Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
27 Ғинуар , 14:22

Йондоҙнамә

(27 ғинуар – 2 февраль)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна ауырыраҡ башланған һымаҡ тойолор. Тиҙҙән кәйефегеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер. Шаршамбыла бәғзеләр ниндәйҙер ҙур уңышҡа өлгәшер. Йомала элек күрмәгәнде күрерһегеҙ, белмәгәнде белерһегеҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Борсоп торған мәсьәләләр һуңғы ваҡытта күбәйеп китте кеүек. Бында ғәйеп күберәк үҙегеҙҙәлер. Бер аҙ әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, уның йомғаҡтары бик тиҙ беленер. Кесе йомала яҡшы хәбәр көтөгөҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Йондоҙҙар шишәмбелә үтә иғтибарлы булырға ҡуша. Хата аҙым, яңылыш ысҡынған һүҙ  өҫтәмә мәшәҡәт тыуҙырыуы ихтимал. Уларҙы тиҙ генә төҙәтеп булмаҫ һымаҡ. Кесе йома ыңғай яңылыҡтар килтерер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Шаршамбы күптән уйлап йөрөгән яңы эште башлап ебәреү өсөн уңайлы. Уның ахыры оҙағыраҡ, ләкин барыбер уңышлы көтөлә. Ғаиләләлеләр һуңғы ваҡытта борсоп торған ниндәйҙер етди мәсьәләне хәл итер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Төп эшегеҙҙә ыңғай үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Шишәмбелә ошоға бәйле мөһим һөйләшеү ҙә булыр, бәлки. Ниһайәт, һуңғы ваҡыттағы тырышлығығыҙ тейешенсә  баһаланыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна ауыр башланыр. Шишәмбелә ҡулығыҙға бер ниндәй ҙә эш бармаҫ. Яҡындарығыҙҙың һүҙҙәре, холҡо эсегеҙҙе бошорор. Шулай ҙа араларҙы боҙмаҫҡа тырышығыҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Ошо көндәрҙә алдығыҙҙа ниндәйҙер етди һәм мөһим мәсьәлә ҡалҡып сығыр. Элегерәк ул хәл итә алмаҫлыҡ күренә ине. Бөгөн иһә, бер аҙ тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, уны сисерһегеҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Шаршамбыға ҡаршы төндә төшөгөҙгә төп дошманығыҙ инер. Бәғзеләр өсөн был бөтөнләй ышанмаҫлыҡ булыр, бәлки. Кесе йомала күптән көткән ыңғай хәбәрҙе ишетерһегеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Һеҙҙе уңышлы аҙна көтә. Көндәлек эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Шаршамбыла ғына хәлегеҙҙән килмәгән мәсьәләгә осрауығыҙ ихтимал. Уны сисеү өсөн тәжрибәле кешенең кәңәше талап ителер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Иң яҡшы көндәрегеҙ – дүшәмбе һәм шаршамбы. Алдан уйлағандан күберәкте булдырырһығыҙ. Артабан мөмкинлектәрегеҙ сикләнер, мәшәҡәттәрегеҙ ҡырҡа артыр. Йомала ниндәйҙер яуаплы сарала ҡатнашырһығыҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был арала элек күрмәгән яңы мөмкинлектәрҙе күрерһегеҙ. Шаршамбыла аҡса менән бәйле эштәрҙә иғтибарлы булығыҙ. Йомала мөһим һөйләшеү көтә.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Йондоҙҙар ваҡытығыҙҙы юҡ-барға сарыф итмәҫкә ҡуша. Тап ошо көндәрҙә бәғзеләр етди ҙур эште башлап ебәрер – уның йомғаҡтары һеҙҙең өсөн мөһим буласаҡ. Эш сәфәрҙәре уйланғандан күберәк ваҡытығыҙҙы алыр.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас