ва­ҡытынан алда башҡарырһығыҙ. Аҙна аҙағындараҡ бер аҙ ял итергә лә форсат сығыр. Кесе йомала ниндәйҙер бик өмөтлө күренгән тәҡдим ишетерһегеҙ.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала абруйығыҙ ҡырҡа артыр. Ярҙам-кәңәш һораусылар ҙа күбәйер. Шаршамбыла ныҡышмалылыҡ күрһәтегеҙ, ниндәйҙер етди мәсьәләне йәтеш кенә хәл итеү мөмкинлеге килеп сығыр. 


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Дүшәмбелә өмөтлө һөйләшеү көтөгөҙ. Файҙалы хәбәрҙе мотлаҡ ишетерһегеҙ. Башығыҙҙа яңы уй-фекерҙәр тыуыр. Кесе йомала уйламағанда ҡатмарлы хәл килеп сығыуы ихтимал.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Мәл тормошоғоҙға етди үҙгәреш индереү өсөн уңайлы. Әйткәндәй, барыһы ла ыңғай буласаҡ. Һеҙҙең тәүге аҙымдарығыҙҙы янығыҙҙағылар ҙа хуплар һымаҡ. Йомала осраҡлы рәүештә аҡса килер.


Саян (24.10 – 22.11)
Шишәмбелә үтә сетерекле мәсьәләне сисеү менән булышырһығыҙ. Борсо­лоуығыҙ юҡҡа, барыһы ла яҡшы тамамланыр. Был арала яҡын кешеләрегеҙҙән ыңғай яңылыҡтар ишетерһегеҙ. Йондоҙҙар әлегә уларҙы сер итеп һаҡларға ҡуша.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Кеше һүҙҙәренә артыҡ иғтибар би­рәһегеҙ кеүек. Ҡайсаҡ яҡындарығыҙ менән һүҙгә килеүегеҙ ҙә, кемделер рәнйе­теүегеҙ ҙә бар. Дөйөм хәлегеҙ ыңғай яҡҡа тиҙ үҙгәрер. Кесе йомала ҙур уңыш көтөгөҙ.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: