Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
21 Апрель , 09:18

Йондоҙнамә

( 21 – 27 апрель)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был арала эске тауышығыҙға иғтибарлыраҡ булыуығыҙ хәйерле. Бәғзеләр борсоп торған һорауҙарға яуап алыр, кемдер яҡын киләсәккә асыҡлыҡ индерер. Шаршамбылағы ваҡиғалар көтөлмәгән булһа ла, бер ниндәй ҙә юғалтыу кисермәҫһегеҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҙна араһында етди бәхәстәр сығырға оҡшай. Һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр. Элек һеҙгә әллә ни иғтибарһыҙ ҡарағандар ҙа был юлы фекерегеҙҙе тыңлар. Ғөмүмән, айырым мөнәсәбәттәр ыңғай яҡҡа үҙгәрер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Һуңғы ваҡиғаларға тағы ла йомғаҡ яһауығыҙ файҙалы булыр. Айырым хаталарҙы ла күрерһегеҙ, бәлки. Тәжрибәле кешеләр менән дә кәңәшләшергә тәҡдим ителә. Был арала элекке ниндәйҙер бәйләнеште яңыртырһығыҙ.

Ҡуҙы ( 20.04 – 21.04)

Өйҙәге мәшәҡәттәр ҡәҙимгенән күбәйер. Бәғзеләр көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы ла ҡаршылар. Шаршамбынан һуң яңы мөмкинлектәр асылыуы ихтимал. Был бөтә эштәрегеҙҙе ваҡытынан алда башҡарырға ярҙам итер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Көндәлек мәсьәләләрҙе еңел хәл итә алырһығыҙ. Яңғыҙ эш итергә кәрәкмәҫ, ышаныслы арҡаҙаштар табылып торор. Дошманығыҙ был арала үҙен әллә ни һиҙҙермәҫ тә һымаҡ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна барышында аҡса-милек менән бәйле эштәрегеҙ уңышлы барыр. Шишәмбе һәм йомала һеҙҙе ыңғай ваҡиғалар көтәсәк. Кесе йомала йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа ҡуша, үтә иғтибарлы булыу мөһим.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Шишәмелә хәлдәр барышы уйламаған йүнәлеш алыуы бар. Борсолмағыҙ, бөтөн мәсьәләләргә тиҙ төшөнә алырһығыҙ һәм ваҡытында булдырырһығыҙ. Бәғзеләр ошо арала ышаныслы фекерҙәш табыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Осор файҙалы үтмәксе. Ҡайсаҡ яуаплылыҡты үҙ иңегеҙгә лә алырға тура килер. Башҡаларҙың ярҙамына йәки кәңәшенә әллә ни өмөт итмәгеҙ. Кемгәлер элекке бурысты ҡайтарырҙар, бәлки. Аҡсаны тотонорға ашыҡмағыҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Уҡып йөрөгәндәр һәм ижад кешеләре мотлаҡ уңыр. Бәғзеләр тәжрибәһен тулыландыра алыр, элек белмәгәнде төшөнөр. Кесе йомалағы хәлдәр бер аҙ борсолорға ла мәжбүр итер. Күңел тыныслығын һаҡлап ҡалыу еңел бирелмәҫ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Әллә ни ҙур ваҡиғалар көтөлмәй ҙә һымаҡ. Шулай ҙа көндәр тыныс һәм файҙалы үтмәксе. Шаршамбыла йондоҙҙар күмәк сараларҙа ҡатнашыуҙан баш тартырға ҡуша. Юлға сыҡҡандарҙың сәфәре бик уңышлы буласаҡ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Ҡәҙимге аҙна. Шишәмбеләге һөйләшеү кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Бәғзеләргә элекке эше өсөн сауап ҡайтарырҙар. Уның ниндәй рәүештә килгәнен әйтеүе ҡыйын, ләкин уйлағандан күберәк булыр, моғайын.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Элекке ҡаршылыҡтарҙың яңынан килеп сығыуы бар. Кемдер дәғүә менән мөрәжәғәт итеүе лә ихтимал. Шулай ҙа йома һәм шәмбелә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшеүегеҙ ихтимал. Быға ҡапыл киңәйгән мөмкинлектәрегеҙ булышлыҡ итер.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:
Читайте нас: