Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
12 Август , 10:46

Йондоҙнамә

( 12–18 август)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Мөһим эштәрегеҙгә тотонорға ашыҡмағыҙ. Аҙна көсөргәнешле башланыр. Ҡайһы бер икеле хәлдәргә осрарһығыҙ. Ваҡиғалар барышына тулыһынса төшөнгәс кенә эш итергә мөмкин булыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Шишмәмбелә уңайлы мөмкинлектәр асылыр. Шундуҡ эшкә егелегеҙ һәм һеҙҙе мотлаҡ уңыштар көтәсәк. Кемдер ярҙам тәҡдим итер – унан баш тартмағыҙ. Яҡындарығыҙ менән булған мөнәсәбәт яҡшы яҡҡа үҙгәрер.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Был көндәрҙе әүҙем үткәрегеҙ. Эшегеҙ күп булһа ла, һис тә арығанлыҡты тоймаҫһығыҙ. Хатта кеше йомоштарын башҡарырға ла мөмкинлек табырһығыҙ. Был арала йондоҙҙар аҡсағыҙҙы йыйыбыраҡ тоторға ҡуша. 

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Яҡындарығыҙҙың һүҙҙәренә ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Шишәмбелә бик урынлы кәңәш ишетерһегеҙ. Өйөгөҙҙә көтөлмәгәнерәк ваҡиғалар килеп сығыуы бар. Киләсәккә ҡорған ҡайһы бер ниәттәрегеҙҙе үҙгәртергә тура килер. 

Буға (21.04 – 21.05)

Һәр хәлдә лә үҙ көсөгөҙгә булған ышанысты юғалтмағыҙ. Аҙна йомғаҡтары тап шуның менән генә бәйле булыр. Шишәмбе -шаршамбыла етди ҡыйынлыҡтарға осрарһығыҙ. Йондоҙҙар үҙ аҡылығыҙға таянып эш итергә ҡуша.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Эштәрегеҙ һәйбәт кенә бармаҡсы. Көткән ярҙамды ваҡытында влырһығыҙ. Был арала мөһим һөйләшеү булыуы ихтимал. Ул көткәндән уңышлыраҡ үтергә тейеш. Йома ыңғай яғы менән айырылып торор.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы бар. Яҡшы таныштарығыҙ менән дә уртаҡ тел табыуы еңел булмаҫ, моғайын. Шулай ҙа был оҙаҡҡа бармаҫ. Аҙна барышында күптән көткән хәбәрҙе ишетерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Уйламаған хәлдәр күбәйер. Ҡай саҡ бөтөнләй ят эш менән булышырһығыҙ. Алдан төҙөгән ниәттәрегеҙ селпәрәмә килер кеүек. Бәғзеләр хатта ярҙам да эҙләр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.08)

Ғөмүмән, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Шаршамбыла бер аҙ ныҡышмалыҡ күрһәтергә кәрәктер. Ярҙам өмөт иткән танышығыҙ һүҙендә тормаҫ һымаҡ. Эштәрегеҙҙе уныһыҙ ҙа булдыра алырһығыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Өйҙәге мәшәҡәттәр ваҡытығыҙҙы күп алыр. Ҡай саҡ яҡындарығыҙ менән бәхәстәр килеп сығыр. Күпселектә улар матди мәсьәләгә ҡағылыр. Уларҙы тыныс ҡына ыңғай хәл итергә йондоҙҙар ярҙамға килер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был арала иғтибар үҙәгендә йыш булырһығыҙ. Артыҡ һөйләнергә ҡушылмай, һүҙегеҙҙе үҙгәртеп таратырға теләүселәр янығыҙҙа юҡ түгел. Йомала ишеткән хәбәр күңелегеҙҙе мотлаҡ күтәрер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҙна араһында яҡшы белгән кешенән тәү ҡарашҡа өмөтлө күренгән тәҡдим ишетеүегеҙ мөмкин. Эске тауышығыҙ дөрөҫ яуапты әйтер. Кесе йома үтә уңышлы көтөлә. Үҙ эшегеҙҙе лә булдырырһығыҙ, кешеләргә лә ярҙам итә алырһығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:
Читайте нас: