Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
30 Сентябрь , 11:36

Йондоҙнамә (30 сентябрь – 6 октябрь)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Йондоҙнамә (30 сентябрь – 6 октябрь)
Йондоҙнамә (30 сентябрь – 6 октябрь)

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала мәшәҡәттәрегеҙҙең ҡапыл күбәйеп китеүе ихтимал. Юҡ-барға эсегеҙ йыш бошор һымаҡ. Әлеге хәл оҙаҡҡа  бармаҫ. Шаршамбыла яңы асылған мөм­кинлектәрҙе күреп, ниндәйҙер эшкә мауығып тото­нор­һоғоҙ. Кесе йомала яҡшы хәбәрҙәр килер.


Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбелә элек осрамаған мәсьәләләргә тап булырһығыҙ. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, уны бөтә яҡтан өйрәнергә ҡуша. Кеше кәңәштәренә иғтибар бирмәгеҙ – уларға ышанып, яңылыш юлдан китеүегеҙ мөмкин.


Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һеҙҙе уңышлы аҙна көтә. Был арала эске тауышығыҙға тулыһынса ышанығыҙ. Ул һәр саҡ дөрөҫ һәм урынлы ярҙам итер. Яуаплы урындарҙа эшләгәндәр бигерәк тә уңыр. Етди һөйләшеү ҙә булыр.


Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шишәмбе һәм шаршамбыла көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыр. Үҙегеҙҙе тыныс то­тоуығыҙ һәр осраҡта ла ярҙам итер, бер ниндәй ҙә зыян күрмәҫһегеҙ. Яңы эшегеҙ һәйбәт башланып, мотлаҡ яҡшы тамамланыр.   


Буға (21.04 – 21.05)
Көндәр һәйбәт килмәксе. Борсолор өсөн сәбәптәр булмаҫҡа тейеш. Шаршамбыла ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Бында тәж­рибәгеҙ ярҙам итер. Ғаиләгеҙҙә ниндәйҙер ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә.


Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шишәмбелә хәлдәрҙең һеҙ уйламаған йүнәлеш алыуы бар. Аптырап ҡалмағыҙ, яңы юлдар эҙләгеҙ, башҡаларҙың кәңәштәренә таянығыҙ. Кесе йомала алдығыҙҙа бәхетле мөмкинлектәр асылыуы ихтимал. Ләкин уларҙы күптәр күрмәй ҡалыр.


Ҡыҫала (22.06 – 23.07)Һис тә көтмәгәндә ҡулығыҙға аҡса килер. Күптән онотолған бурысты ҡайта­рыуҙары ла бар. Шаршамбы бар яҡтан да уңышлы үтер. Башҡаларға фекерегеҙҙе еткерә алырһығыҙ, һүҙегеҙ һәр саҡ үтемле булыр.


Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна уңышлы уҙыр. Кемдер ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләне асыҡлар. Бәғзеләр ныҡышмалылығы арҡаһында элек булдыра алмаған эште уңышлы тамамлар. Яҡшы хәбәрҙәр әленән-әле килеп торор.


Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Шишәмбелә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларҙы көтөгөҙ. Шулай ҙа кире хәлдәр ҙә осрар. Кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ, тиҙҙән ыңғай үҙгәрештәрҙе тоя башларһығыҙ. Йомалағы осрашыуҙар файҙалы булыр.


Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна ижади кешеләр өсөн айырыуса уңышлы. Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр даими тыуып торор. Тик барыһына ла мөмкинлегегеҙ етмәҫ һымаҡ. Уларҙы иҫе­геҙҙә тотоп, уңайлы мәлдәрҙе көтөргә генә ҡала.


Саян (24.10 – 22.11)
Бәғзеләр рәсми ҡағыҙҙар менән булышыр. Барыһын да ваҡытында булдырыр­һығыҙ. Үҙегеҙгә бигүк оҡшамаһа ла, был арала кеше эштәренә ҡыҫылырға тура килер. Эштәгеләр менән мөнәсәбәтегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер.


Уҡсы (23.11 – 21.12)
Ҡайсаҡ яҡшы таныш эштәрегеҙ ҙә ҙур ҡыйынлыҡ менән барыр. Тик был ва­ҡытлыса ғына. Тиҙҙән төп эшегеҙгә әүҙем егелерһегеҙ. Был арала ниндәйҙер уйламаған осрашыу булыр. Ул хәтерегеҙҙә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын.

Өмөтбай.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: