Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
15 Апрель , 09:24

Йондоҙнамә

( 15–21 апрель)

Йондоҙнамә
Йондоҙнамә

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Аҙна һәйбәт килер. Алдан төҙөгөн ниәттәрегеҙҙе тыныс ҡына бойомға ашыра алырһығыҙ. Шишәмбе һәм шәмбе  айырыуса уңышлы көтөлә. Был арала етди һөйләшеү буласаҡ.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Шаршамбыла ныҡышмал булығыҙ. Йондоҙҙар һеҙҙең яҡта һәм шунлыҡтан ҡаршылыҡтарҙы юғалтыуһыҙ еңерһегеҙ. Кесе йомала файҙалы кәңәш ишетерһегеҙ, бәлки. Яратҡан кешегеҙҙең күңелен табыу ауырыраҡ булыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Көндәр тыныс уҙыр. Шишәмбелә яҡшы хәбәрҙәр ишетерһегеҙ. Кесе йомала бик өмөтлө тәҡдим алыуығыҙ бар – уға ризалыҡ бирерһегеҙ, моғайын. Һаулығығыҙ һис тә борсомаҫ – элекке сирҙәр ҙә беленмәҫ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Ҡайһы бер хәлдәр эсегеҙҙе бошорор. Бәғзеләр менән һүҙгә килешеүегеҙ ҙә бар. Кәрәкмәгән бәхәстәрҙә лә ҡатнашырға мәжбүр булырһығыҙ, бәлки. Шуға ҡарамаҫтан, аҙнаға төҙөгән ниәттәрегеҙҙе тулыһынса үтәрһегеҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Мәл әүҙем кешеләр өсөн уңайлы. Башығыҙҙа өмөтлө фекерҙәр йыш тыуыр. Уларҙы яҡындарығыҙ менән уртаҡлашыуҙан һис тартынмағыҙ, улар мотлаҡ ярҙам итер. Йомала ҡулығыҙға аҡса инер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Был арала аҡса менән һаҡ булығыҙ. Шишәмбелә кәрәкмәгән сығымдар булыуы ихтимал. Бәғзеләр аҡса эҙләргә мәжбүр булыр, бәлки. Кесе йомала һиҙелерлек уңышҡа өлгәшә алырһығыҙ һымаҡ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Аҙна ҡәҙимгесә килер. Шаршамбыла ғына күңелегеҙгә оҡшамаған эш менән булырһығыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, уны тейешенсә башҡарырһығыҙ. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Шишәмбе һәм кесе йома уңышлы үтер. Бәғзеләр хатта маҡтау һүҙҙәрен дә ишетер. Был арала кемдер ниндәйҙер сараға саҡырыу ҡағыҙы ла алыр. Ул көтөлмәгәнерәк булыр һәм бер аҙ икеләнергә мәжбүр итер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Ҡәҙимге аҙна. Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар көтөлмәй. Шаршамбылағы хәбәр әллә ни ҡыуандырмаҫ, өҫтәмә мәшәҡәттәр генә килтерер. Бәғзеләр уйламаған сәфәргә сығыр.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Көндәр мәшәҡәтле килер. Һәр хәлдә тыныс булырға тырышығыҙ. Был, әлбиттә, еңел булмаҫ. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, уйлап эш итергә ҡуша. Йомала яҡындарығыҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ ихтимал.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Төрлө сәбәп арҡаһында мөмкинлектәрегеҙ ныҡ тарайыр. Был бигерәк тә шишәмбелә асыҡ беленер. Ҡайһы бер уй-ниәттәрегеҙҙе ваҡытлыса кисектерергә лә тура килер. Дөйөм хәлегеҙ әлегә зарланырлыҡ түгел.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Уышлы осор. Алдан уйлағандан күберәкте башҡара алырһығыҙ хатта. Яҡшы хәбәрҙәр даими килеп торор – уларҙы шаршамбыла һәм йомала ишетерһегеҙ. Был арала ҡулығыҙға ҡәҙимгенән күберәк аҡса инер.

ӨМӨТБАЙ.

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: