Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
12 Май , 09:25

Йондоҙнамә

(12 – 18 май)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Аралашыуҙа ҡаршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Ҡайсаҡ яҡын кешеләрегеҙҙең әйткәне лә эсегеҙҙе бошорор. Шаршамбыла сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ, аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән нәмәгә тотоноуығыҙ бар.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Көндәр һәйбәт уҙыр. Шишәмбе ыңғай яңылыҡтар килтерер. Шаршамбыла бик өмөтлө һәйләшеү булыр. Ҡәҙимге эштәр менән булышып, элек иғтибар биргән нәмәләрҙе күрерһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Бик күптән күрмәгән кеше үҙе хаҡында белгертер. Араларҙы яңыртыу ике яҡҡа ла файҙа килтерер. Шаршамбыла яҡындарығыҙҙың йомошо менән дә булышырһығыҙ. Уңышлы эш сәфәрҙәре көтөлә.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Йондоҙҙар ниндәй хәлдә лә ашыҡмаҫҡа ҡуша. Ашығыс аҙымдар яһауығыҙҙың кәрәкмәгән ҡыйынлыҡтарға килтереүе бар. Был бигерәк тә шишәмбегә ҡағыла. Кемдер көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы ла ҡабул итер.

Буға (21.04 – 21.05)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Төрлө кеше менән еңел уртаҡ тел табырһығыҙ. Бәғзеләр яңы ышаныслы фекерҙәштәр осратыр. Кәйефегеҙ үтә үҙгәреүсән булыр. Йомала нимәнәндер башығыҙ әйләнер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Осор көсөргәнешле уҙыр. Кемделер мөхәббәт ялҡыны өтөр. Әйткәндәй, был тойғолар оҙаҡҡа бармаҫ. Кесе йомала кеше хаталарын төҙәтерһегеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Бөтә яҡтан да уңышлы мәл. Ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьләне йәтеш кенә сисерһегеҙ. Быны башҡалар ҙа күрер, абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Бәғзеләр өмөтлө тәҡдимдәр ҙә алыр кеүек.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Шишәмбелә ғаиләгеҙҙә ыңғай ваҡиғалар булыр. Кесе йомала етди ҡыйынлыҡҡа осрарһығыҙ. Уның асылына төшөнөү өсөн бер аҙ ваҡыт талап ителер. Эш иткәндә үҙ көсөгөҙгә генә таянығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Ҡайһы бер борсоған мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителер. Мәл артабан маҡсаттарығыҙ тураһында уйланыу өсөн уңайлы. Был арала күп көс түгерһегеҙ һәм йомғаҡтарын киләсәктә татырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Көндәр яҡшы ғына килмәксе. Тәүге уңыштарҙы уйламағанса тиҙ күрерһегеҙ. Ниндәйҙер бик өмөтлө осрашыу булыуы ихтимал. Ул күңелегеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр һымаҡ. Шәмбелә ҡунаҡ көтөгөҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Осор мәшәҡәтле булырға оҡшай. Улай ҙа шишәмбе һәм йәкшәмбе ыңғай ваҡиғалар ҙа булыр. Дүшәмбелә кемдер ярҙам һорап мөрәжәғәт итер. Кесе йомала ҡулығыҙға бер аҙ аҡса инер. Ул әллә ни күп булмаһа ла, ҡәнәғәтлек бирер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Йондоҙҙар был арала ашыҡмаҫҡа ҡуша. Иң башта хәл итәсәк мәсьәләләрҙе асыҡлауығыҙ дөрөҫ булыр. Элек ярҙам өмөт иткән кеше һүҙендә тормаҫ, моғайын. Күпселек осраҡта үҙ көсөгөҙгә таянырһығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас