Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
22 Июль , 09:43

Йондоҙнамә

(22 – 28 июль)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Йондоҙҙар аралашыуҙа һаҡ булырға кәңәш итә. Янығыҙҙа ышанысһыҙ бәндәләр бар. Уларҙан бер ниндәй файҙа көтмәгеҙ. Ғөмүмән, эштәрегеҙ яҡшы барыр. Кесе йомала ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Аҡса-милек менән бәйле мәсьләләр һәйбәт хәл ителер. Бәғзеләр килемде арттырыу тураһында күп уйланып, яңы ысул табыр. Был арала бик күптән күрмәгән кеше менән осрашырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Башҡаларға артыҡ талаптар ҡуймағыҙ. Юғиһә, шишәмбелә бәхәс килеп сығыуы бар. Юҡ-барға иғтибар итмәгеҙ, араларҙы һаҡлай алырһығыҙ. Кесе йомала ҡыуаныслы ваҡиғалар булыр һәм оҙаҡҡа иҫегеҙҙә ҡалыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Ғөмүмән, ыңғай хәлдәр күберәк осрар. Бәғзеләр ниндәйҙер мөһим эште тулыһынса тамамлар. Бынан һуң күңелегеҙ тынысланыр, яҡшы кәйефегеҙ оҙаҡҡа етер. Был арала бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ, аҡсағыҙҙы ҡайтарыу еңел булмаҫ.

Буға (21.04 – 21.05)

Аҙнаны күтәренке кәйеф менән башлап ебәрерһегеҙ. Күптәр ҙур эштәргә тотонор. Мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ самалау мөһим. Бер ниндәй ҙә ярҙамға артыҡ өмөт итмәгеҙ, яңғыҙ эш итергә тура килер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Шишәмбелә яҡын кешеләрегеҙ менән дә юҡтан бәхәс килеп сығыр. Кесе йомала икеле тәҡдим алыуығыҙ ихтимал. Уны төрлө яҡтан ныҡлап тикшерегеҙ. Өйҙәге мәшәҡәттәр ҡәҙимгенән күбәйер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Шаршамбыла ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Быға тиклем эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Шулай ҙа борсолорға сәбәп юҡ – янығыҙҙағылар һиҙелерлек булышлыҡ итер. Кесе йомала яҡшы яңылыҡтар ишетерһегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Осор уйлағандан мәшәҡәтлерәк көтөлә. Шишәмбелә төп эшегеҙҙә бәхәстәр килеп сығыуы бар, тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ, моғайын. Фекерегеҙҙе аңлата алырһығыҙ, шикелле.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна араһында ҡайһы бер асыштарға юлығырһығыҙ. Кемдер элек иғтибар бирмәгән нәмәгә төшөнөр. Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Быға ниндәйҙер уртаҡ эш башҡарыу булышлыҡ итер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)

Шишәмбелә күптәр бик ҡатмарлы мәсьәләгә осрар. Уны хәл итеү өсөн бөтөн һәләтегеҙҙе егерһегеҙ. Бынан һуң алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр, көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр.

Саян (24.10 – 22.11)

Был арала төрлө бәхәс килеп сығыуы ихтимал. Өйҙә лә, эштә лә һеҙҙе өйрәтеүселәр табылып торор. Кәрәкмәгән кәңәштәр, тәнҡит һүҙҙәре лә булыр, бәлки. Быға тыныс ҡарағыҙ. Эшегеҙҙе күрһәтә алһағыҙ, тауыштар тыныр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)

Ҡәҙимгенән еңелерәк эш итерһегеҙ. Хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр булмаҫҡа тейеш. Ярҙам тәҡдим итеүселәр ҙә табылыр, унан баш тартмаҫҡа кәңәш ителә. Кесе йома һәм шәмбелә ыңғай ваҡиғалар көтөлә.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:
Читайте нас: