Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Шишәмбелә эске тауышығыҙға ышанығыҙ. Тап шуның арҡаһында һеҙ бер ниндәй ҙә хата ебәрмәҫһегеҙ, икеле хәлдә дөрөҫ эш итерһегеҙ. Ошо көндәрҙәге етди осрашыу өмөтөгөҙҙө тулыһынса аҡламаҫ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Бәғзеләр яңы һөнәр һәм белем үҙләштерә башлар. Был эште, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, аҙағынаса еткерерһегеҙ кеүек. Аҙаҡ ул һеҙҙең төп шөғөлөгөҙгә әйләнеүе ихтимал.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында аптырарлыҡ ваҡиғалар йыш осрар. Шаршамбыла бөтөнләй уйламаған хәлгә тап булырһығыҙ. Әйткәндәй, килеп сыҡҡан мәсьәләләр тәү ҡарашҡа ғына ауыр күренәсәк. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Йондоҙҙар әлегә яңы эштәрҙе башламаҫҡа кәңәш итә. Улар өсөн уңайлы мәлдәр булыр әле. Шишәмбелә көтөлмәгән сығымдарҙан һаҡланығыҙ. Бәғзеләргә бурысҡа ла инергә тура килер, бәлки. Ярҙамға килеүселәр ҙә табылыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала алдан төҙөлгән ниәттәрегеҙ буйынса эш итә алмаҫһығыҙ, моғайын. Төрлө мәшәҡәт даими сығып торор. Шишәмбелә икеле хәлдән дә үҙегеҙгә файҙа сығарырһығыҙ. Аҙна йомғаҡтарынан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ыңғай ваҡиғалар күбәйер. Уңайлы шарттар шаршамбы һәм йомала осрар. Артыҡ көс түкмәй, тәжрибәгеҙгә таянып, һиҙелерлек уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Ниңәлер һеҙҙең менән дуҫлашырға теләүселәр ҙә артыр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Шәхси мөнәсәбәттәр бер аҙ борсоп торор. Етди һөйләшеүҙе тағы ла кисектерергә тура килер. Йондоҙҙар тәүәккәллерәк булырға кәңәш итә. Кесе йомала артыҡ үҙ һүҙле булмаһағыҙ, кәрәкмәгән бәхәстәрҙән ҡотолорһоғоҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Эш күбәйеүе һеҙҙе һис тә ҡурҡытмай. Үҙегеҙҙең һәләттәрегеҙҙе, уңғанлығығыҙҙы күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр булыр. Аҙна араһында ниндәйҙер элекке бәйләнештәрҙе яңыртырһығыҙ. Кесе йомала яҡындарығыҙҙан яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Шишәмбе төрлө ваҡиғаға бай булмаҡсы. Бәғзеләренең киләсәккә ҡорған ниәттәрегеҙгә йоғонто яһауы ихтимал. Кемдер һис кисекмәҫтән юлға сығыр, кемдер аҡса эҙләй башлар. Шулай ҙа артыҡ зыян күрмәҫкә тейешһегеҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡатмарлы хәлдәр осрап торор. Йондоҙҙар кеше кәңәштәренә әллә ни таянмаҫҡа ҡуша. Үҙегеҙ ҡабул иткән ҡарарҙар һәр осраҡта ла дөрөҫөрәк булыр. Кесе йомала бик мөһим мәсьәләне тулыһынса асыҡларһығыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Көндәр үтә мәшәҡәтле уҙыр. Көсөргәнешле эштән башҡа кеше хаталарын да төҙәтерһегеҙ. Шаршамбыла яҡындарығыҙға ҡағылған яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Бәғзеләрҙе дуҫтары менән йылы осрашыу көтә.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Шишәмбелә эшегеҙҙә лә, өйөгөҙҙә лә төрлө сәбәптән бәхәстәр килеп сығыуы бар. Уларҙы тәрәнгә ебәрмәҫ өсөн бер аҙ көс түгерһегеҙ. Кесе йома уңышлы көтөлә – ниндәйҙер ҙур һәм етди эште башҡарырһығыҙ.