Йәнтөйәк
-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
22 Апрель , 09:13

Йондоҙнамә (22 – 28 апрель)

Өмөтбайҙан өмөттәр менән яңы аҙнаға йондоҙнамә!

Йондоҙнамә (22 – 28 апрель)
Йондоҙнамә (22 – 28 апрель)

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Был арала ҡайһы бер ҡатмарлы мәсьәләне асыҡларһығыҙ, күптән борсоған һорауға яуап табырһығыҙ. Шуныһы мөһим, быға бер нидәй ярҙамһыҙ, һеҙ үҙегеҙ, төшөнөрһөгөҙ. Шәмбелә уйламағанда аҡса алырһығыҙ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Мәшәҡәттәр ҡәҙимгенән күбәйер. Шаршамбыла икеле хәлдә лә дөрөҫ ҡарар ҡабул итерһегеҙ, моғайын. Һәр осраҡта ла тәжрибәгеҙ ярҙамға килер. Йомала ҙур булмаған юғалтыу кисереүегеҙ ихтимал.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙнаның һеҙ алдан уйлағанса башламауы ла мөмкин. Шулай ҙа кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ, ыңғай үҙгәрештәр оҙаҡ көттөрмәҫ. Икенсенән, килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтар күп осраҡта үҙҙәренән-үҙҙәре хәл ителер.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Көндәр уңышлы килер. Эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Бигерәк тә яңы эштәрҙе яҡшы башҡарырһығыҙ. Шаршамбылағы һөйләшеү йылы тәьҫораттар ҡалдырыр. Йомала кеше хатаһын төҙәтеү менән булышырһығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Осор файҙалы көтөлә. Ҡайһы бер эштәрегеҙҙе тәртипкә килтерергә форсат сығыр. Һуңғы ваҡытта эсегеҙҙе бошорған ниндәйҙер мәсьәләне тулыһынса хәл итерһегеҙ. Шуныһы мөһим, барыһын да үҙаллы башҡарырһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Күңелегеҙгә оҡшаған эш менән булышырға тырышығыҙ. Башҡаларын бер аҙға туҡтатып торорға кәңәш ителә. Ошо арала күптән күрмәгән кеше менән һөйләшергә мөмкинлек сығыр, бәлки. Йомала мөһим яңылыҡ ишетерһееҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтарға осрамаҫһығыҙ. Элек башлаған эштәрегеҙҙе тыныс ҡына тамамларһығыҙ. Шаршамбыла ниндәйҙер етди мәсьәләне ыңғай ғына хәл итерһегеҙ. Йомала бер ҡасан да булмаған урынды күрерһегеҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Һәр саҡ кешеләр менән еңел аралашырһығыҙ, уртаҡ тел табыу. Йондоҙҙар кесе йомала аҡса менән һаҡ булырға ҡуша – юғалтыуҙар бик ихтимал. Был арала уны бурысҡа бирергә лә кәңәш ителмәй. Шишәмбелә ҡыуаныр өсөн сәбәп булыр.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Бөтә көн дә бер-береһенә оҡшаш булыр, моғайын. Көндәлек, яҡшы таныш эштәр менән шөғөлләнерһегеҙ. Тик кесе йома ғына көтөлмәгән ваҡиғалар менән айырылып торор. Ул көндә сығымдарығыҙ күбәйер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Шишәмбелә яҡшы хәбәр ишетеүегеҙ бик мөмкин. Ул эштәге хәлдәрегеҙгә ҡағылыр, бәлки. Аҡса ғәмәлдәгенән күберәк килер. Кесе йомала ыңғай ваҡиғалар көтөгөҙ. Кемдер күптән күрмәгән кеше менән күрешер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Шишәмбе һәм йомала ҡыйынлыҡтарға тап булырһығыҙ кеүек. Һәр осраҡта ла быға тыныс ҡарарға тырышығыҙ – уларҙы хәл итеү юлын мотлаҡ табырһығыҙ. Ярҙам эҙләргә лә кәрәкмәҫ хатта. Был арала эштәрегеҙгә ҡыҫылырға теләүселәр ҙә күбәйер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҙна барышында осрашыуҙар-һөйләшеүҙәр күбәйер. Кемдер үҙенә фекерҙәш тә табыр. Шаршамбылағы ҡайһы бер ваҡиғалар эсееҙҙе бошорор. Ниндәйҙер уйламаған эш менән булышырһығыҙ шикелле.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Йондоҙнамә (22 – 28 апрель)
Йондоҙнамә (22 – 28 апрель)
Автор:
Читайте нас: